Туҡ-Соран буйы топонимдары

Туҡ-Соран буйы топонимдары https://bash.news/yuldash/12215_tuk-soran-bujy-toponimdary
27 янв, 17:10

Ырымбур башҡорттары -“Урал батыр” эпосында телгә алын¬ған Яйыҡ йылғаһы буйында ҡасандыр көн иткән ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары. Улар төйәкләгән тарихи Туҡ - Соран буйыныҡылар ҡыпсаҡ, табын, мең, үҫәргән һәм башҡа башҡорт ырыу¬ҙары вәкилдәре. Тапшырыуҙа шул йылға буйҙарында төйәкләнгән Александровка районы башҡорттары биргән ауыл исемдәре тураһында ишеткән- күргәндәребеҙҙе һөйләргә булдыҡ.. Сөнки, өлкә башҡорттары көнө лә Туҡ буйында Ҡайыпҡол ауылы яланында үтте. Шулай уҡ Башҡортостандағы, бигерәк тә Дим, Эзәк буйындағы ер- һыу атамалары менән уртаҡ исемдәр, бигерәк тә гидронимдар, йәғни һыу сығанаҡтарына бәйлеләре лә етәрлек.

GAUGA