Хуш киләһең, Рамаҙан!

Хуш киләһең, Рамаҙан! https://bash.news/yuldash/1339_hush-kilehen-ramazan

Йәннәт ҡапҡалары асылған, исеме Ҡөръәндә телгә алынған Рамаҙан айы килеп етте. 19 июль, ҡояш байыуға, Рамаҙан айы башлана һәм 20 июль, киләһе йома, ураҙа тотоуҙың беренсе көнө.

Хуш киләһең, Рамаҙан!
Хуш киләһең, Рамаҙан!


Рамаҙан – «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янып юҡҡа сыға. Зәғифтәрҙе ҡеүәтләндергән, зиһенде асҡан, күңелдәрҙе паклаған, йәннәттәргә индергән Рамаҙан айҙарыбыҙ мөбәрәк булһын.
Шуныһын да онотмайыҡ, был айҙы: «Асығып, һыуһап йөрөйәсәкбеҙ», - тип ҡайғырып, борсолоп түгел, «Аллаһтың ризалығына ирешә торған, бәрәкәт яуған бәхетле ай килде!»- тип, шатланып ҡаршы алайыҡ!

Банер уфимская волна