Әлшәй районының Сурай ауылы

Әлшәй районының Сурай ауылы https://bash.news/yuldash/13555_elshej-rajonynyn-suraj-auyly
13 апр, 06:21

Ауылда белем биреү системаһына етди һынауға әйләнгән оптимизация һөҙөмтәһендә, бынан бер-нисә йыл элек Әлшәй районының Сурай ауылында мәктәпте ябыу мәсьәләһе килеп тыуа. Уҡыусылар һаны тейешленән етәүгә кәм булып сыға. Шул саҡта уҡытыусылар күршеләге бәләкәй ауылдарҙан интернатта ятып район үҙәгендә, йәки Дәүләкәндә уҡырға мәжбүр балаларҙы йыйырға ҡарар итә. Балаларҙы улар йәшәргә үҙ йорттарына алып ҡайта, бушлай ҡарай. Мәктәп директоры Зәкиә Солтангәрәеваның башланғысын бар уҡытыусылар ҙа күтәреп ала. Тапшырыуҙа Сурай уҡытыусыларының батырлыҡҡа тиң аҙымға нисек барыуҙары, мәктәп тормошо, уҡыусылар һәм уҡытысылар менән танышырға саҡырабыҙ.

Әлшәй районының Сурай ауылы
Әлшәй районының Сурай ауылы


GAUGA