Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Хәйбулла районында подъездар ремонталанасаҡ

Республика программаһына ярашлы, эштәр 9 йорттоң 19 подъезында башҡарылыр тип күҙаллана. Атап әйткәндә, тәҙрәләр, ишек, иҙәндәр, баҫҡыстар алыштырыласаҡ стеналар буяласаҡ. Ремонт саралар май айында башлана. Районда бөтәһе 228 подъезд яңырыу кисерәсәк. Быйыл ремонтҡа 2 миллион 400 мең һум аҡса тотоласаҡ, уның 240 меңе хакимәттән бүленә.

16 апр, 23:59

Күмертауҙа етем һәм ата әсә-ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Туғыҙ ҡатлы яңы йорт ҡала үҙәгендә урынлашҡан. 2013 йылдан бирле эшләп килгән республика программаһына ярашлы, Күмертауҙа 92 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. Тантанала яңы йорт һалынған биҫтә киләсәктә төҙөкләндереләсәк, тип билдәләнде.

17 май, 22:50

Өфөлә иң матур ихата, йорт алды баҡсаһы һәм балконды асыҡлайҙар

Конкурста күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр, айырым подъездар ҡатнаша ала. Төп маҡсат – йәшәгән ҡалабыҙҙың сағыуыраҡ, бөхтә һәм матурыраҡ булыуына өлгәшеү.

17 май, 08:14

Быйыл Башҡортостанда 4 мең самаһы подъезд ремонтлана

Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы бер ай самаһы элек башланды. Эштәр графикка ярашлы алып барыла.

16 май, 12:12

Сүп-сарҙы эшкәртеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре Өфөлә ҡарала

Ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары халыҡ-ара съезға йыйылды.

16 май, 10:18

Хөкүмәттә үткән

Нефтекамала "Интеграл" компанияһы башлаған дүрт йорттоң икәүһе 1 октябргә әҙер була. Ә Өфөләге объекттар башҡа инвестор иҫәбенә төҙөләсәк.

30 апр, 10:21

Был аҙнала Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте

Коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар ҡышын да, йәйен дә етәрлек. Уларҙы хәл итеү юлдары республикала беренсегә уҙғарылған Управдом форумында өйрәнелде.

27 апр, 23:40

Өфөнөң «Миловка паркы» торлаҡ комплексы йорттарында төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Республика етәкселеге ярҙамы менән 1 июлгә тиклем 3 йорт сафҡа инер тип күҙаллана. Әммә ремонтты фатир хужаларына үҙҙәренә эшләргә тура киләсәк.

24 апр, 23:05

Башҡортостанда алты йыл эсендә 26 мең подъезды төҙөкләндереләсәк

Комплекслы ремонт ойоштороу буйынса программаны тормошҡа ашырыуға йыл һайын 1 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Киҫкен проблеманың хәл ителеүен республика етәксеһе Радий Хәбиров контролгә алғайны. Ниһайәт, күп ҡатлы йорт подъездарында киләһе аҙнала ремонт эштәре башлана.

12 апр, 23:43

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһе мәсьәләләре яҙғы форумда ҡарала

Ул 16-18 апрелдә Өфөлә була. ВДНХ комплексы генераль директоры Альбина Килдеғолова әйтеүенсә, Яҙғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы округта ошо өлкәләге иң ҙур йыйын һанала. (а1)

12 апр, 11:33

Республиканың төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Өфөнөң оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш объекттарының хәл-торошо менән танышты

Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштәр иғтибар үҙәгендә. Республиканың төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Өфөнөң "Серебрянный ручей" һәм "Миловка паркы" торлаҡ комплекстарындағы эштәр барышы менән яҡындан танышты. Бында әле бер нисә йорт файҙаланыуға тапшырыуға әҙерләнә.

10 апр, 22:52

Миловка паркындағы өс йорт 1 июлгә сафҡа инә

Икенсе этапҡа төҙөүселәр 15 апрель тотонор тип көтөлә. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар бөгөн Миловка паркында эш барышы менән танышты. 5 йыл үткән, фатир һаман сафҡа инмәгән.

05 апр, 22:47

Миловка паркы торлаҡ комплексындағы өс йорт 1 июнгә файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Был тура бөгөн республика йортонда үткән "Төҙөлөш сәғәте"ндә билдәле булды. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәкселеге Радий Хәбировҡа йорттарҙың юғары әҙерлек кимәлендә булыуын хәбәр итте. Ике аҙнанан комплекстағы тағы ике торлаҡ йорттоң файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты аныҡланасаҡ.

25 мар, 23:36

Шишмә районында инвалид бала тәрбиәләүсе ғаилә авария хәлендәге 51 квадрат метр майҙанлыҡ йортта йәшәргә мәжбүр

Йәшәү шартын яҡшыртыу маҡсатында улар алтынсы булып сиратҡа тора. Ғаилә ағзалары әйтеүенсә, район хакимиәте тейешле торлаҡ тик бер-нисә йылдан һуң ғына биреләк тип вәғәҙәләй. Сараһыҙлыҡтан улар судҡа мөрәжәғәт иткән.

21 мар, 22:12

Радий Хәбиров Иглин районынан торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға июль уртаһына тиклем фатир асҡыстарын тапшырырға ҡушты

Бындай бурыс үтәлеүен әле 65 өлөшсө көтә. Республика етәксеһе был турала бөгөнгө төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Иглин районы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар иҫәбе буйынса республикала Өфө ҡала һәм районынан һуң өсөнсө урында килә. Барлығы 723 кеше.

19 мар, 00:02

Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эше тураһында: «Ҡышты лайыҡлы уҙғарҙыҡ, алда шулай уҡ көсөргәнешле йәй»

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙенең һәр миҙгеле танғыһыҙ үтә. Шулай ҙа йылдың бер көнөндә улар һөнәри байрамдарын билдәләй. Бөгөн тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен республика етәксеһе тәбрикләне.

19 мар, 00:00

Республикала яҡынса 1700 өҫтәлмә яҡтыртҡыс ҡоролмалары урынлаштырыла

Төбәк Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһенә туҡталды. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев сығыш яһаны. 2024 йылға тиклем «Яҡты ҡала» төбәк программаһы сиктәрендә, республикала 140 мең яңы яҡтырҡыс ҡоролмала урынлаштырыу һәм 43 мең электр бағанаһын төҙөкләндереү күҙаллана.

18 мар, 14:22

Радий Хәбиров төбәктә 15 июнгә тиклем юлдарҙа төҙөкләндереү эшен тамамларға бойорҙо

Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров дәүләт комитетына тейешле күрһәтмә бирә. Соҡорҙарҙы ямау буйынса мөһим эштәр 15 апрелдә башланасаҡ.

18 мар, 11:41

Бер ай эсендә республиканы сүп-сарҙан таҙартыу бурысы тора

Оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев экологик өмәләр айлығына әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Киреев билдәләүенсә, республика май айына тиклем сүп-сарҙан, саңдан таҙартылырға тейеш. Бынан тыш, ағастар аҡланасаҡ, бордюрҙар буяласаҡ.

18 мар, 11:23

Өфө ҡалаһы Халтурин урамының 46 йортонда йәшәүселәр фатирға һыу инеү ихтималлығынан ҡурҡа

Ҡыш буйы йыйылған ҡар өйөмө иреһә, цоколь ҡатҡа төшөр тип борсола улар. Йортта йәшәүселәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.

13 мар, 23:39