Муциапаль ойошторолоштарҙың 6-сы йыйынын ҡаршылап

Муциапаль ойошторолоштарҙың 6-сы йыйынын ҡаршылап https://bash.news/yuldash/19052_muciapal-ojoshtoroloshtarzyn-6-sy-jyjynyn-karshylap
06 дек, 19:00

Ике йыл элек Нуриман районының Красный Ключ ауылында бығаса төбәктә генә түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла һирәк осраған мағәриф комплексы сафҡа инде. 3 ҡатлы бина архитектураһы менән йыраҡтан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тора. Был уҡыу йорто киң коридорҙары, бейек түшәмдәре менән генә түгел, ә ҙур тамаша, спорт залдары, бай китапханаһы һәм иркен ашханаһы менән айрылып тора. Уның төҙөлөшөнә 300 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Мәктәптә әле 321 бала белем ала. Шулай уҡ бында үҙ бассейны булған 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Ошо һәм райондағы башҡа социаль үҫеш яңылыҡтары менән "Атайсал" тапшырыуында таныша алаһығыҙ. Авторы Азамат Нуриев.

Муциапаль ойошторолоштарҙың 6-сы йыйынын ҡаршылап
Муциапаль ойошторолоштарҙың 6-сы йыйынын ҡаршылап


Минземимущество