Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда өс проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылырға тейеш

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән төҙөлөш сәғәтендә билдәләнде. Күп фатирлы йорттарҙың икәүһе Өфө районы "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексында, береүһе баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге "Серебряный ручей" торлаҡ комплексында урынлашҡан.

10 дек, 21:27

Киләһе йылдан Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Әлеге ваҡытта төбәктә күп фатирлы йорттарҙа 50 мең самаһы подъезд иҫпләнә. Бөгөн уларҙың яртыһынан ашыуы ремонтҡа мохтаж. Ҡабул ителгән программаның өҫтөнлөктәре менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

10 дек, 23:12

Иглин районы үҙәгендә электр энергияһына бәйле йәнә өҙөклөктәр теркәлде

Был юлы урындағы халыҡ төн уртаһында утһыҙ ҡалған. Йорттарын электр энергияһы ярҙамында йылытҡан урында йәшәүселәр борсолоу белдерә. Сөнки биҫтә газға тоташтырылмаған. Дауамы беҙҙең сайтта.

01 дек, 21:48

Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүселәр ун йылдан ашыу газһыҙ интегә

Урамдарҙа юлһыҙлыҡ мәсьәләһе лә киҫкен, эсәр һыуҙы ла күптәр һатып алырға мәжбүр. Урындағы халыҡтың йәшәү шарттары ҡасан яҡшырыр? Мәсьәләне БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина асыҡларға тырышты.

28 ноя, 21:48

Өфөлә 400 дана йыйыштырыу техникаһы бар

Тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү өсөн өс тапҡырға күберәк техника талап ителә. Өфөнөң Калинин районы төҙөкләндереү идаралығы техника паркы яңы техника менән тулыланды. Юл таҙартыусы грейдер башлыса алыҫ биләмәләрҙә эшләйәсәк. Яңы техниканың уңайлыҡтарын беҙҙең ижади төркөм дә һанап ҡараны.

27 ноя, 23:29

Республикала капиталь ремонт буйынса Төбәк операторы 1200 бурыслыға дәғүә белдерә

2018 йылда Стәрлетамаҡта 94 йортто капиталь ремонтлау маҡсатында 361 млн һум аҡса бүленә. Шул иҫәптән дүрт йортта капиталь төҙөкләндереү ике төрлө эш буйынса башҡарыла. Барлығы ете йорт алды, 65 йорттоң ҡыйығы, ике йорттоң һыу системалары, дүрт йорттоң электр системаһы һәм бер йорттоң йылытыу системаһы төҙөкләндерелә.

22 ноя, 10:48

Иглин районы үҙәгендә электр энергияһына бәйле өҙөклөктәр теркәлде

Ул һуңғы аҙна-ун эсендә бер-нисә ҡабат һүнгән. Хатта, ҡара төндә лә халыҡ утһыҙ ултырып ҡалған. Йорттарын электр энергияһы ярҙамында йылытҡан урында йәшәүселәр борсолоу белдерә. Сөнки биҫтә газға тоташтырылмаған.

21 ноя, 23:00

Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылындағы шәхси йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индерелә башланы

Урындағы халыҡ өсөн был һөйөнөслө ваҡиға. Сөнки күптәр быйыл йәй газ үткәртәм тип булған мейестәрен һүтә, өйҙәренә ҡаҙанлыҡ, радиоторҙар ҡуя, торбалар һуҙа. Һөҙөмтәлә һуңғы ай йорттарында түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була, хәйер, киҫкен хәлдә бер аҙ электр йылытҡыстары ярҙамға килә.

20 ноя, 23:05

Төҙөлөшкә бер сәғәт

Республика етәксеһе һәр дүшәмбе бер сәғәт ваҡытын төҙөлөш комплексы һәм тармаҡтағы проблемаларҙы хәл итеүгә бүләсәк. Башҡа кәңәшмәләрҙән айырмалы бында мәсьәләләр тикшерелеп кенә ҡалмай, уны хәл итеү юлдары ла билдәләнә.

19 ноя, 21:40

Төҙөлөшкә юл кәрәк

Өфөнөң Калинин районына ҡараған Яңы Йылҡыбай ауылында йәшәүселәр күмәк көс менән юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итергә йыйына. Улар "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" республика программаһында ҡатнашып, Барбарис урамына ҡырсынташ һалдырыу ниәте менән яна.

12 ноя, 21:44

Ҡар өҫтөнә башҡа асфальт һалып булмаясаҡ

Радий Хәбиров Башҡортостандағы климат үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып юл төҙөкләндереү эштәрен туҡтатыу ваҡытын билдәләргә ҡушты. Тышта ямғыр яуып тороуы, юлда күләүектәр ятыуы, улар өҫтөнә асфальт һалыуы бер кемде лә аптыратмай. Сөнки, республикала бындай күренештәргә күнегеп бөтөлгән. Интернет киңлектәрендә ярамаған ваҡытта юл һалыусыларҙы һүрәтләгән видеояҙмалар иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

10 ноя, 23:16

Өфө йылылыҡ селтәрҙәрендә алтмышлап ҡаҙанлыҡ

Уларҙың көйлө эшләүенә беҙҙең көнитмешебеҙ ҙә бәйле. 39-cы ҡаҙанлыҡ хеҙмәткәрҙәре быйылғы йылытыу миҙгелендә аварияларһыҙ эшләргә ниәтләнә. Ҡала халҡына уңайлыҡ өләшеүселәр тураһында беҙҙең сайтта.

09 ноя, 22:55

Миловка төҙөлөш паркына өлөшләтә иғәнә индереүселәр суд юлында

Мең ярымдан ашыу кеше әлегә тиклем үҙ фатирҙарына күсенә алмай. Иң ҙур төҙөлөш үткән йыл башынан тотҡарланып килә. Арбитраж судта төҙөлөш компанияһын банкрот итеп таныу мәсьәләһе күтәрелде. Төҙөлөштә социаль программа буйынса өлөшләтә ҡатнашыусылар төҙөүсе ойошманың банкрот тип иғлан ителеүенә ҡырҡа ҡаршы.

08 ноя, 23:01

Республикала асфальт түшәү мөмкинлеге сикләнәсәк даталар билдәләнәсәк

Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле ойошмалар алдында ошондай йөкләмә ҡуйҙы.

06 ноя, 21:11

6 йыл дауамында торлаҡһыҙ статусында

Өфөнән әсәле-уллы Зилә һәм Рауил Сәғмәновтар өйҙән-өйгә йөрөргә мәжбүр. Улар Комсомол урамында Өфө һөт заводының ятағында йәшәгән. Әммә 2012 йылда улар йәшәгән ятаҡ һүтелә. Тулы булмаған ғаилә ағзалары йорт йыһаздарһыҙ һәм кейемһеҙ урамда тороп ҡала.

30 окт, 21:48

Бүздәк районы Никольский ауылында 198 кеше йәшәй

Уларҙың 18-е мәктәп уҡыусылары. Никольскийҙан Ташлыкүл ауылына мәктәп автобусында уҡырға йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре юлдарҙың хәүефле булыуына зарлана. Йөк тейәгән машиналар ауырлығынан асфальт ҡулланыуға яраҡһыҙ хәлгә килгән. Ата-әсәләр төркөмө республика етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Тиҙ арала уларҙың мөрәжәғәте тикшерелеп, мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡаралған.

27 окт, 20:17

Бөрө районындағы "Толпар" балалар шифаханаһында һалҡындарҙы байрам кәйефе менән ҡаршы алдылар

Бында сафтан сыҡҡан иҫке ҡаҙанлыҡ урынына заманса йыһазландырылған йылытыу ҡоролмаһы асылды. Яңы системаға күсер өсөн 8 млн һум аҡса тотонолған. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

25 окт, 23:23

Өфөнөң Яңы Максимовка биҫтәһендә йәшәүселәр интегеп көн күрә

Һәр хәлдә, улар үҙҙәре шулай тип иҫәпләй. Маршрут транспорты йөрөмәй, урамды сүп баҫҡан, төндә ҡараңғы, сөнки яҡтыртыу ҡоролмалары юҡ. Урам тулы ҡый ине, ти магазин эргәһендә йыйылған халыҡ. Тик беҙҙең килеүҙе белеп ҡалып уны таҙартырға ҡушҡандар. Ысынлап та, сүп-сар күптән түгел генә йыйып алынған.

25 окт, 23:10

Йылы бирелгән

Кисә беҙҙең телеканалда видеояҙма эфирға сыҡҡандан һуң Благовещен районы Ильина Поляна ауылында йылы бирелгән. Подрядсы ойошма, графикка ярашлы, эштәрҙе ай ярым элек үк тамамларға тейеш булһа ла, ул оҙаҡҡа һуҙылған. Көҙгө һалҡындарҙы фатирҙа йәшәүселәр өшөп ҡаршылаған.

16 окт, 23:13

Республика халҡының коммуналь түләүҙәргә ике миллиард бурысы йыйылған

Был һандар торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында аталды. Социаль сәбәптәр арҡаһында коммуналь хеҙмәттәр менән иҫәпләшмәүсе граждандарға түләүҙәр бер ни тиклем ваҡытҡа кисектерелә, ә бына даими түләмәүселәргә канализация менән ҡулланыу сикләнә.

15 окт, 23:19