Рухи тормошобоҙ бөлгөнләнмәһен

Рухи тормошобоҙ бөлгөнләнмәһен https://bash.news/yuldash/12024_ruhi-tormoshoboz-belgenlenmehen
13 янв, 11:04

Рәсүл Сәғитов:

Рухи тормошобоҙ бөлгөнләнмәһен
Рухи тормошобоҙ бөлгөнләнмәһен

- Бөгөн, 13 ғинуарҙа, кешеләр бер-береһен иҫкесә яңы йыл менән ҡотлай. Кискә уны шартына килтереп ҡаршылаусылар ҙа табылыр, бәлки. Петарда аттырып, бик әҙгә генә килгән, ҡунаҡҡа ғына һуғылған һыуыҡ, саф һауаны төтәтеүселәр ҙә булыр, моғайын.

   Шуның менән бергә ысын, тап бөгөн билдәләнгән дә, байрам менән тәбрикләүҙәр ҙә йыш - Рәсәй матбуғаты көнө бит. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығында бер төркөм хәбәрселәр, улар эшләгән редакциялар бүләкләнде. Араларында беҙҙең радио, беҙҙең һөнәрҙәштәребеҙ ҙә бар, коллективыбыҙҙы, айырым журналистарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ошо уҡ һүҙҙәрҙе башҡа киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән район гәзиттәрендә эшләүсе хәбәрселәргә, ысын мәғәнәһендәге энтузиастарға ла төбәйбеҙ.

   Ғөмүмән, тотош халыҡ байрамы, тип тә булалыр быны, сөнки радионың тыңлаусыһы, телевидениеның ҡараусыһы, гәзит-журналдың уҡыусыһы, Интернеттың, тура тәржемәләһәк,  файҙаланыусыһы бар һәм улар - миллион-миллиондар. Баҫма матбуғатты айырым ҡараһаҡ, элегерәк уны алдырыусылар тағы ла күберәк ине лә бит, хәҙер кәмене, күпкә әҙәйҙе, уныһы бар, әммә был бит гәзит-журналдан ситләшеүҙән түгел, теләп башҡарылмай, ә, йәшерен-батырыны юҡ, иҡтисади хәлдең икенселәйеүенән. Шуға күрә беҙҙең илдәге халыҡты һаман да баҫма мәғлүмәткә ышанған, күп халыҡ алдында әйтелгәнде хөрмәт иткән халыҡ, тип әйтә алабыҙ һәм был ана шул матбуғаттың яуаплылығын да көсәйтә, әлбиттә. Был турала һүҙҙе оҙон-оҙаҡ дауам итергә мөмкин, әммә былай итмәйек, һүҙҙе "Асыҡ студия"ның ҡунағына бирәйек.  "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ул.