Каменск- Уральск башҡорттары

Каменск- Уральск башҡорттары https://bash.news/yuldash/12851_kamensk-uralsk-bashkorttary
11 мар, 13:19

УРАЛ тауҙары, шул ТӨБӘКТЕҢ АҪАБАЛАРЫ тигәндә, әлбиттә, халҡыбыҙ тураһында һүҙ бара. Ул-боронғо еребеҙ. Ә яңырыу осоро тип ҡағыҙға тәү теркәлеүе- бынан өс быуат  элек кенә, олатайҙарыбыҙ еренә яттарҙың ҡаҙна заводттары һала башлаған мәле. Ауыр эшкә аҫабаларҙы ла, ҡол итеп ҡырҙан ят- бауырҙарҙы ҡыуып килтереүҙәр ҙә тарих ҡулсаһы өсөн бик әҙ генә арауыҡ. Кеше ғүмере менән иҫәпләгәндә лә, олатайҙарыбыҙҙың аталары заманы, йәғни 18 быуат башы ғына.

Каменск- Уральск башҡорттары
Каменск- Уральск башҡорттары

     Ул замандың хәл- ваҡиғаларын онотторорға тырышҡандар. Үҙең онотам тиһәң, кисәгене лә һанға һуҡмаҫҡа мөмкин. Быуындан- быуынға килгән хәтирәләр онотоламы һуң, яҙма рәүештә иҫбатланғандары ла етәрлек. Мәҫәлән, Рәсәйҙең тарихи ҡалаһы һаналған Каменск- Уральск, унда йәшәгән хәҙерге башҡорттары тураһында һөйләшкәндә, һүҙ үҙенән- үҙе шул мәлдәргә, тарихҡа боролоп китеүе лә - тормошсан. Бөгөн шул ҡаланың бер вәкиле Мөжәүир Буранбаев менән булған әңгәмәне ишеттереү уйында һүҙ тоторға булдыҡ.

Минземимущество