Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Өфөнөң велоинфраструктураһын ҡәнәғәтләнерлекме?

Башҡортостан башлығы дебаттар ваҡытында ике тәгәрмәсле транспорт өсөн тәғәйенләнгән юлдарға ҡағылышлы һорауға яуап бирҙе.

26 май, 21:03

Баш ҡалала ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыласаҡ

Бөгөн, 25 июндә, Өфөлә планға ярашлы һыуыҡ һәм эҫе һыу биреү туҡтатыласаҡ. Был Калинин, Ленин һәм Орджоникидзе районында йәшәүселәргә ҡағыла. Был хаҡта Өфө һыу селтәре хәбәр итә.

25 июн, 09:59

Өфө хакимиәтен Нагай ҡасабаһындағы юлдарҙы төҙөкләндерергә ҡуштылар

Нагай ауылында юлдарҙы һәм яҡтылыҡ селтәрен төҙөкләндерәсәктәр. Прокуратура Өфө хакимиәтен тейешле эштәрҙе башҡарырға ҡушты. Урында йәшәүселәрҙең ялыуы буйынса тикшереү эше үтә.

22 июн, 15:38

Отнурок ауылына Ильич уттары инде

Белорет ҡалаһынан алыҫ түгел генә урынлашҡан ауылға ниһәйәт электр уты үткәрелде. Быға тиклем ауыл халҡы генератор, шәмдәр, аккумуляторҙар ярҙамында ғына көн итә, замана уңайлыҡтары тураһында хыяллана ғына ине. Һәм быфл хыял тормошҡа ашты. Республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәндән һуң Отнурокты ла электр сымдарына тоташтырҙылар.

20 июн, 21:39

Өфөнөң Жуков урамында йәшәүсе хаҡлы ялдағы ханым мутлашыусылар ҡапҡанына эләгә

Үҙҙәрен коммуналь хеҙмәткәр тип танытыусылар фатирға инеп, хужабикәне төп башына ултырта. Һынаулы минуттар эсендә 16 мең аҡсаһын елгә осорған Алевтина Бармут хаҡлыҡ эҙләп, беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Кемдәр улар төп башына ултыртыусылар? Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

18 июн, 21:39

Өфөнөң төнъяғында урамдарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Башҡалала Дан бульвары һәм Калинин урамында А. Невский урамынан алып Тыныслыҡ урамына тиклемге өлөшөндә транспорттарға хәрәкәт итеү сикләнәсәк. Был юлдарға асфальт һалыныуға бәйле. Ремонт эштәре ағымдағы йылдың 20 октябренә тиклем дауам ителәсәк.

18 июн, 15:20

Башҡалала 22 июндә бер нисә йортта һыуыҡ һыу биреү туҡтатыла

«Өфө һыу селтәре» ваҡытлыса һыу биреүҙе туҡтатыу тураһында иҫкәртә. Һыу иртәнге сәғәт ун берҙән алып киске сәғәт ун бергә тиклем туҡтатыласаҡ. Был арауыҡта ремонт эштәре башҡарыласаҡ.

14 июн, 16:46

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн бурыслыларға рейдтар башланды

Ошо көндәрҙә башҡалала торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн бурыстары булғандарға рейдтар башланды. Бурыслылар транспорт сараһыҙ, техника һәм электорникаһыҙ ҡалыуы мөмкин.Рейдтар идара итеү компанияһы менән берлектә ойошторола.

09 июн, 09:18

Асыҡ диалог

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса республиканың дәүләт комитеты идарасы компаниялар менән фатир хужалары араһында бәйләнеште нығыта. Торлаҡ милекселәрен ҡабул итеү 7-се тапҡыр ойошторолдо. Күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы тәртиптә тотоу һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр мәсьәләһе бөгөн үткән осрашыуҙа ҡаралды. Баш ҡаланың Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында уҙған фекер алышыуҙа хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов ҡатнашты.

06 июн, 21:23

Утһыҙ тормош

Өфө янындағы "Васильки" баҡсасылыҡ ширҡәтендә электр уты өҙөлгән. Баҡсала күптәр йыл әйләнәһенә йәшәй. Линия 450 мең һумлыҡ бурыс өсөн эшентуҡтата. Урындағы халыҡ мейес яғып, шәм яҡтыһында йәшәргә мәжбүр.

01 июн, 23:13

Уңайлыҡ өсөн көрәш

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан йорттарҙың береһе йылыһыҙ һәм һыуһыҙ ҡалыуы ихтимал. Һәр хәлдә урындағы халыҡ киләһе миҙгел өсөн бөгөндән үк борсола башлаған. Килеп тыуған проблеманы улар автоном эшләүсе ҡаҙанлыҡ хужаһы менән бәйләй. Йәнәһе лә, ул ресурстар менән тәьмин итеүсе бинаны һатыуға сығарған.

30 май, 23:14

Өфөлә йылылыҡ өсөн хаҡ артасаҡ

Өфө ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәһендә, ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Андрей Федосов хәбәр итеүенсә, киләһе ҡыш миҙгелендә йыйылылҡ өсөн хаҡтар артасаҡ. Йылы өсөн миҙгелле түләү булдырыу күҙаллана. Сумма, элекке кеүек ун ике айға түгел, ә ете айға бүленәсәк.

29 май, 12:11

Өфөлә Зәйнулла Рәсүлов урамында ремонт эштәре башланды

Был урамда капиталь ремонт эше башҡарыла. Төҙөклндереү «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә башҡарыла. Белгестәр юлды фрезалау эшен башҡарғанда инде.

29 май, 09:49

Өфөлә 21 майҙан ҡайһы йорттарға һыу биреү туҡтатыласаҡ?

Өфөлә планлы рәүештә киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек эше башланды. Был, ҡала йорттарына һыу биреүҙе туҡтатып тороуҙо аңлата.

21 май, 14:29

Заманса битум - сифатлы юл

Республика юлдарын төҙөкләндереүҙә һығылмалы битум ҡулланыласаҡ. Спас истемаһы буйынса эшләнгән заманса материал Салауат ҡалаһында етештерелә. Бөгөн заводтан уның тәүге партияһы оҙатылды. Битум төбәктең климат шарттарына яраҡлаштырылған, йәғни сатлама һыуыҡтарға ла, селлә эҫеләргә лә сыҙамлы.

18 май, 22:58

Башҡалала коммуналь хужалыҡтар яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә башланы

Күптән түгел башҡалала йылытыу миҙгеле тамамланды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары яңыһына әҙерләнә башланы ла инде. Билдәле булыуынса, үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл фатирҙар 9 көнгә оҙағыраҡ йылытылды.

17 май, 09:28

Коммуналь түләүҙәр арта

Һыу менән тәьмин итеү яҡынса 18 процентҡа күтәрелә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр уның бер кубы өсөн яҡынса 25 һум 72 тин түләйәсәк.

15 май, 20:41

Өфөлә ремонт эштәре башҡарылыу сәбәпле, ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Өфөлә юлдарҙы ремонтлау сәбәпле, ҡайһы бер урамадарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк. Әлеге ваҡытта бер нисә урамда төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәттә бара.

15 май, 09:49

Сифатлы һәм хәүефһеҙ юл

Өфөнөң транспорт инфраструктураһы камиллаштырыла. Федераль программаны ғәмәлгә ашырыуға 2 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сығымдарҙың яртыһы республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана. Әле эш Өфө аэропорт юлы һәм Октябрь проспектында бара.

14 май, 20:52

Киләһе аҙнала Өфөнөң бер нисә районында һыу биреү туҡтатыласаҡ

Киләһе аҙнанан Өфөлә һыу биреү туҡтатыласаҡ. Башҡаланың ҡайһы бер райондарында йәшәүселәр эҫе һыуһыҙ, ҡайһы саҡта һыуыу һыуһыҙ ҙа ҡаласаҡ. Был хаҡта «Өфө һыу селтәре» ойошмаһы хәбәр итә.

11 май, 15:59