Путиндың йөҙөндә борсолоу юҡ...

Путиндың йөҙөндә борсолоу юҡ... https://bash.news/yuldash/12012_putindyn-jezende-borsolou-yuk
12 янв, 15:29

Яңы йыл каникулдары тамамланып, биржалар асылыу менән Рәсәй һумы тағы ла түбәнгә тәгәрәй башланы. Мәскәү банк-ара тауар биржаһында 2016 йылдағы тәүге һатыуҙа милли валюта долларға ҡарата бығаса булмаған күрһәткескә - 76 һумға барып етте. Европа аҡсаһы иһә бөтөнләй 80 һум тирәһендә баһаланды. Дөйөм алғанда, йыл бөтә донъяла финанс иҡтисади тетрәнеүҙәрҙән башланып китте. Ҡытайҙа юань арзаная, Нью-Йорк тауар фонды биржаһы котировкалары һуңғы 115 йылдағы иң түбән күрһәткестәргә тәгәрәне.

Путиндың йөҙөндә борсолоу юҡ...
Путиндың йөҙөндә борсолоу юҡ...

- Рәсәй банкы курсы буйынса бөгөн долларҙың рәсми курсы – 75 һум 95 тин. Ә евро – 82 һум тирәһе. Инвесторҙарҙың Ҡытай иҡтисадына бәйле борсолоуҙары арҡаһында, шулай уҡ баҙарҙа сеймалдың глобаль рәүештә артыҡ күп булыуы һәм Америка валютаһының нығыныуы сәбәпле ҡара алтын һаман арзаная. Бойондороҡһоҙ эксперттар әйтеүенсә, бөгөнгө көрсөк айырыуса хәүефле. Ысынлап та шулаймы һәм әлеге көрсөктөң үҙенсәлектәре нимәлә?  

- Ни өсөн долларҙың хаҡы арта һуң? Белеүебеҙсә, был валютаның ҡаршылығы матди сығанаҡтар менән бер нисек тә тәьмин ителмәгән йәғни ул ҡағыҙ ғына...

- Көнбайыштың иҡтисади экспанцияһына нимә менән яуап бирә алабыҙ.

- Нефттең барреле 30 һумдан да түбәнгә тәгәрәүе ихтималмы? Был тормошҡа ашҡан хәлдә нимә көтөргә?

- 2015 йылдың аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Көрсөктөң иң ауыр осоро артта ҡалды”,- тип өмөт уятҡайны. Был фекер менән килешәһегеҙме?

- Алдағы көндәрҙә бер доллар 115 һум торасаҡ тигән фараздар бар. Был мөмкинме?

- Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән курс. Ил етәкселәре бөтә ерҙә беҙ үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, үҙ көсөбөҙ менн проблеманы хәл итәсәкбеҙ тигәйне. Алға китеш бармы?

- Импортты алмаштырыу программаһы эш башлау менән республикала етештерелгән тауар күләме арта төштө. Шул уҡ ваҡытта урындағы фермерҙарға продукцияны һатыу, ҡулланыусыға еткереү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Был проблема менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы?

- Бер-ике йылдан Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 80 проценты фәҡир хәлендә ҡаласаҡ. Был иҡтисадсы Владислав Жуковскийҙың фаразы. «БИЗНЕС онлайнға биргән интервьюһында ул бына нимә ти:  “Бөгөнгө көрсөк граждандар һуғышынан һуң күҙәтелгән иң етди көрсөк. Ә әлеге иҡтисади курс “Титаник” һәләкәтен тиҙләтә генә.. Нефткә хаҡ артыуға һәм хәлдәрҙең элеккесә булыуына бөтөнләй өмөт юҡ”. Цитата тамам.  Һеҙҙең фекерҙәр, Ғарифулла Хәбибулла улы.

- Бөгөн Рәсәйҙә рәсми теркәлгән фәҡирҙәр һаны 20 миллион самаһы. 9 ай эсендә был һан 3 миллионға артҡан. Йән башына уртаса эш хаҡы 20 мең тип иҫәпләгәндә, әйтелгән һан тағы ла артып китә.  Илебеҙҙә 72–75 миллион кеше ярлы, тип иҫәпләй иҡтисадсы Владислав Жуковский. Килешәһегеҙме?   

- Үҫеш юлында булған ил үҙ проблемалары тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Ә артта ҡалған дәүләт башҡа илдәрҙең мәсьәләләрен күрһәтеү менән шөғөлләнә. Был Рәсәйгә ҡағылмаймы? 

- 2016 йылда ниндәй иҡтисади күренештәр буласаҡ? Реаль инфляция күләме һәм ВВП йәғни эске тулайым продукт?

Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Башҡортостан филиалы етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Рәсәй юристар берлеге ағзаһы Ғарифулла Хәбибулла улы Яппаров ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып барҙы.