Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Өфөлә «Асыҡ диалог» акцияһы үтте

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә «Асыҡ диалог». Бөгөн ошо исем аҫтында Өфөнөң Орджоникидзе районында сираттағы акция үтте. Республика көнөнә арналған сара Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты башланғысы менән ойошторола.

16 окт, 21:41

Республика программаһына ярашлы, ауылдарға газ үткәрелә

Ошо көндәрҙә Миәкә районы Сытырбаш ауылы халҡы газлы булды. Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса утыҙлап йорт өсөн торбалар һалынды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Лиза Сахапова һөйләй.

16 окт, 12:24

Өфөлә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә Стәрлетамаҡтағы проблемалы йортҡа бәйле һорау ҡаралды

Бында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе һаман хәл ителмәгән. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Ғәлиев төҙөлөштө тағы бер айға оҙайтыуын һораны. Республика башлығы Радий Хәбиров бының менән ризалашманы.

15 окт, 13:06

Рәсәй халҡы коммуналь хеҙмәттәр өсөн яңыса түләй башлай

Бөтә түләүҙәрҙе бер ҡағыҙға берләштереү тәҡдим ителә. Закон проекты әле хөкүмәттә ҡарала. Уның авторҙары фекеренсә, әле түләү ҡағыҙҙары бер нисә, ошо сәбәпле йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа.

15 окт, 12:39

"Инцидент-менеджмент" системаһы Илеш районы Теләпән ауылы халҡына ярҙам итте

Ауылда эсәр һыу үтә сифатһыҙ булған. Был турала социаль селтәрҙәр аша Радий Хәбировҡа еткергәндәр. Мөрәжәғәтте "Инцидент" системаһы теркәгән. Республика башлығы хакимиәте янындағы халыҡ мөрәжәғәттәрен эшкәртеү буйынса төркөм хеҙмәткәре Ләйсән Хәйретдинова.

15 окт, 12:36

Юл ремонтлау бик мөһим бурыс

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика юлдарында соҡорҙар менән көрәште яйға һалыуға йүнәлтелгән мобиль ҡушымта эшен тәнҡитләп сыҡты.

14 окт, 18:00

Башҡортостанда подъездары ғәҙәттәгенән айырылған йорттар ҙа ремонтлана

Был эш быйыл апрелдән старт алған республика программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Өҫтәмә финанслау талап ителә. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова.

14 окт, 12:39

Ихаталар төҙөкләндерелә

Алты йылға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Әле Октябрьский ҡалаһында биш ихатала эштәр тамамланған, ҡалған икәүһе октябрь урталарында әҙер булыр тип көтөлә. Урындағы халыҡ яңы төҫ алған ихаталар менән ҡәнәғәт ҡалған.

10 окт, 17:11

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә федераль үҙәк ярҙамы була

Бюджеттан аҡса бүленә. Бер нисә төбәктә, шулай уҡ беҙҙең республикала ошондай проект һынала. Банкрот төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләрен хәл итеү буйынса фонд директоры Дамир Миңлеханов.

10 окт, 12:15

Башҡортостанда сүпте сорттарға бүлеү комплексы төҙөлә

Ул Туймазы районында урындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында була. Комплексҡа нигеҙ һалынған, быйыл декабрҙә металл ҡоролмаларҙы күтәреү планлаштырыла.

10 окт, 11:03

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 400-гә яҡын алданған өлөшсөгә фатир тапшырыласаҡ

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 1 декабргә «Миловка паркы» торлаҡ комплексын өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыусы 391 кешегә фатир асҡыстары тапшырылырға тейеш.

09 окт, 22:17

Өфөлә ағастарҙан ҡойолған япраҡтарҙы ҙур саң һурҙыртҡыстар менән йыя башланылар

Баш ҡаланың Дим, Совет, Киров, Ленин райондары предприятиелары сүп-сар таҙартыу буйынса яңы машиналар алды.

09 окт, 18:12

“Миловка паркы” торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө тиҙҙән өй туйлай

Был турала Республика етәксеһенең алданған өлөшсөләрҙең инициатив төркөмө менән осрашыуында хәбәр ителде. Өлөшсөләр республика һәм ҡала етәкселәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр ҡабатлап һәр йорт мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк, тине. Осрашыуҙа проблемалы 10 объект тикшерелде. Уларҙың һәр береһе буйынса эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны.

09 окт, 15:03

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһы хәл ителә

Быйыл 9 күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. 500-ҙән ашыу ғаилә фатир алған. Ҡайһы бер йорттар федераль аҡса йәлеп итеп төҙөп бөтөләсәк. Был турала Республика башлығының алданған өлөшсөләр менән осрашыуында белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был мәсьәлә иғтибар үҙәгендә ҡала.

09 окт, 12:07

Өфөлә ҡар таҙартыу техникаһы әҙерләнә

Ҡышҡы миҙгелдә 450 трактор-машина ҡулланыу планлаштырыла. Улар 80 процентҡа әҙер. Был турала "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде.

09 окт, 11:17

Башҡортостанда киләһе йылда ремонтланасаҡ подъездар исемлеге төҙөлә

Программа биш йылға иҫәпләнә. Йыл һайын 4 мең подъезд ремонтлау планлаштырыла. "Төбәк операторы" фонды етәксеһе Павел Сафонов.

09 окт, 11:10

Республика программаһы буйынса ремонтланған подъездарҙы даими тәртиптә тоторға кәрәк

Башҡортостан төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ултырышында ошо турала белдерелде. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова.

09 окт, 10:10

Өфө-Аэропорт юлы өсөн Башҡортостанда яуаплылар булмай

Ул 1 ноябрҙә федераль ҡарамаҡҡа тапшырыла. Был турала республика хөкүмәтендә белдерелде.

08 окт, 12:00

Торлаҡ төҙөлөшөндә тәртип урынлаштырыла

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә айырым йорттар ғына төҙөүҙе туҡтатырға ҡушты. Комплекслы ҡарарға кәрәк, йорт янында балалар баҡсаһы, мәктәп, башҡа кәрәкле объекттар булырға тейеш, тип белдерҙе ул.

08 окт, 11:00

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала башлыҡтарын урамдар таҙалығына иғтибар итергә ҡушты

Муниципалитеттарҙа ниндәй техника барлығын анализларға кәрәк, тип белдерҙе ул "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Өфө урамдарында туҙан проблемаһы бөтөрөлгән, әммә бындай хәл башҡа ҡалаларҙа һаҡлана, тине ул.

08 окт, 10:00