Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Туймазы ҡалаһында ер убылған

Билдәле булыуынса, бөгөн ҡаланың Совет урамында юл япмаһының бер өлөшө ишелгән. Упҡындың киңлеге 4, тәрәнлеге 3 метр ярым тирәһе.

03 май, 20:53

Ҡарауһыҙ ҡалған йорт

Ҡарауһыҙ ҡалған социаль торлаҡ ҡасан төҙөкләндерелер?! Белорет ҡалаһында былтыр ун биш етем балаға яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырыла, әммә шатлыҡ оҙаҡҡа бармай. Ҡышҡыһын торлаҡта йәшәүселәрҙең мөлкәте һыу аҫтында ҡала, бинала эске яҡтан етешһеҙлектәр барлыҡҡа килә.

10 май, 22:53

Өфөлә йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыла

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән йорттарға йылылыҡ биреү туҡтатыласаҡ. 9 май йорттар йылылыҡ менән тәьмин ителһә, 10 май иһә йылы биреү туҡтатыласаҡ.

08 май, 09:56

Башҡалала быйылғы йылда 238 күп фатирлы йорттоң ҡыйығын төҙөкләндереү ҡаралған

Быйылғы йылда ла күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү эше дауам итә. Ремонт эштәрен 238 йортта башҡарыу күҙаллана. Билдәләүҙәренсә, эшселәр заманса материалдар ҡулланып, йорт ҡыйыҡтарын алмаштыра.

04 май, 14:37

Бәхәсле йорт

Стәрлетамаҡтың Депо урамындағы 19-сы йортто ике идарасы компания бүлешә алмай. Фатир хужалары ла ике фронтҡа бүленгән. Йортта йәшәүселәр ҡыйыҡта капиталь төҙөкләндереү эшләнмәүенә зарлана. Ирегән ҡар, ямғыр һыуҙары өҫкө ҡаттағы фатирҙарға, коридорға аға. Ойошма эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр йортто икенсе идарасы компания ҡарамағына күсергән.

01 май, 21:17

Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡ асылды

Башҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары эшселәре өсөн ятаҡ асылды. 526 кв.метр майҙандағы торлаҡ Бикбай урамындағы егерме ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан.

28 апр, 09:18

Көнүҙәк мәсьәләләр

Республика халҡы быйыл көҙҙән йылылыҡ өсөн ҡулланған ваҡытта ғына түләй башлай. Элек был хаҡ 12 айға теүәл бүленә ине.

27 апр, 23:09

Мәҙәни мираҫ статусы капиталь ремонтҡа кәртә булырға тейеш түгел

Был турала Рәсәй йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл һәм төҙөлөш буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор белдерҙе.

25 апр, 22:57

Социаль торлаҡ

Социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса республиканың күрһәткестәре яҡшы. Был турала Рәсәй йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор билдәләп үтте.

24 апр, 20:39

Башҡортостан Рәсәйҙең иң төҙөк төбәктәре исемлегендә

Был турала Рәсәйҙең Төҙөлөш министры Михаил Мень Ялтала үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда биргән интервьюһында белдерҙе.

23 апр, 22:21

Юл кәрәк!

Бөрө ҡалаһының Көньяҡ-көнбайыш, Телеүҙәк биҫтәләрендә йәшәүселәр юлһыҙ интегә. Батҡаҡ урамдарҙан урындағыларға ашығыс ярҙам машинаһы һәм башҡа хеҙмәттәр барып етә алмай. Уҡыусыларға мәктәпкә, бәләкәстәргә балалар баҡсаһына йәйәү йөрөү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ошондай уҡ мәсьәлә менән Кушнаренко районының Субай ауылынан да беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт иттеләр. Цивилизация ҡайҙа тамамлана?

16 апр, 23:17

Бейектән юғары хаҡ

Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәүселәр юғары хаҡ күрһәтелгән квитанциялар килеүенә зарлана. Урындағы халыҡ электр энергияһы өсөн бер айҙа 30, икенсеһендә - 80 мең түләргә мәжбүр. Быны улар ике йыл элек бағаналарға урынлаштырылған иҫәпләү ҡоролмаларынан күрә. Буй етмәҫлек бейеклеккә ҡуйылған прибор күрһәткестәрен кем контролдә тота

09 апр, 23:27

Интернет аша ғына юлдарҙы ремотлау

Бер йыл элек Өфөлә емерек юлдар картаһы барлыҡҡа килде. Интернеттағы был ресурста һәр кем урамдарҙа хасил булған соҡорҙар тураһында хәбәр итә, уларҙы фотоһүрәткә төшөрөп ебәрә ала.

07 апр, 21:01

Заманса иҫәпләү ҡоролмаһы

Благовещен ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһенә пилот проекты сиктәрендә яңы иҫәпләү ҡоролмаһы ҡуйылған. Прибор фатирҙарҙа һыу, электр энергияһы күпме сарыф ителгәнлеген сәғәт һайын күҙәтеп барыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, күрһәткестәр онлайн режимда уҡ яҙып алына.

05 апр, 23:09

Өфөнөң дүрт биҫтәһендә һыу һүндереләсәк

Был аҙнала “Өфө һыу каналы” баш ҡалабыҙҙың дүрт районында ремонт эштәрен башҡара.

02 апр, 17:40

Үткән төн эсендә Өфөнән 1000 кубометрҙан ашыу ҡар сығарҙылар

Баш ҡалабыҙҙың Киров районында актив рәүештә урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар.

28 мар, 10:15

Йәнә һыу һүндерәләр

Иртәгә, 28 мартта, Өфөнөң дүрт биҫтәһендә һыуыҡ һыу һүндереләсәк.

27 мар, 18:21

Бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы еңеүселәре билдәләнде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Рәсәй Президенты һайлауы менән бергә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн рейтинг тауыш биреүҙәр үтте. Өҫтөнлөклө программала республиканың 24 районы ҡатнаша. Өфөлөләр тәҡдим иткән тиҫтәнән ашыу йәмәғәт урынынан «Ҡашҡаҙан» паркы менән «Тулҡын» скверы иң күп тауыш йыйыусылар исемлегендә. Тимәк, быйыл был ике объектта ла төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.

21 мар, 22:59

Өфө урамдарының береһен һыу баҫҡан

Бөгөн иртәнсәк Инициатива урамы, 13 адресы буйынса һыу торбаһы йырыла.

21 мар, 17:34

Өфө ҡалаһының урамдарын, йорт ҡыйыҡтарын ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу эштәре әүҙем бара

Көн һайын 950 урам таҙартыусы һәм 150 тракторсы ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу эштәрен башҡара. Көслө ҡар яуған көндәрҙә уларға башҡа ойошмаларҙан ярҙам килә.

19 мар, 18:00