Кино сәнғәте бөгөн дә ифрат мөһим

Кино сәнғәте бөгөн дә ифрат мөһим https://bash.news/yuldash/11977_kino-senhete-begen-de-ifrat-mehim
10 янв, 19:00

Рәсүл Сәғитов:

Кино сәнғәте бөгөн дә ифрат мөһим
Кино сәнғәте бөгөн дә ифрат мөһим

- Башҡортостанда 600-ләгән кинофильм башҡорт теленә тәржемә ителгән. Башҡортостанда 3 мең ярым самаһы киноустановка булған, уларҙы 4 мең самаһы хеҙмәткәр эшләгән. Башҡортостанда киномеханиктарҙың береһенә Ленин ордены тапшырылған…

   Ҡыҙғаныс, әммә былар тураһында хәҙер үткән заманда һөйләйбеҙ. Уҙғанды уйлап уфтанырға ярамай, бөгөнгөнө хәстәрләргә, киләсәкте йүнләргә кәрәк, тиҙәр тиеүен, хаҡты ла әйтәләрҙер, шулай ҙа һәр ауыл клубында кино күрһәтелеүен оло һәм урта быуын онотмаған әле, һағынып иҫкә ала. Быны ул фильм ҡарау тип кенә түгел, ә ҡунаҡҡа, осрашыуға, кисәгә, ялға барыу тип тә хәтерләй. Киноға йөрөү бөгөн дә бар, әлбиттә, ләкин, беренсенән, ҡала ерендә генә, икенсенән, күпселектә киң рекламаланған сит ил фильмдарына, өсөнсөнән, күпләп-күмәкләп түгел.

   Былар нимә тураһында һөйләй? Эйе, дәүләттең киноға заманында ныҡ ҙур иғтибар биргәне хаҡында. Иҫләйһегеҙме: ул саҡта, реклама юҡ хәлендәге ваҡытта, Бәләбәйҙәге киномеханиктар курсына романтик һөнәр тип бик ылыҡтыра торғайнылар, барып уҡыусылар ҙа күп булды. Бөгөнгө оло йәштәгеләр күсмә киноустановкаларҙы ла хәтерләй әле, кино күрһәтеүсенең бик абруйлы, көтөп алынған ҡунаҡ булғанын иҫләй. Ленин ордены менән бүләкләнә, тигәйнек бая. Бынан тыш 3-4 кешегә Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены бирелә, утыҙлағаны ил күләмендә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре була. Йәғни дәүләт, игенселәр, малсылар, нефтселәр, төҙөүселәр менән бергә, йылы кинобудкала таҫма әйләндереүселәрҙе лә хөрмәтләй.

   Ни өсөн? Лениндың "Сәнғәттең бөтә төрҙәренән беҙгә иң мөһиме - кино", - тиеүенә таянып, шуны ҡәтғи үтәпме? Ошо һүҙҙәр һәр клуб янында тиерлек яҙылып ҡуйылған ине бит. Тырнаҡтар асылғас, өс нөктә ҡуйылғайны, йәғни был - әйтелгән оҙон һүҙҙән өҙөмтә. Быны бөгөн ысынында икенсерәк булған, дәүләт башлығы Луначарский менән әңгәмәлә: "Халыҡ грамотаһыҙ саҡта, сәнғәттең бөтә төрҙәренән беҙгә иң мөһиме - кино һәм цирк", - тип әйткән, тип раҫлау ҙа бар, әлбиттә, һәм был кино хеҙмәткәрҙәренең белдереүҙе үҙҙәре файҙаһына һаплауы тип тә баһаланып ҡуйыла. Ләкин быны, кириеһенсә, хата баһа, тип раҫлау ҙа бар.

   Бәғзеләр Лениндың кино сәнғәтен революция мәнфәғәтендә генә файҙаланыуын, пропаганда ҡоралы итеп ҡарағанын, шуға ғына  мөһим тигәнен яманлай. Пропаганда тимәй ҙә булмай шул. Был һүҙҙәр Луначарскийҙың хәтирәләренән алынған бит. Улары ла Болтянскийға яҙылған хатында теркәлгән. Йәғни Ленин коммунистик кинематографты үҫтереү бурыстарын әйтә, һүҙмә-һүҙ тәржемә итһәк, "мауыҡтырғыс кинокартиналар менән фәнни кинолар араһында билдәле бер пропорция кәрәклегенә" баҫым яһай, бигерәк тә хроникаға диҡҡәт ҡыла. Ул "коммунистик идеялар менән һуғарылған, совет ысынбарлығын кәүҙәләндергән яңы фильмдарҙы" шул хрониканан башларға ҡуша. Нисек кенә булмаһын, кино тураһында һүҙ була һәм уның пропаганда икәне ул саҡта ла йәшерелмәй. Ул ғынамы, бөгөнгө фильмдар ҙа - пропаганда. Ул да ғынамы - шулай булырға тейеш тәһә. Бер ниндәй ҙә идеяһыҙ, ә, тимәк, умыртҡа һөйәкһеҙ, һәйбәт сәнғәт әҫәрен тыуҙырып булмай бит. Ә инде нимәне өҫкә күтәрә улар - тырыш, намыҫлы хеҙмәттеме, тыныслыҡты, бер-береңә хөрмәтте, саф һөйөүҙеме, әллә шуларҙың киреһенме, бына был инде - мәсьәлә. Юғиһә туҡһанынсы йылдарҙа илгә ситтән нимә генә инеп тулманы… Йылғыр кооператорҙар ҡырҙан беҙҙә бығаса мәңге күрелмәгән видеомагнитофондар йүнләй һалып, ятаҡтарҙа, подвалдарҙа Америка картиналарын, картиналарынмы - уларҙың экрандан ғына яҙып алынған сифатһыҙ һүрәтле, компьютер тауышлы күсермәләрен күрһәтеп, аҡса һуға башланы. Ә сөнки халыҡ, берҙән, ошоғаса тыйылып килгән емешкә һонолдо, икенсенән, яңылыҡ ине, өсөнсөнән, үҙ кинобыҙ көрсөккә терәлде.

   Бынан ниндәй һығымта яһайбыҙ һуң? Дәүләттең күҙәтеүе, хәстәре барыбер ҙә кәрәк. Әммә был самалап башҡарылырға тейеш, юғиһә заманындағы тыйыуҙың ҡапыл быуаның йырылыуына, экрандарҙы бик йәмһеҙ йәки әхләҡи яҡлап күрһәтергә ярамаған нәмәләрҙең баҫыуына килтергәнен әле генә әйттек. Ҙурҙан алғанда, бына шуның өсөн дә быйыл илдә Рәсәй киноһы йылы иғлан ителде.

   Әңгәмәсебеҙ - кинодраматург, Башҡортостан Кинематографистар Союзының яуаплы сәркәтибе Зөһрә Бураҡаева.

GAUGA