Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Октябрҙән Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ысул буйынса түләй башлай

Быға тиклем фатир хужалары коммуналь хеҙмәткә йыл дауамында бер үк күләмдә иҫәпләшһә, хәҙер килгән квитанциялар һаны, ҡағыҙ мәшәҡәте кәмейәсәк.

07 окт, 23:14

Баш ҡалаға өҫтәмә ҡышҡы коммуналь техника һатып алынасаҡ

Махсус техника паркы һуңғы арала күпкә яңыртылды, әммә ихтыяж һаман да юғары. Был мәсьәлә ҡышҡы айҙарға тиклем хәл ителергә тейеш, тине республика етәксеһе. «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте» форматында уҙған кәңәшмәлә ҡаланың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде.

07 окт, 23:13

Өфөлә төбәк операторҙарының Бөтә Рәсәй съезы үтте

Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды тураһындағы законға өҫтәмәләр индереү ҡарала. Уға ярашлы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү менән шөғөлләнгән төҙөлөш компанияларына субсидия бүленсәк.

04 окт, 22:48

Республикала матур һәм әһәмиәтле тип танылған йорт-биналар төҙөүселәргә премия тапшырыу ҡарала

Был турала Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Рәсәй төҙөлөш министры Владимир Якушев менән осрашыуҙа белдерҙе. Эстетик яҡтан иң яҡшы тип табылған проекттарға субсидия бүленәсәк, тине Александр Сидякин.

04 окт, 13:00

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөләге төҙөлөш менән танышты

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев бөгөн Өфөнөң Кузнецов Затоны микрорайонын төҙөү барышы менән танышты.

03 окт, 23:07

Өфөлә илдең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеш йүнәлештәре барлана

Бөгөн Федераль министрлыҡтың стратегик сессияһы буйынса 2035 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға бәйле һөйләшеү үтте. Унда ҡаралған төп йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров.

03 окт, 16:04

Өфө юлдарында тиҙлекте сикләүсе яңы билдәләр ҡуйылды

Белгестәр автоһәүҫкәрҙәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Күперҙәрҙә һәм юл үткәргестәрҙә тиҙлекте сәғәтенә 40 километрҙан арттырырға ярамай.

03 окт, 13:10

Өфө районында яңы 10 трактор асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте

Яңы БТЗ 150 тракторы “Башсельхозтехника” предприятиеһында Брянск трактор заводы менән берлектә етештерелгән.

03 окт, 13:05

Өфөлә сфетофорҙың төп сигналын ҡабатлаусы диод яҡтыртҡыслы һыҙаттар урынлаштырыла башланы

Ул һынау рәүешендә башҡарыла һәм водителдәрҙе йыраҡтан уҡ светофор сигналы тураһында иҫкәртеп юл хәрәкәте именлеген күтәреүгә йүнәлтелә.

03 окт, 10:10

Йылылыҡ өсөн түләүҙә үҙгәрештәр көтөлә

Йылылыҡ өсөн яңыса түләү күп ҡатлы йорттарҙа урынлаштырылған иҫәп приборы күрһәткесе буйынса башҡарыласаҡ.

02 окт, 22:33

Ҡала һәм райондарҙа коммуналь ойошмалар урамдарҙа, ихаталарҙа ҡар көрәргә һәр саҡ әҙер булырға тейеш

Был бурысты республика Хөкүмәтенең оператив ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡуйҙы. Ҡар таҙартыу беҙҙең яҡтарҙа бик сетерекле мәсьәлә, ул кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә бәйле. Эште ҡыш еткәс проблемалар тыумаҫлыҡ итеп ойошторорға кәрәк, тине Радий Хәбиров.

02 окт, 13:15

Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт кәрәк

Республика етәксеһе Радий Хәбиров йылытыу өсөн түләү мәсьәләһен ентекле аңлатырға ҡушты. Бөгөн Хөкүмәт ултырышында ошо хаҡта белдереп, Башҡортостан халҡы йылытыу өсөн йылдың 8 айында ғына түләй, -тине.

01 окт, 18:12

"Инцидент" системаһы проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә

Юрий Гагарин исемендәге парк – Октябрьский ҡалаһы халҡының яратҡан ял урыны. Сентябрь айы башында парк янындағы йылғаның бысраныуы билдәле булды. Ошоға бәйле, халыҡ күренеште видеоға төшөрөп ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Уны “Инцидент менеджмент” программаһы теркәй һәм мөрәжәғәтте ҡала администрацияһына ебәрә. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Эльвира Мерзлякова.

01 окт, 16:29

Бөгөндән йылылыҡ өсөн түләү ысулы үҙгәрә

Дөйөм йортта иҫәп ҡоролмаһы бар икән, йылылыҡ өсөн хаҡ уның күрһәткесенән сығып фатир майҙанына бүленә, счетчик булмаған осраҡта, иҫәп ҡуйылған нормативтан сығып иҫәпләнә. Был күпме ҡулланғанһың, шул тиклем түләйһең, тигәнде аңлата, ти торлаҡ-коммуналь өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе урынбаҫары Римма Сәхәүетдинова.

01 окт, 13:09

Республика башлығы Радий Хәбиров йорттарға йылы биреү тотҡарланыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе

Бөгөн хөкүмәт ултырышында ошо турала доклад менән Вице-премьер-Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев сығыш яһаны.

01 окт, 11:00

Республика арбитраж судын төҙөү эштәре ҡала халҡына ҡамасаулай

Зәки Вәлиди һәм Карл Маркс урамдарында йәшәүселәр билдәләүенсә, төҙөлөш 2015 йылда уҡ башланһа ла, ваҡытлыса туҡтап тора. Ә ике аҙна элек эштәр яңынан тергеҙелә. Төҙөлөш эргәһендә йәшәгән йорт хужалары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

30 сен, 22:54

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 октябрҙән йылылыҡ өсөн түләү ысулы үҙгәрә

Йәғни, коммуналь хеҙмәтте күпме ҡулландың, шул тиклем түләйһең. Сөнки әлегә тиклем фатир хужаларына һалҡын ҡыш айҙарында ла, йәйге селлә эҫелә лә йылылыҡ өсөн бер үк сумма түләргә тура килде. Был күптәрҙә аңлашылмаусанлыҡ, уның менән бергә ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға ҡарата асыу һәм нәфрәт тойғолары уятты. Шуға ла республикала йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы схемаһы ҡабул ителде.

30 сен, 22:48

Өфөлә бөгөндән 31 декабргә тиклем Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары транспорт хәрәкәте өсөн ябыла

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, был урамдарҙа ремонт эштәре башланды. Инорс биҫтәһендәге юл дүрт һыҙатлы була. Улар транспорт хәрәкәтен көйләү һәм яңы һалынған йорттарға инеүҙе ойоштороу маҡсатында төҙөлә, ти юл ремонтлау- төҙөү идаралығы мастеры Айнур Мәғәсумов.

30 сен, 15:08

Башҡортостан энергетика комплексының күпселек өлөшө көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙер

Проблемалы объекттар юҡ. Был турала Волга буйы федераль округында энергетика комплексының ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләренә арналған хөкүмәт комиссияһы ултырышында Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов белдерҙе.

27 сен, 22:11

Өфөнөң Инорс биҫтәһе тағы дүрт һыҙатҡа ҙурая

Микрорайон ситендә ошо киңлектәге яңы юл барлыҡҡа киләсәк. Ысынында яңы юл биҫтәне киңәйтеү түгел, ә транспорт хәрәкәтен көйләү һәм яңы һалынған йорттарға инеүҙе ойоштороу маҡсатында төҙөлә. Яңы урам водителдәрҙең һәм урында йәшәүселәрҙең дә яратҡан урынына әйләнер тип көтөлә.

27 сен, 22:01