Конкурс иғлан итәбеҙ! - cover

Конкурс иғлан итәбеҙ!

Маҡсатыбыҙ:

Бишек йырҙары аша туған телгә, ғаилә ҡиммәттәренә, мәҙәниәтебеҙгә иғтибар йәлеп итеү.
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған бишек йырҙарын киләсәк быуындарға еткереү.
Йәмәғәтселек иғтибарын инклюзия мәсьәләләренә йәлеп итеү.
Быуындар бәйләнешен нығытыу. Туған телебеҙҙе үҫтереү.

Ойоштороусылар:

«Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы
Проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына башҡарыла

Мәғлүмәти терәк:

«БСТ» телеканалы
«Юлдаш» радиоһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Конкурс тәртибе:

1) документ итеп айырым беркетелгән ғариза;
2) беренсе һәм икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡандар оҫтаның үҙбишеге менән төшкән фотоһы һәм айырым бишек фотоларын беркетеп,

«Бәйләнештә» селтәрендәге «Бишек» төркөмөнә vk.com/bishek_tamir шәхси хәбәр итеп ебәрергә. Һәр ҡатнашыусыға танытма һәм проекттың сувениры тапшырыла.
Һайлап алыу турын үткән һәр бәйгесе хаҡында фильм төшөрөлә.
Еңеүселәр Өфөлә ноябрь айында Әсә көнөндә «Бишек» исемле ҙур ғаилә байрамында Гала-концертта сығыш яһай. Оҫталар бишек күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Һайлап алыу турын үткән бәйгеселәр башҡарған бишек йырҙарынан аудио альбом сығарыла.
Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырыла.

Баһалаусылар:

Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған фольклор һәм тел белгестәре, күркәм ғаилә башлыҡтары

Ғаризалар 7 августҡа тиклем ҡабул ителә

«Бишек — ҙур донъяға ишек»
Балаларыбыҙға донъя ишеген шар асайыҡ, рухтарын нығытайыҡ!


Белешмә өсөн телефондар:
89371530618
Гөлназ Рафаэл ҡыҙы Ишемғолова