Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Шишмә районында 10 подъезда ремонт эштәре тамамланған

Республика подъездары яңы төҫ ала. Күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү программаһына ярашлы, комплекслы ремонт эштәре дауам итә. Шишмә районында 10 подъезда ремонт эштәре тамамланған. Иҙән плитәләре, тәҙрә, ишектәр яңыртылған, яҡтыртыу системаһы йүнәтелгән, баҫҡыстар, стеналар буялған. Күпселек подъездар йорт һалынғандан алып ремонт күрмәгән булған.

19 июн, 23:04

Сибайҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһы Сибайҙа йылдам тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта ике ҡатлы йорттарҙа 19 подъезд яңыртылған, комплекслы ремонттың төп өлөшө 1 ноябргә тиклем тамамланыр тип күҙаллана.

18 июл, 22:33

Белорет районында күп фатирлы йорттар ремонтлана

Был йәһәттән төрлө республика программалары файҙаланыла. Ҡыйыҡтар, лифттар алмаштырыла, йорттарҙың фасады төҙөкләндерелә, коммуникация селтәрҙәре яңыртыла. Халыҡ үҙе лә был эштән ситтә ҡалмай, күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү өсөн үҙҙәре “Капиталь ремонт ” статьяһына ярашлы, 60 миллион һум һум аҡса йыйған.

18 июл, 13:00

Өфөлә иң насар юлдарҙың береһе төҙөкләндерелә

Менделеев һәм Өфө шоссеһы урамдарын тоташтырған Сипайлово урамында яңы асфальт һалына, термопластик билдә һыҙыла. Бының өсөн баш ҡала хакимиәте 145 млн һум аҡса бүлгән.

18 июл, 11:06

Башҡортостанда төҙөлөш ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре 600 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштергән

Стәрлетамаҡ төҙөлөш ойошмаһының өс хеҙмәткәре 600 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Улар ялған юл менән документ эшләп ике банктан ҙур күләмдә аҡса алған.

17 июл, 23:16

Башҡортостанда 1300-ҙән ашыу подъезда ремонт эштәре уҙғарыла

Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына ярашлы, бөгөн 1300-ҙән ашыу подъезда төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Ә 693-сө файҙаланыуға тапшырылған. Ҡайһы бер күп ҡатлы йорттарҙа тотҡарлыҡтар ҙа күҙәтелә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

17 июл, 23:11

Республикала күп фатирлы йорттарҙа 662 подъезд төҙөкләндерелгән

Әле меңдән ашыуында ремонт бара. Был һандарҙы Хөкүмәттә үткән оператив ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев ишеттерҙе.

15 июл, 16:00

Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителәсәк

Алексей Васильев инде нисәнсе йыл үҙе һатып алған фатир янына килә. Тик артабан эскә үтә алмай. Ишектәр бикле. Кәмендә дүртенсе йыл инде был күп ҡатлы йорт унда йәшәүселәр тауышынан гөрләп торорға тейеш. Ләкин. Күккә олғашҡан йортта елдәр генә уйнай. 12-се ҡаттан фатир һатып алыусы ипотека аҡсалары ла һауаға осто , тип һанай, сөнки төҙөлөш туҡтап ҡалған. Алексейға ғаиләһе менән әсәһендә йәшәргә тура килә.

12 июл, 23:30

Өфө халҡы “Инцидент” программаһы ярҙамында урам сәғәтенә ремонт эшләтте

Дим биҫтәһендә йәшәүсе Светлана Мытарева Ухтомский һәм Правда урамдары киҫелешендә урынлашҡан сәғәт туҡтауға өйрәнеп бөтә алмай. Стеналағы сәғәт ярты йыл элек үк ватылған. Бинаны ҡуртымға алған эшҡыуар ремонт эшләгән ваҡытта кабелде урынынан күсергән була. Һөҙөмтәлә - йәмәғәт сәғәте лә сафтан сыға.

10 июл, 22:13

Шаҡшала 20-нән ашыу төҙөүсе эш хаҡын ала алмай

Эш хаҡы урынына саҙаҡа. Беҙҙең редакцияға Шаҡша торлаҡ файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре шылтыратты. Улар хеҙмәт хаҡы тотҡарланыуы, түләнгән хәлдә лә айлыҡ аҡсаның бүлгеләнеүенә зарланды. Хеҙмәт килешеүе үтәлмәй , шуға эшкә сығыуҙан да баш тартыуыбыҙ ихтимал тип иҫкәртте улар. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында БСТ каналы хәбәрселәре Шаҡша биҫтәһенә юлланды.

09 июл, 22:59

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Өфө-Квартал» ойошмаһына 1 октябргә тиклем йортто төҙөп бөтөргә бойорҙо

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Өфө-Квартал» ойошмаһы төҙөгән проблемалы йортто 1 октябргә файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы. Республика етәксеһе был турала бөгөн ҡалаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта һөт кухняһының эшмәкәрлеген, подъездарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса программаларҙы ғәмәлгә ашырыу барышын да тикшерҙе. Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһындағы уңыштар һәм проблемалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

09 июл, 22:58

Өфөлә Ағиҙел буйын төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Яр буйын тәртипкә килтереү маҡсатында юғары сифатлы материалдар ҡулланыла. Әле төҙөлөш участкаһында яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыла, асфальт ҡатламы яңыртыла. Барлығы Ағиҙел буйында биш километрға яҡын яр буйы йыһазлан¬дырыласаҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

09 июл, 22:12

Быйыл Стәрлетамаҡта күп ҡатлы 40 йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелергә тейеш

Ул “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса атҡарыла. Ремонт өсөн 130 миллион һум бүленгән. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Курчатов урамындағы 2-се йорт алдын ҡараны. Унда төҙөкләндереү бара. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов әйтеүенсә, бында машина ҡалдырыу урыны, балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ, видеокүҙәтеү ойошторола. Эттәрҙе йөрөтөү өсөн дә урын ҡаралған.

09 июл, 15:10

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпергә тәүге нигеҙ ташы һалынды

Өфө-аэропорт йүнәлешендәге өсөнсө ҡоролманың оҙонлоғо 700 метр самаһы. Уның аша өс һыҙатлы автомобиль юлы һалына. Яңы күпер көндә яҡынса 30 мең машинаны үткәреүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш тамамланғандан һуң Өфөгә ингән ерҙә автомобиль тығындары шаҡтай кәмер тип көтөлә.

09 июл, 00:18

Ҡышҡы йылытыу миҙгеленә 7 миллиард ярым һум тотонола

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин етәкселегендә кәңәшмә үтте.

04 июл, 11:00

Һупайлы биҫтәһе "Өмә" ҡала акцияһына ҡушылды

Республика етәксеһенең тәнҡитенән һуң биҫтәлә күләмле төҙөкләндереү эштәре башланды. Акцияға Өфө райондарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған, бөтәһе 300-ләп кеше, 70 берәмек техника. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров Һупайлыны тәртипкә килтереү өсөн бер ай ваҡыт бирҙе. Өмә барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла күҙәтте.

04 июл, 00:22

Өфөнөң Совет районында күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәрелә

Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы етәксеһе артынан уның ете урынбаҫары ла эшенән китте. Радий Хәбиров кисәге оператив кәңәшмәлә үҙ бурысына илке-һалҡы ҡараусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күрергә ҡушҡайны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, подъездарҙы ремонтлау программаһы тейешле кимәлдә башҡарылмай. Әлеге ваҡытҡа 1 меңдән ашыу подъезд ремонтланырға тейеш булһа, уларҙың яртыһы ғына төҙөкләндерелгән.

04 июл, 00:15

Төҙөлөш компаниялары менән фатир һатып алыусылар араһында иҫәпләшеүҙәрҙең яңы системаһы ғәмәлгә инә

Яңы торлаҡ алыусыларҙың аҡсаһы төҙөлөш тамамланғансы банкта һаҡлана, ә финанс ойошма төҙөүсегә займ бирә. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был система тәү сиратта граждандар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.

01 июл, 22:37

Өфөнөң Комсомол урамында һыу үткәргес торбалары йыш эшлектән сыға

Ихатала көтөлмәгән "фонтан". Өфөнөң Комсомол урамы, 37-се йорт алдында һыу үткәргес торбаларының даими рәүештә эшлектән сығыуы урындағы халыҡты борсоуға һала. Ремонт эштәре башҡарылыуға ҡарамаҫтан, киҫкен проблема тәүге йыл ғына күҙәтелмәй. Фатир хужалары менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

18 июн, 23:00

Талбазыла 10 күп ҡатлы йортта подъездар төҙөкләндерелә

Республика программаһына ярашлы, ауылда күп ҡатлы 10 йортта подъезд төҙөкләндерелә. Районда бөтә эштәр төбәк һәм муниципаль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. Йорттарҙа ремонт стеналарҙы буяу менән генә сикләнмәй.

17 июн, 23:38