Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Өфөлә ваҡытлыса транспорттарға хәрәкәт итеү сикләнә

Төхвәт Йәнәби бульвары менән Г.Мушников урамына тиклем урам өлөшөндә автотранспорттарға хәрәкәт итеү сикләнә. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

30 авг, 09:22

Иглин районы Көҙәй ауылы йорттарында йылытыу системаһы яңыртыла

Көҙәй ауылы йорттарында шәхси йылытыу системаһына күсеү эштәре алып барыла. Әлегә тиклем фатирҙарҙа йылылыҡ үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡ аша бирелгән. Шуға ла һауа температураһын көйләү мөмкинлеге бөтөнләй булмай. Йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгесә октябрҙә башланып, апрель айҙарында тамамлана. Заманса шәхси йылытыу ҡоролмаһы ғаилә бюджетын экономияларға ярҙам итәсәк, сөнки был осраҡта коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ күпкә кәмей.

29 авг, 23:41

Өфөлә 160 лифт яңыртыласаҡ

Өфөнөң Киров районында 160 лифтты яңыртасаҡтар. Был эштәр ағымдағы йылда башҡарыласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.

24 авг, 15:23

Дүртөйлө районында йылытыу миҙгеленә әҙерлек тамамланыу алдында.

Төбәктең Семилетка ауылында шәхси йылытыу системаһына күсеү эштәре алып барыла. Фатирҙарға шәхси ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыла. Быйыл район үҙәгендә биш йылға иҫәпләнгән программа ярҙамында 500 метрға яҡын оҙонлоҡта заманса торбалар һалына. Торбаларҙы иретеп-йәбештерә торғас, улар ҡырҡ ямауға әйләнгән, тутығып бөткән. 25 йыл файҙаланыуҙа булған иҫке торбалар арҡаһында ҡаланың әле бер, йә икенсе осонда авариялар булып тороуы ла, ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Бигерәк тә, йылытыу миҙгеле алдынан.

23 авг, 23:26

Октябрьскийҙа "Ҡала мөхите" проекты сиктәрендә тиҫтәгә яҡын ихата тәртипкә килтереләсәк

Юлдарға асфальт һалыуҙы һәм парковлар төҙөүҙе, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын асыуҙы, ҡоймалар, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыуҙы ихатала йәшәүселәр үҙҙәре хәл иткән. Был маҡсатҡа барлығы 25 миллион һумдан ашыу инвестиция бүленгән. Бөгөн Төньяҡ, Баҡса ҡулсаһы, Горький һәм Островский урамдарында алып барылған күләмле эштәр тулыһынса тамамланған. Әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре биләмәләргә тупраҡ йәйеү менән мәшғүл. Изге эштән фатир хужалары ла ситтә ҡалмай. Улар ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар ултыртыу, сәскә түтәлдәре яһау, бордюрҙарҙы буяу кеүек эштәргә әүҙем ҡушылған.

15 авг, 23:45

Өфөлә ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Өфөлә Беренсе Май урамы менән Ульяновтар урамы киҫелешендә унынсы августтың 22:00 сәғәтенән алып ун өсөнсө августтың 06:00 сәғәтенә тиклем автомобилдәргә хәрәкәт итеү тыйыла. Был хаҡта Өфөнөң йылытыу селтәре ойошмаһы хәбәр итә.

10 авг, 15:22

Өфөлә Комсомол урамында коммуналь авария эҙемтәләре бөтөрөлә

Өфөлә коммуналь авария эҙемтәләре бөтөрөлә. Совет районында иртәнсәк һыу селтәре сафтан сыға. Әле урында белгестәр эшләй.

07 авг, 12:23

Еүешләнде әҙәм торлағы

Баш ҡалала көслө ямғыр эҙемтәләре... Кисәге ҡойма ямғыр йөҙәрләгән өфөлөләргә ҙур мәшәҡәт һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Ябай фатир хужаларынан тыш, элитала йорттарҙа йәшәгән хәлле кешеләр ҙә зыян күрҙе. Баҙар хаҡы 18- 20 миллион һумға баһаланған фатир хужалары матди юғалтыу күләмен иҫәпләй.

07 авг, 00:15

Башҡортостанда 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр

Башҡортостанда заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә 429 йорт алдын һәм 129 паркты төҙөкләндерәсәктәр. Был хаҡта 6 августта Республика Хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

06 авг, 14:55

Өфөлә Сәскәләр фестивале үтә

С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда 25 августта Сәскәләр байрамы үтәсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн заявканы 15 августҡа тиклем Орджоникидзе районы хакимиәтенә тапшырырға мөмкин.

02 авг, 17:49

Өфөлә Вострецов урамында биш йорт алды төҙөкләндерелә

«Ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә йорт алдына асфальт һалына. Артабан эшселәр инеү урындарын төҙөкләндерәсәк.

02 авг, 12:05

Хаҡ түләү мөһим түгел, фатир йылы булһын!

Благовещен районы Ильина Поляна ауылының күп фатирлы йорттарында йәшәүселәр ҡышҡы һыуыҡтарға түҙә алмаҫбыҙ тип зарлана. Сөнки шәхси йылытыу системаһына күскәндә өс бүлмәле фатирҙарҙың икәүһенә генә торба һуҙылған. Ауыл халҡын шулай уҡ йылытыу приборҙарының әҙ ҡуйылыуы хафаға һала.

26 июл, 00:13

Өфөнөң Совет районында гараждар һүтелә

Уҙған ике аҙна эсендә Совет районының коммуналь хеҙмәттәре ун ике гаражды һүтә. Ҡоролмалар алынғандан һуң, уларҙың биләмәләре таҙартыла, ун ике транспорт сүп-сар түгелә. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

24 июл, 16:47

Өфөнөң Октябрь районында дүрт арт-объект урынлаштырыла

Октябрь районында белгестәр дүрт хайуан объекттары- айыу, арыҫлан, бүре һәм һеләүһен һындары урынлаштырыла. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр. (к1)

19 июл, 11:14

Йөҙ йыллыҡҡа - 100 объект

Республиканың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостанда мөһим социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшө дауам итә. Благовар районында мәҫәлән, үҙәк район дауаханаһы сафҡа инер тип көтөлә. Эш былтыр декабрҙә башланған. Әлеге ваҡытта учреждениеның беренсе ҡаты тамамланған.

17 июл, 23:45

Өфөлә йәшәүселәр йылытыу миҙгеле осоронда ғына хеҙмәтләндереү хаҡы түләйәсәк

Республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, 1 октябрҙән йылылыҡ өсөн йылытыу миҙгеле осоронда ғына хаҡ түләйәсәктәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул осор һигеҙ ай дауам итә. Әле йортта йәшәүселәр йылылыҡ өсөн «1/12» схемаһы буйынса түләй, был ай һайын түләүҙе аңлата.

02 июл, 14:46

Республикала 23 меңдән ашыу фатир шәхси йылытыуға күсерелә

2018 йылда программа Башҡортостандың алты ауылында ғәмәлгә ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, Благовещен, Дүртөйлө, Мәсетле, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ районы ауылдары быйылғы планға индерелгән. Благовещен районының мәҫәлән, Ильина Поляна ауылында 22 йорт шәхси йылытыуға күсереләсәк.

26 июн, 22:02

1 июлдән республикала коммуналь түләүҙәргә хаҡ арта

Газ плитаһы урынлаштырылған йорттарҙа йәшәүсе ҡала кешеләре электр энергияһы өсөн 14 тингә артығыраҡ түләйәсәк. Сәғәтенә бер киловатт хаҡы - 3 һум 1 тин була, ә электр плитаһы ҡуйылған йорттарҙа түләүҙәр 2 һум 11 тин тәшкил итәсәк. Был хаҡтар электр энергияһы өсөн бер тарифлы иҫәп приборҙары буйынса түләгән ҡулланыусыларға ҡағыла. Ауыл ерендәгеләр өсөн шулай уҡ киловатт сәғәте өсөн 2 һум 11 тин кимәлендә ҡаралған.

26 июн, 22:01

Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһе Левитан урамындағы 22-се йортта капиталь ремонт башланды

"Уңайлы ҡала мөхите" программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән проект "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенеке. Капиталь ремонт уҙғарыу тәҡдиме менән йортта йәшәүселәр сыҡҡан. Төҙөкләндереү мәсьәләләре махсус йыйылышта тикшерелгән.

25 июн, 21:30

Баш ҡалала ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыласаҡ

Бөгөн, 25 июндә, Өфөлә планға ярашлы һыуыҡ һәм эҫе һыу биреү туҡтатыласаҡ. Был Калинин, Ленин һәм Орджоникидзе районында йәшәүселәргә ҡағыла. Был хаҡта Өфө һыу селтәре хәбәр итә.

25 июн, 09:59