Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр йәшәү шарттарына зарлана

Улар беҙҙең редакцияға ярҙам һорап шылтыратты. Халыҡты Яңауыл урамындағы яңы йорттоң эшләнеп бөтмәй тапшырылыуы борсой. Фатир һатып алыусылар үҙҙәре унда йәшәргә күскән дә инде.

13 фев, 23:34

Сибайҙың дөйөм йорт ихтыяждары мәсьәләһе «Стриж» ярҙамында хәл ителә

Сибай ҡалаһында уҙған йылдан коммуналь ресурстарҙы иҫәпләүсе автоматлаштырылған программа эшләп килә. Ул ете йылға иҫәпләнгән. Хәҙер урындағы халыҡ күршеләре өсөн яуап бирмәй, ә үҙҙәре тотонған һыу өсөн генә түләй.

12 мар, 23:50

Иглин районының Урман ҡасабаһында йәшәүселәр фатир туйланы

Яңы йорт Оло-Тәләк ауылында республиканың торлаҡ фонды ярҙамында һалынған. Өс ҡатлы йорттан фатир асҡыстары авария хәлендәге йортта йәшәүселәргә, социаль программа буйынса сират көтөүселәргә тапшырылды. Урмандан яңы йортҡа бөтәһе 48 ғаилә күсә.

11 мар, 23:53

Өфөлә ҡала халҡы менән коммуналь ойошма вәкилдәре осрашты

Өфөлә “Асыҡ диалог” акцияһы үтә. Был күп фатирлы торлаҡ йорт хужалары һәм идарасы компаниялар араһында партнер мөнәсәбәттәре төҙөү өсөн ҡулай майҙансыҡ. Акцияның ойоштороусыһы - Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты. Сарала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.

11 мар, 23:52

Быйыл Башҡортостанда 480 ихата тәртипкә килтереләсәк

"Башҡортостан ихаталары" программаһын бойомға ашырыу өсөн миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Программа берлектә финанслау принцибына нигеҙләнгән: аҡсаның 99 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленә, ҡалғаны халыҡтыҡы.

06 мар, 23:39

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәргә айлыҡ сығымдары ҡапыл артҡан

Бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан "Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре" ойошмаһы офисына үтерлек булмай. Граждандар коммуналь түләүҙәргә бәйле дәғүәһен белдерергә килә. Квитанциялағы хаҡтар ни өсөн юғары? Тема дауамы беҙҙең сайтта.

04 мар, 23:55

Өфөлә төҙөлгән яңы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр торлаҡ шарттарына зарлана

Өфөнөң Бейеклек 10/1 адресы буйынса сағыштырмаса, яңы йортта йәшәүселәр, төҙөлөш компанияһын йортто төҙөгән ваҡытта кәрәкле ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙә ғәйепләй. Фатир хужалары стеналарҙың күгәреүенә, зәңгәр яҡыулыҡ һүндерелеүенә борсолоу белдерә.

26 фев, 23:27

«Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар йорт туйлаясаҡ

4 мартта 36 ғаиләгә торлаҡ асҡыстары тапшырыласаҡ. Был турала Радий Хәбиров үткәргән "Төҙөлөш сәғәтендә" ҡарар ителде. Әле йортта эштәр тамамланыу алдында.Төҙөүселәр фатирҙарға газ ҡорамалдары урынлаштыра.

25 фев, 23:32

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә тарифтар хаҡы арта

Төбәктә 2019 йылдың беренсе июленән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә тарифтар хаҡы арта. Хаҡтар яҡынса 2%-ҡа күтәреләсәк. Был хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттелә.

14 фев, 09:50

Иглин районының «Дуҫлыҡ» микрорайонында етемдәргә бүленгән йортта һыу тәьминәтендә өҙөклөк күҙәтелә

Беҙҙең редакцияға 24 ғинуарҙан бирле һыуһыҙ интеккән Резеда Әминева менән уның законлы вәкиле Ольга Гайдай мөрәжәғәт итте. Етемдәргә бүленгән фатирҙарҙа һыуһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдары беҙҙең сайтта.

11 фев, 22:48

«Миловка паркы» торлаҡ комплексы өлөшсөләренең мәсьәләһе тиҙҙән хәл ителәсәк

Республиканың арбитраж суды күптән түгел төҙөүсе компанияға ҡарата күҙәтеү процедураһын индерҙе. Юристар, инвесторҙар, өлөшсөләр фекеренсә, яңы алым эштәрҙе көйләүгә булышлыҡ итәсәк. Күҙәтеү процедураһы "Килстройинвест" компанияһының төҙөлөш эштәре ваҡытын, финанслау сығанаҡтарын һәм күләмен үҙ эсенә ала.

08 фев, 23:42

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының бер биҫтәһендә 35 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу торбалары һалына

Дөйөм сығымдар 68 миллион һумға барып баҫҡан. Төҙөлөш эштәре йыл аҙағына тамамланыр, тип көтөлә. 900-ҙән ашыу ғаилә йәшәгән биҫтә урынында ун йыл элек ҡола ялан булған тип әйтмәҫһең дә. Биләмә йылдан-йыл үҫә, төҙөкләнә.

08 фев, 22:01

«Миловка паркы» торлаҡ комплексында урынлашҡан өс йорт йәй башына файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән "Төҙөлөш сәғәте"ндә проблемалы объекттар яҙмышы тикшерелде. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар менән эш итеү һөҙөмтәләрен барланы.

05 фев, 23:36

Башҡортостанда йәшәү шартын яҡшыртыу маҡсатында социаль яҡлау программаһы эшләй

Бөгөн үҙ йортоңдо һалып инеү ҡиммәткә төшә. Был йәһәттән халыҡҡа социаль яҡлау программалары ярҙамға килә. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында Хәйбулла районы Петропавловский ауылынан Үлйәбаевтар ғаиләһе йорт төҙөр өсөн субсидия алған. Күптән түгел улар өй туйлаған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

05 фев, 21:56

Өфөнөң Дим районында коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 70 миллион һумдан артҡан

Ҡара исемлектә 1200-ҙән ашыу фатир хужаһы. Бөгөн биҫтәнең коммуналь торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре суд приставтары менән берлектә рейдҡа сыҡты. Әммә фатир хужалары хоҡуҡ органдарына ишек асманы.

01 фев, 22:24

Хөкүмәттә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданған кешеләр мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн "Төҙөлөш сәғәте" форматында ултырыш үткәрҙе. Унда күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе ҡаралды. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев әйтеүенсә, компаниялар менән осрашыуҙар үткәрелгән, торлаҡ комплекстары майҙансыҡтарын ҡарап сыҡҡандар.

28 ғин, 22:55

Башҡортостанда көҙгә тиклем 480 йорт алды төҙөкләндереләсәк

Республика программалары сиктәрендә 142 йәмәғәт урындарын һәм 480 йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү күҙаллана. Был хаҡта төбәк Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был маҡсатта яҡынса өс миллиард һум аҡса бүленәсәк.

28 ғин, 11:17

Күмертау ҡалаһы халҡына торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хаҡтар килгән

Ғинуарҙа алынған квитанциялар Күмертау халҡын аптырауға һала. Фатир хужаларына йылылыҡ өсөн ғәҙәттәгенән юғарыраҡ хаҡтар килә. Халыҡ әйтеүенсә, өҫтәлгән хаҡ бөтәһенә лә бер иш түгел, ҡайһы бер йорттарҙа йәшәүселәргә 200 һумға күберәк, икенселәренә 6 мең һумға тиклем барып баҫа. Берәүҙәр был сумманы түләп өлгөргән, икенселәре хаҡ менән риза түгел.

24 ғин, 21:31

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында 13 саҡрымға һуҙылған һыу системаһы файҙаланыуға тапшырылды

Урындағы халыҡ был ваҡиғаны көтөп алды, әлеге көндә 300-ҙән ашыу йортҡа һыу үҙәк системанан килә башланы. Хәҙер сәй ҡайнатыр һәм көндәлек мәшәҡәттәрҙә тотонор өсөн һыуҙы алыҫтан ташыйһы түгел, тип уртаҡлаша ауылда йәшәүселәр.

24 ғин, 21:29

Баш ҡаланың «Ҡарағайҙар» торлаҡ комплексы йортоноң береһендә елләтеү системаһы аша фатирҙарға газ еҫе ингән

Ҡарағайҙар һөрөмдә. Әммә ағастар түгел, ә торлаҡ комплексы. Бөгөн Өфө эргәһендәге "Ҡарағайҙар" торлаҡ комплексында урынлашҡан йорттарҙың береһенә газ биреү туҡтатылды. Сәбәп – урындағы халыҡтың зәңгәр яғыулыҡ еҫе сығыуына зарланып, хеҙмәтләндереү ойошмаһына шылтыратыуы. Белгестәр тикшергәндән һуң, газ селтәрендә етешһеҙлектәр табылмаған, ә бына елләтеү системаһы дөрөҫ эшләмәүгә бәйле фатирҙарға һөрөм газы үтеп инеүе асыҡланған.

23 ғин, 23:20