Сәләмәтлек

Өфөлә “"Алтмыш плюс. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер “тип аталған күргәҙмә асылды

Унда медицина тармағындағы алдынғы технологиялар менән танышырға мөмкин, сәләмәтлеккә бәйле консультация алырға, һаулыҡты тикшертергә була. Килеүселәр, 60 йәштән һуң тормош башлана ғына, тигән фекерҙә.

03 окт, 15:06

Республикала ашығыс ярҙам подразделениелары хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары асыҡланды

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, тәү сиратта был эш ваҡыты режимы боҙолоуға ҡағыла. Ашығыс ярҙам фельдшерына, үҙенең сменаһынан тыш, башҡаларҙың да эшен үҙ өҫтөнә алырға тура килә.

03 окт, 13:15

Күмертауҙа ашығыс медицина ярҙамы ойошторолоуға 70 йыл

Станцияның тарихы Күмертау Бабай ҡасабаһы булған осорҙан башлана. Һуңғы йылдарҙа ойошманың матди-техник базаһы яҡшырған, автопарк тулыһынса яңыртылған һәм кәрәкле белгестәр менән тулыландырылған. Диспетчерҙар көнөнә йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә.Ҡыҙғанысҡы ҡаршы, ялған шылтыратыуҙар ҙа була, ти аҡ халатлылар.

02 окт, 22:36

Абхазияның билдәле хирургы Руслан Смыр Өфөлә ҡунаҡта

Ул Башҡорт дәүләт медицина университетына 1993 йылда уҡырға инә. Һуғыш барған илдән Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов төбәктең уҡыу йорттарына 60 cтудентты ҡабул итеү тураһында ҡарар сығара. Был студенттар араһында Руслан Смыр ҙа була. БДМУ-ны уңышлы тамамлаған йәш хирург тыуған республикаһына ҡайтып төпләнә.

02 окт, 22:35

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация бара

Быйыл республикала 1 миллион 830 мең кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға прививка яһау күҙаллана.Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 800 меңгә яҡын кеше прививка алған. Исемлектә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре.

02 окт, 15:16

Өфөлә бөгөн "Алтмыш плюс. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер “тип аталған күргәҙмә асылды

ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә уҙған сарала “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”ның түләүһеҙ курстарына яҙылырға мөмкин. Өлкән йәштәгеләр баҡсасылыҡ, ландшафт дизайны, сувенир әҙерләү, тыуған яҡ тарихы, дарыу үләндәре, сит телдәрҙе өйрәнеү буйынса уҡый ала.

02 окт, 13:23

Өфө районыны Яңы Булгаков ауылында дәүләт дарыуханаһы асылды

Күптән түгел генә ауыл халҡына дарыу һатып алыр өсөн Өфөгә барырға тура килһә, хәҙер Яңы Булгаковта йәшәүселәр яңы асылған дарыуханаға йөрөй. Тәүге һатып алыусыларҙы ташламалар һәм буләктәр көтә.

01 окт, 23:26

Бөгөн Өфөлә медицина буйынса Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли кәңәшмә башланды

Бөгөн Өфөлә «Ауыл халҡына беренсел медик санитар ярҙам күрһәтеүҙә урта белемле медицина белгестәренең роле» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли кәңәшмәһе асылды.

01 окт, 23:13

Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын 23,4 процентҡа кәметеү бурысы тора

"Сәләмәтлек" милли проектында 2024 йылға тиклем ҡаралған мәсьәлә буйынса ғилми- ғәмәли кәңәшмә уҙҙы. Белгестәр әйтеүенсә , мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоу осрағының 50 проценты үлемгә килтерә.

27 сен, 22:11

«Гәүһәр» күҙ йәштәре менән илаған Әрмәнстан ҡыҙына Өфөлә ярҙам итәсәктәр

Бер тәүлек эсендә 22 йәшлек Сатеник Каразяндың күҙенән биш тиҫтәләп кристалл сыға. Тәүге симптомдар ике ай элек теш табибына күренгәндән һуң башланған. Көн дә ҡабатланған күренеш ҡыҙҙың тамам хәлен алған.

26 сен, 21:05

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы барышында 100 меңгә яҡын кеше медицина тикшереү үткән

Был акция Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Өфөнән табиптар биш йүнәлеш буйынса юлға сыҡты.

26 сен, 11:15

Республиканың көньяҡ райондарҙа медицина университеты филиалы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо туралағы тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Республика етәксеһе юғары уҡыу йорто филиалын Сибай ҡалаһында асыу яҡлы. Белгестәр урында уҡ әҙерләнһә, кадрҙар мәсьәләһе лә хәл ителер ине, ти төбәк етәксеһе. Медицина учреждениеларын хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү мәсьәләләре бөгөн "Сәләмәтлек сәғәте" форматында уҙған күсмә кәңәшмәлә өйрәнелде.

25 сен, 21:41

Киҙеүгә ҡаршы вакцинация осоро башланды

Прививкалар бушлай эшләнә. Тәү сиратта был исемлеккә мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, студенттар, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, медицина һәм социаль учреждениеларҙа эшләүселәр инә. “Быйылғы вакцина киҙеүҙең иң йыш осрай торған штамдарын үҙ эсенә алған”, - ти терапевт Рәфиә Буранбаева.

23 сен, 12:12

Рәсәйҙәге бөтә дауаханаларҙа ла электрон медицина карталары буласаҡ

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Милли проектҡа ярашлы, тиҙҙән документтарҙы электрон рәүештә алып барыу планлаштырыла.

23 сен, 11:39

Республика онкология диспенсерына заманса ҡорамалдар алынды

Лазер һәм махсус микроскоп килтерелде. Хәҙер ҡатмарлы операцияларҙы эшләү күпкә ябайлашырға тейеш. Яңы аппараттарҙы ошо аҙнала уҡ ҡулланып ҡарау планаштырыла.

23 сен, 10:15

Өфө ашығыс ярҙам хеҙмәтенең көньяҡ подстанцияһы йәш белгестәр менән тулыланды

Уларҙың күбеһе ҡыҙҙар. Йәш фельдшерҙар әле стажировка ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, төнгө смена улар өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ашығыс ярҙам хеҙмәте өсөн көндөҙгө йәки төнгө смена айырмаһы юҡ, улар һәр ваҡыт сафта. Саҡырыуҙар буйынса тәүлек әйләнәһенә сығырға тура килә.

20 сен, 21:59

Башҡортостанда неврология ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алым ҡулланыла

Башҡорт дәүләт медицина университетында Америка Ҡушма Штаттарынан килгән Синтия Робинсон үҙенсәлекле метод менән дауалау алымдарын өйрәтә. Сил ил университетында физик реабилитация буйынса уҡытыусы терапевт Башҡортостанда унынсы тапҡыр.

20 сен, 21:59

Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын дүрт йәшлек ҡыҙына инсулин ҡаҙауға ҡаршы

Шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған сабыйҙы әсәһенән табиптар көс менән тартып алып реанимация шарттарында дауалай башлай. Артабан беҙҙең сайтта.

19 сен, 23:30

Башҡортостанда 90 меңдән ашыу кеше “Сәләмәтлек поезы” акцияһында ҡатнашҡан

Өфө табиптары райондар буйлап йөрөп халыҡты ҡабул итте. Медицина тикшеренеүе барышында бер нисә мең кешегә шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған. Ҡайһы бер пациенттарҙа яман шеш, туберкулез, йөрәк өйәнәге сирҙәренә шик булыуға бәйле дауаланыуға йүнәлтмә бирелгән.

19 сен, 16:07

Башҡортостанда грипп эпидемияһы киләһе йылдың ғинуар-март айҙарында көтөлә

Әле киҙеүҙән прививка яһатыу кампанияһы башланды. Ҡулланыуслыар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралағы вәкиле Галина Пермина әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта вакцина алыусылар һаны күбәйә.

19 сен, 10:09