Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә федераль үҙәк ярҙамы була

Бюджеттан аҡса бүленә. Бер нисә төбәктә, шулай уҡ беҙҙең республикала ошондай проект һынала. Банкрот төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләрен хәл итеү буйынса фонд директоры Дамир Миңлеханов.

10 окт, 12:15

Башҡортостанда сүпте сорттарға бүлеү комплексы төҙөлә

Ул Туймазы районында урындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында була. Комплексҡа нигеҙ һалынған, быйыл декабрҙә металл ҡоролмаларҙы күтәреү планлаштырыла.

10 окт, 11:03

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 400-гә яҡын алданған өлөшсөгә фатир тапшырыласаҡ

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 1 декабргә «Миловка паркы» торлаҡ комплексын өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыусы 391 кешегә фатир асҡыстары тапшырылырға тейеш.

09 окт, 22:17

Өфөлә ағастарҙан ҡойолған япраҡтарҙы ҙур саң һурҙыртҡыстар менән йыя башланылар

Баш ҡаланың Дим, Совет, Киров, Ленин райондары предприятиелары сүп-сар таҙартыу буйынса яңы машиналар алды.

09 окт, 18:12

“Миловка паркы” торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө тиҙҙән өй туйлай

Был турала Республика етәксеһенең алданған өлөшсөләрҙең инициатив төркөмө менән осрашыуында хәбәр ителде. Өлөшсөләр республика һәм ҡала етәкселәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр ҡабатлап һәр йорт мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк, тине. Осрашыуҙа проблемалы 10 объект тикшерелде. Уларҙың һәр береһе буйынса эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны.

09 окт, 15:03

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһы хәл ителә

Быйыл 9 күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. 500-ҙән ашыу ғаилә фатир алған. Ҡайһы бер йорттар федераль аҡса йәлеп итеп төҙөп бөтөләсәк. Был турала Республика башлығының алданған өлөшсөләр менән осрашыуында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был мәсьәлә иғтибар үҙәгендә ҡала.

09 окт, 12:07

Өфөлә ҡар таҙартыу техникаһы әҙерләнә

Ҡышҡы миҙгелдә 450 трактор-машина ҡулланыу планлаштырыла. Улар 80 процентҡа әҙер. Был турала "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде.

09 окт, 11:17

Башҡортостанда киләһе йылда ремонтланасаҡ подъездар исемлеге төҙөлә

Программа биш йылға иҫәпләнә. Йыл һайын 4 мең подъезд ремонтлау планлаштырыла. "Төбәк операторы" фонды етәксеһе Павел Сафонов.

09 окт, 11:10

Республика программаһы буйынса ремонтланған подъездарҙы даими тәртиптә тоторға кәрәк

Башҡортостан төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ултырышында ошо турала белдерелде. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова.

09 окт, 10:10

Өфө-Аэропорт юлы өсөн Башҡортостанда яуаплылар булмай

Ул 1 ноябрҙә федераль ҡарамаҡҡа тапшырыла. Был турала республика хөкүмәтендә белдерелде.

08 окт, 12:00

Торлаҡ төҙөлөшөндә тәртип урынлаштырыла

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә айырым йорттар ғына төҙөүҙе туҡтатырға ҡушты. Комплекслы ҡарарға кәрәк, йорт янында балалар баҡсаһы, мәктәп, башҡа кәрәкле объекттар булырға тейеш, тип белдерҙе ул.

08 окт, 11:00

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала башлыҡтарын урамдар таҙалығына иғтибар итергә ҡушты

Муниципалитеттарҙа ниндәй техника барлығын анализларға кәрәк, тип белдерҙе ул "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Өфө урамдарында туҙан проблемаһы бөтөрөлгән, әммә бындай хәл башҡа ҡалаларҙа һаҡлана, тине ул.

08 окт, 10:00

Октябрҙән Башҡортостан халҡы йылылыҡ өсөн яңы ысул буйынса түләй башлай

Быға тиклем фатир хужалары коммуналь хеҙмәткә йыл дауамында бер үк күләмдә иҫәпләшһә, хәҙер килгән квитанциялар һаны, ҡағыҙ мәшәҡәте кәмейәсәк.

07 окт, 23:14

Баш ҡалаға өҫтәмә ҡышҡы коммуналь техника һатып алынасаҡ

Махсус техника паркы һуңғы арала күпкә яңыртылды, әммә ихтыяж һаман да юғары. Был мәсьәлә ҡышҡы айҙарға тиклем хәл ителергә тейеш, тине республика етәксеһе. «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте» форматында уҙған кәңәшмәлә ҡаланың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде.

07 окт, 23:13

Өфөлә төбәк операторҙарының Бөтә Рәсәй съезы үтте

Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды тураһындағы законға өҫтәмәләр индереү ҡарала. Уға ярашлы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү менән шөғөлләнгән төҙөлөш компанияларына субсидия бүленсәк.

04 окт, 22:48

Республикала матур һәм әһәмиәтле тип танылған йорт-биналар төҙөүселәргә премия тапшырыу ҡарала

Был турала Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Рәсәй төҙөлөш министры Владимир Якушев менән осрашыуҙа белдерҙе. Эстетик яҡтан иң яҡшы тип табылған проекттарға субсидия бүленәсәк, тине Александр Сидякин.

04 окт, 13:00

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөләге төҙөлөш менән танышты

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев бөгөн Өфөнөң Кузнецов Затоны микрорайонын төҙөү барышы менән танышты.

03 окт, 23:07

Өфөлә илдең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеш йүнәлештәре барлана

Бөгөн Федераль министрлыҡтың стратегик сессияһы буйынса 2035 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға бәйле һөйләшеү үтте. Унда ҡаралған төп йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров.

03 окт, 16:04

Өфө юлдарында тиҙлекте сикләүсе яңы билдәләр ҡуйылды

Белгестәр автоһәүҫкәрҙәрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Күперҙәрҙә һәм юл үткәргестәрҙә тиҙлекте сәғәтенә 40 километрҙан арттырырға ярамай.

03 окт, 13:10

Өфө районында яңы 10 трактор асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте

Яңы БТЗ 150 тракторы “Башсельхозтехника” предприятиеһында Брянск трактор заводы менән берлектә етештерелгән.

03 окт, 13:05