Сәләмәтлек

Киләһе йылдан һатып алынған дарыу тураһында бар мәғлүмәтте мобиль ҡушымта аша белергә мөмкин буласаҡ

Дарыу тарихы бер кеҫәлә. Киләһе йылдан теләгән һәр кеше һатып алған дарыуы тураһында бар мәғлүмәтте лә белә аласаҡ. Бының өсөн медицина препаратының ҡабында күрһәтелгән дата матриксты кеҫә телефонына урынлаштырылған сканерҙан үткәреү ҙә етә. Мобиль ҡушымта дарыуҙың һатып алыусыға тиклем ниндәй юл үткәнен, ҡасан етештерелгәнен дә күрһәтәсәк.

19 июн, 23:05

Стәрлетамаҡта һөт кухняһы эшләй

Ойошма яҡындағы район һәм ҡалаларҙы балалар ризығы менән тәьмин итә. Һөт 3 йәшкә тиклем сабыйҙарға бушлай таратыла. Интернет аша ата-әсәләр балалар ризығына заказ бирә ала.

03 июл, 15:10

1 июлдән яман шеште башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарға өҫтәмә премиялар түләнә башлаясаҡ

Дәртләндереү сараһының күләме 5 мең һум. Теүәл ҡуйылған һәм иртә асыҡланған диагноз, ваҡытында дауалай башларға һәм пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итәсәк. Республикала яман шеште башланғыс стадияһында еңеү өсөн саралар һәм медицина препараттары етәрлек.

01 июл, 22:30

Бөгөндән Башҡортостанда табиптарҙы дәртләндереү саралары көсөнә инә

Пациентта яман шеш башланыуын билдәләгән белгестәргә өҫтәмә аҡса түләнә.

01 июл, 16:04

Башҡортостанда Израиль медицинаһы көндәре үтә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Израилдән Хорев Медицина үҙәге баш табибы Роман Барак менән осрашты. Унда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алдынғы алымдарҙы ҡулланыу мөмкинлектәре ҡаралды. Радий Хәбиров Израиль белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙы.

27 июн, 19:00

1 июлдән дарыуханалар һәм медицина учреждениелары “Ғәҙел билдә” системаһында теркәлергә тейеш

Илдә бөтә дарыуҙарға махсус тамға ҡуйыла. Препараттарҙың ҡабында КуЭр-код була. Уның буйынса уларҙың сифатын тикшерергә мөмкин.

27 июн, 16:00

Өфө “Йәшәү өсөн 10 мең аҙым” акцияһына ҡушыла

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған сарала илдең бихисап ауыл һәм ҡалалары ҡатнаша. Өфө халҡын 29 июндә иртәнге сәғәт 10-да Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына саҡыралар. Белгестәр сараға килеүселәрҙең һаулығын тикшерә.

27 июн, 13:09

Ашығыс медицина ярҙамы станцияһынан табиптар китә

Үткән йылдың октябренән алып 27 белгес хеҙмәт урынын бушатҡан. Ошо ваҡыт эсендә бер генә врач та унда эшкә урынлашмаған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

24 июн, 12:00

Башҡортостанда медицина белгестәренә ҡытлыҡ кәмей

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

24 июн, 11:00

Ялған дарыуҙар бөтөрөлә

2020 йылдан дарыуханаларҙа һатылған препараттарға махсус тамға ҡуйыла. Беҙҙең республикала июлдән октябргә тиклем ошондай проект һынала. Дарыу ҡабында КуЭр-код ҡуйыла. Ошо тамға аша уны тикшерергә мөмкин.

19 июн, 18:04

Дарыуҙарға күҙәтеү арта

Рәсәйҙә бөтә препараттарға махсус тамға ҡуйыла. 1 июлдән дарыуханалар һәм медицина учреждениелары “Ғәҙел билдә” системаһында теркәлергә тейеш. Препараттарҙың ҡабында КуЭр-код буласаҡ. Ошо код буйынса дарыуҙы тикшерергә мөмкин.

19 июн, 13:00

1 июлдән Башҡортостанда табиптарҙы дәртләндереү саралары көсөнә инә

Пациентта яман шеш башланыуын билдәләгән белгестәргә өҫтәмә аҡса түләнә.

18 июн, 16:00

Башҡортостанда онкологтар һаны арта

Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү буйынса саралар күрелә. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.

18 июн, 11:05

Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү киләһе айҙа башлана

Был турала сәләмәтлек сәғәте кәңәшмәһендә билдәләнде. Проекттың дөйөм хаҡы 6 миллиард һум самаһы. Был аҡсаның яртыһын федераль бюджеттан йәлеп итеү ҡарала.

14 июн, 10:00

Бөгөн Бөтә донъя ҡан доноры көнө билдәләнә

2005 йылдың майында үткән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы ултырышында төрлө илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау министрҙары ирекле ҡан тапшырыу – донорлыҡты яҡлау хаҡындағы белдереү менән бергә йыл да 14 июнде Ҡан доноры көнө булараҡ билдәләргә ҡарар ҡабул итә.

14 июн, 08:08

Башҡортостан халҡы бушлай сәләмәтлеген тикшертә ала

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" тигән акция дауам итә. Табиптар төрлө ауылдарҙа булып халыҡты ҡабул итә.

14 июн, 07:00

Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлеген Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова етәкләй

Кисектергеһеҙ ярҙам. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлегендә йыл һайын меңгә яҡын пациенттың ғүмере ҡотҡарыла. Бүлекте Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гүзәл Кучукова етәкләй. "Тиҙ ярҙам" хеҙмәтендә тәжрибә туплап, яуаплы вазифаға күскән белгес хаҡында киләһе видеояҙма.

13 июн, 22:43

Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһында нейрохирургия бүлеге асылыуға егерме йыл тула

Юбилей датаһын аҡ халатлылар төҙөкләндерелгән бинала ҡаршылаясаҡ. Әлегә корпуста капиталь ремонт эштәре бара. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәре кескәй пациенттарҙы дауалауҙы бер секундтҡа ла туҡтатмай. Бүлек мөдире, талантлы нейрохирург Айрат Тимершин хаҡында киләһе репортаж.

11 июн, 23:44

Әбйәлил районы Тупаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

Медицина учреждениеһы өлгөлө проект буйынса төҙөлгән. Эҫе һәм һыуыҡ һыу, канализация, тәбиғи газ һәм кондиционер системаһы менән тәьмин ителгән. Төҙөлөш фельдшер, процедура, көндәлек һәм санитар бүлмәләренән тора.

10 июн, 12:34

Башҡортостанда дауахана-поликлиникалар бер төрлө итеп биҙәлә һәм йыһазландырыла

Республикала ошоға йүнәлтелгән проект ғәмәлгә ашырыла.

10 июн, 12:30