Башҡортостан туристар ағымын ҡабул итергә әҙер түгел

Башҡортостан туристар ағымын ҡабул итергә әҙер түгел https://bash.news/yuldash/12098_bashkortostan-turistar-ahymyn-kabul-iterge-ezer-tugel
19 янв, 14:30

   Яңы йыл каникулдарында сит илгә сығыусылар һаны үткән йыл менән сағыштырғанда 30-35 процентҡа кәмегән. Хәҙер ватандаштарыбыҙ Мысыр урынына Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен, Таиланд һәм Израилде һайлай. Аналитиктар ноябрь, декабрь айҙарында эске йүнәлештәр буйынса йөрөүселәр һанының артыуын күҙаллағайны. Илдә ял итеү өсөн популяр урындар – Красная Поляна, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан  һәм Бөйөк Устюг.

Башҡортостан туристар ағымын ҡабул итергә әҙер түгел
Башҡортостан туристар ағымын ҡабул итергә әҙер түгел

Яңы йыл каникулдарында премьер-министр Дмитрий Медведев Сочи ҡалаһында Рәсәйҙә туризмды үҫтереү темаһына арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Был мәсьәләгә иғтибар элек тә ҙур ине. Әммә Мысыр һәм Төркиә курорттары ватандаштарыбыҙ өсөн ябылғандан һуң, ил төбәктәрендә туризм мөмкинлектәрен арттырыу айырыуса көнүҙәк проблемалар рәтенә инде.

2015 йылда 50 миллион кеше йәғни ил халҡының өстән бер өлөшө үҙебеҙҙә ял иткән.

“Сит ил граждандары ла Рәсәйгә тартыла. Былтыр башҡа дәүләттәрҙән 20 миллион турист булған”, - тине премьер-министр.

Рәсәйҙе туризм мәркәзенә әйләндереү өсөн һис шикһеҙ мөмкинлектәр бар. Ләкин уларҙың бөтәһе лә ҡулланыламы һуң? Яҡташтарыбыҙҙың ялын сифатлы һәм лайыҡлы итеп уҙғарыу өсөн ниндәй эштәр атҡарылмай? Маҡсатҡа ирешеү өсөн ниндәй етешһеҙлектәрҙән арынырға, ниндәй хаталарҙы төҙәтергә кәрәк?    

- Әгәр элек Төркиә һәм Мысыр курорттарында ял иткән 5 миллион ватандашыбыҙ, хәҙер Рәсәй буйынса сәйәхәт итһә, эске тулайым продукт 700 миллиардҡа артыр ине. Быны Рәсәй мәҙәниәт министрлығы белгестәре иҫәпләгән. Аҡсалар әлбиттә, ил төбәктәрендә туризм инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Бөгөн Башҡортостандағы курорттарҙы, үҙәктәрҙе, ҡунаҡханаларҙы төҙөкләндереү, уларҙың инфрастурктураһын булдырыу һәм камиллаштырыу, юлдар һалыу өсөн күпме аҡса талап ителә?

- Рәсәй Министрҙар кабинеты эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ иткән саралар планын әҙерләй. Эске йүнәлештәр буйынса эшләгән туроператорҙарға хөкүмәт субсидия бирәсәк. Күпме? Ниндәй талаптар буйынса?

- Рәсәй буйынса сәйәхәт итеү өсөн билет хаҡының тотороҡло, ял үҙәктәренең хәүефһеҙ булыуы талап ителә. Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев: “Популяр курорт маршруттары буйынса осҡан авиакомпанияларға өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк”, - тине. Ял үҙәге танылғанмы, юҡмы икәнлеген кем билдәләй һуң?

- Рәсәйҙә туризмды үҫтереү эше менән шөғөлләнергә тейеш булған дәүләт корпорацияһы төҙөү фекерен Дмитрий Медведев кире ҡаҡты. Һеҙҙеңсә бындай дәүләт ойошмаһы кәрәкме?

- Доллар һәм евро курсы арта. Тимәк, сит илгә самолет билеттары ла ҡиммәтләнәсәк. Шуға ла күптәр йәйге ялын илебеҙҙә үткәреүҙе хуп күрәсәк. Мәҫәлән, Башҡортостан халҡы ҡайҙа ял итә ала? Үҙебеҙҙәге маршруттарҙы ҡараһаҡ...

- Ниндәйҙер ваҡиғаға бәйләнгән туризм танылыу яулай бара. Мәҫәлән, Яҡут Саха республикаһында “Ҡыш Яҡутстанда башлана” тигән фестиваль бар икән. Башҡа төбәктәргә иғтибар итһәк, Нанай мәҙәниәте көндәре, Диңгеҙ балы кеүек байрамдарҙы атарға мөмкин. Быйыл Хабаровскийҙа “Балыҡ аҙналығы” байрамын уҙғарыу ҡаралған. Туристар ауылдар һәм балыҡ етештергән предприятиелар менән таныша аласаҡ. Ваҡиғаға бәйләнгән, ауыл хужалығы, эшлекле туризм, милли аш-һыуҙы танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған турҙарға ихтыяж арта. Башҡортостанда ҡайһы йүнәлештәр табыш килтерә алыр ине?

- Бөгөн ҡайһы төбәктәрҙә бөтә уңайлыҡтары булған, туҡланыу яҡшы кимәлдә ойошторолған туризм үҙәктәре бар?

- Унда кемдәр ял итә? Үҙебеҙҙекеләр генәме, әллә сит илдән килеүселәр ҙә бармы?

- Сит ил кешеләре генә түгел, яҡташтарыбыҙ ҙа туҡланыу насар булыуға зарнала. Ни өсөн был мәсьәлә хәл ителмәй? Ашнаҡсылар урлашамы? Ризыҡ әҙерләй белмәйбеҙме?

- Бөгөн Башҡортостан меңләгән туристы ҡабул итергә әҙерме?  

“Урал батыр” милли туроператорын ойоштороусы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Кинйә Күскилдин һәм Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы яуаплы сәркәтибе Рима Ғәлиева ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.

 

 

Мусафир