Уңыш - ниндәйҙер тонналар ғына түгел ул

Уңыш - ниндәйҙер тонналар ғына түгел ул https://bash.news/yuldash/12107_unysh-nindejzer-tonnalar-hyna-tugel-ul
20 янв, 11:04

   Рәсүл Сәғитов:

Уңыш - ниндәйҙер тонналар ғына түгел ул
Уңыш - ниндәйҙер тонналар ғына түгел ул

   - Бөгөн үҙәктә ауыл хужалығы булыр. Сираттағы тапҡыр шулай, сөнки, минеңсә, был хаҡта һүҙ, күпме әйтелһә лә, артыҡ булмаҫ. Сәбәбе - моғайын, уның иҡтисадтағы бер тармаҡ ҡына түгел, ә ауыл тормошо ла булыуындалыр. Һәм уларҙы айырым ҡарап та булмай, тырышырға ла кәрәкмәй: банк өлкәһе түгел бит - хеҙмәтең теүәл эш сәғәттәренән генә тормай. Бында ергә ерегеү, уның менән бергә һулау, уны хәстәрләү һәм башҡалар, бөтәһен дә теҙеп тормайыҡ, кәрәк. Кире яҡлап, тормош яҡлап ҡарағанда ла, хатта бүтән һөнәр эйәһе булһаң да, ауыл ерендә йәшәгәсең, шарттарың булһа, ана шул ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә тейешһең. Ә, бөгөнгө иҡтисади күренештәрҙе, нефть хәлдәрен, халыҡ-ара кимәлдә Рәсәйгә ҡырын ҡаралғанын иҫәпкә алғанда, хатта - бурыслыһыңдыр ҙа. Шәхси мал, ҡош-ҡорт тотоуҙы күҙҙә тотам.

   Нефть осһоҙая, һум арзаная, доллар менән евро, ярышып, ҡиммәтәйә, психологик кимәлдәр һаман үтелә бара, тигәндән, быйыл Рәсәйҙә һөт етештереү 30 миллион тонналыҡ әлеге психологик барьерҙан түбән төшөрө фаразлана бит әле. Бөгөн, ябай әйткәндә, һөтсөләрҙең сираттағы съезы эшләй һәм уның алдынан белгестәр ошо фаразды яһаны. "Консерватив" тип аталған сценарий буйынса, әлбиттә. Бынан тыш "оптимистик" тигәне лә бар һәм булырға тейеш тә, бына унда һөт һауыу эре ойошмаларҙа 2015 йылдағыса ҡалһа, фермерҙарҙа 4-5 процентҡа артһа, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙа 3-5 процентҡа кәмеһә, бәлки, 30 миллиондан күберәк тә булыр, тип өмөтләнелә. Сәбәптәре күп, шул иҫәптән - һумдың девальвацияһы арҡаһында, үҙҡиммәттең үҫеүе, ә бына һөт хаҡының артмауы, йәнә лә һөт малсылығында эшләгән инвестиция проекттарының туҡталып тороуы, яңыларының булмауы һәм башҡалар. Ҡырҙан, алыҫтағы сит илдәрҙән, бындай ризыҡ алыу хәҙер 20 процент самаһына кәметелде, беләбеҙ, ләкин бушаған ярыҡты үҙебеҙҙең продукция, бик көтөлһә лә, әллә ни тултырманы ла ҡуйҙы. Уны Беларусь аҙығы биләне. Биләне, сөнки конкурентлылығы юғарыраҡ баһалана.

   Иғтибар ителгәндер: йорт яны кәртәләрендә һөттөң кәмере күҙ аллана һәм тенденцияның шулай барыры ла фаразлана бит әле. Ошо көндәрҙә Гайдар форумы үтте һәм унда "Донъяның аҙыҡ-түлек картаһында Рәсәйҙең урыны" тигән, бына был юлы исмаһам, аныҡ, ябай аталған дискуссия ойошторолғайны бит. Унда һөт малсылығы үҫешенең төп стратегияһы барыбер ҙә: "Халыҡтың хужалығынан индустриаль етештереүгә барабыҙ" формулаһына ярашлы булырға тейеш, тип белдерелде. Йәғни, шулай ҙа - индустриалләштереү. Ә был - киңәйеү ҙә, юғары технологиялар ҙа. Ә файҙаһы ни дәрәжәлә булыр икән? Был һорауҙы ла бирмәй булмай, сөнки ауыл хужалығы был, евротәҙрә яһау түгел. Бында ни саҡлы күберәк етештерәһең, һәр тауарға үҙҡиммәт шул хәтлемгә әҙерәк килеп сыҡмай шул. Ауыл хужалығына был тура килмәй ҙә ҡуя, сөнки тере организмдар менән эш ителә, ә улар ауырый ҙа, яңылыш туҡлана ла. Бына ошоларға ҡарамаҫтан, ҡоролоҡтар булһа ла табыш гарантияланған система, дәүләт ярҙамының шундай һәйбәт моделе эшләһә лә бит… Бында страховка институтының да ныҡ таяу икәнен беләбеҙ.

      Ә инде эрелек, уртасыллыҡ йәки бәләкәйлеккә килгәндә, ауыл хужалығында  барыһы ла булырға тейештер: көтөү күрке - сыбарлыҡ. Ни өсөн кәрәктәр? Сөнки, береһе абынһа ла, икенсеһе һөрөнмәй ул, кәрзиндәге бөтә йомортҡалар ҙа бер юлы һытылмай.

    Студия ҡунағы - Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәки Ҡаҙыҡов.

GAUGA