Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Сираттағы йылытыу миҙгелендә беҙ яңы система буйынса түләйбеҙ

Ҡышҡылыҡҡа әҙер. Йылы өсөн йыл буйына түгел, ҡулланған айҙарҙа ғына. Быға тиклем Илеш, Баҡалы, Дәүләкән һәм Ҡыйғы райондарында ул пилот рәүешендә һыналды. Өфөлә миҙгел 23 сентябрҙә старт алды. Йылытыуҙа өҙөклөктәр булмаһын өсөн ҡаҙанлыҡтар яңыртыла, иҫкеләре заманса агрегаттар менән алыштырыла.

02 ноя, 22:09

Күсемһеҙ милекте теркәүҙә үҙгәрештәр индерелә

1 ноябрҙән Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы электрон ғариза биреүселәргә белдереү ҡағыҙы ебәрәсәк.

01 ноя, 22:33

Хәйбулла районында тағы ла ике ғаилә торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы алды

Сертификаттар «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы буйынса бүленгән. Таһировтар һәм Азаматовтар ғаиләләре йорттарын төҙөүгә тотонған да инде. Торлаҡ хаҡының 70 проценты дәүләт иҫәбенән ҡаплана.

31 окт, 22:07

Башҡортостан юлдары ҡарҙан таҙартыла

Уҙған төндә ҡала һәм райондарҙа ҡар яуҙы. Өфө урамдарына 200-ҙән ашыу техника сыҡҡан. Ҡар таҙартыуға шулай уҡ коммуналь хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән.

31 окт, 11:00

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың күпмегә артыуы билдәле булды

Ил хөкүмәте төбәктәр өсөн киләһе йылға тарифтарҙы хупланы.

31 окт, 10:00

Өфө янында йөҙҙәрсә кеше йортһоҙ ҡалыуы ихтимал

«Булгаков дачалары» клуб ҡасабаһынан ер участкалары, торлаҡ һатып алыусылар документтар рәсмилләштереүҙә ҡаршылыҡтарға юлыҡҡан. Проблема Өфө районы хакимиәте, Росреестр һәм прокуратура араһында суд процестары барыуға бәйле. Биләмәлә мөлкәт ҡулланыуға сикләүҙәр һалынған. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

29 окт, 22:18

Стәрлетамаҡ ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүсе граждандар емерелеп барған иҫке бинала көн күрә

Уңайһыҙ мөхит. Ятаҡта түшәмдәрҙән һыу аға, тәҙрәләрҙән ел өрә, йыуыныу бүлмәләре санитар талаптарға яуап бирмәй. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ бинаны хеҙмәтләндереү һәм ремонт өсөн талап ителгән сумманы идарасы компанияға түләй. Тулыраҡ БСТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

29 окт, 22:15

Республиканың бөтә райондарында ла урам яҡтыртҡыстары тейешле талаптарға яуап бирмәй

Был турала Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мәсьәләгә иғтибар бүлергә ҡушты.

29 окт, 13:00

Өфөнән Нуғай ауылына тиклем юлдың бер өлөшө 266 миллион һумға ремонтлана

Эште башҡарыусы компания киләһе айҙа һайлана. Ремонтты 2020 йылдың майында башлап бер йыл эсендә тамамлау планлаштырыла.

29 окт, 12:19

Башҡортостанда йылы өсөн түләүгә бәйле ҡыҙыу элемтә булдырылған

Ҡабул ителгән нормаларға ярашлы, хәҙер йылы өсөн түләү ҡышҡы миҙгелдә генә алына. Быға тиклем йыл әйләнәһенә һәр айға тигеҙ итеп бүленә ине.

29 окт, 10:34

Стәрлетамаҡ һәм Күгәрсен райондарында контейнер майҙансыҡтары бөтә талаптарға яуап бирә

Улар – идеаль. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Аталған биләмәләрҙә сүп һауыттары бетон нигеҙгә урынлаштырылған. 2020 йылға тиклем ошондай контейнер майҙансыҡтарын һәр ихатала булдырыу күҙаллана.

28 окт, 16:05

"Инцидент". Өфөнөң Революцион урамындағы 52-се йорт подъезында ут булмаған

Билдәһеҙҙәр плафон һәм лампаларҙы ватып, электр сымдарын өҙөп алған. Мария Иванова ошо йортта йәшәгән әсәһе өсөн борсола. Подъезда бигерәк тә оло йәштәгеләргә баҫҡыстан менеп-төшөү хәүефле, ти ул.

28 окт, 15:39

Урамдар яҡтыра

Республика муниципалитеттарында мәктәптәргә илткән юлдарҙы яҡтыртыу тамамланды. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ошо турала белдерҙе.

28 окт, 15:00

Социаль объекттар төҙөлөшө етди контролдә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Өфө ҡалаһы һәм районында яңы биналар төҙөлөшө менән танышты. Ул “Демография” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

28 окт, 10:41

Күмертауҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң оҫта хеҙмәткәрҙәр асыҡланды

Ҡалала һөнәри бәйгенең республика этабына йомғаҡ яһалды.

26 окт, 22:07

Ейәнсура районында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхите» төбәк проекты тормошҡа ашырыла

Был маҡсатҡа 11 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Дүрт йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Иҫәнғол ауылы үҙәгендә урынлашҡан Сергей Чекмарев исемендәге парк оҙаҡ йылдар дауамында ҡарауһыҙ булған.

25 окт, 21:15

Алданған өлөшсөләр фатирлы буласаҡ

Өфөлә "Миловка паркы" торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө 1 декабргә тиклем яңы фатир туйлаясаҡ. Был датаны Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләгәйне. Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин фатирҙар әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

25 окт, 16:00

Өфө - Бөрө юлының 12 километрҙан ашыу өлөшө төҙөкләндерелгән

Ремонт эштәре "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса башҡарылған. Юлсылар үҙ эшендә "ресайклинг" алымы ҡулланған.

25 окт, 15:00

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө артҡан

Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 9 айҙа 1 миллион ярым квадрат метр төҙөлгән.

24 окт, 18:00

Оҙаҡ йылдар Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе граждандар емерек йорттарҙа йәшәй

Уңайлы шарттар көтөп. 50-се йылдарҙа һалынған ике ҡатлы өйҙәр күптән авария хәлендә тип танылған, әммә урындағы властар фатир хужаларын яңы йорттарға күсерергә ашыҡмай. Граждандарҙың тормошо БСТ каналының ижади төркөмө яҙмаһында.

22 окт, 23:22