Трамп. Инаугурация. Американың донъя аренаһындағы урыны үҙгәрерме?

Трамп. Инаугурация. Американың донъя аренаһындағы урыны үҙгәрерме? https://bash.news/yuldash/20066_tramp-inauguraciya-amerikanyn-donya-arenahyndahy-uryny-uzgererme
20 янв, 15:58

  Бөгөн Вашингтонда Америка Ҡушма Штаттарының 45-се президенты Дональд Трамптың инаугурацияһы үтә. Ул Өфө ваҡыты менән 19 сәғәт 30 минутта башлана. Илдә иһә бойкоттар һәм күп һанлы ҡаршылыҡ акциялары ойошторола.

Трамп. Инаугурация. Американың донъя аренаһындағы урыны үҙгәрерме?
Трамп. Инаугурация. Американың донъя аренаһындағы урыны үҙгәрерме?

 

 

  - Америка Ҡушма Штаттарында һайланған президенттың инаугурацияһы. Шул уҡ ваҡытта уның сәйәсәтенә ҡаршы булған ябай халыҡ бойкот иғлан итә, ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнаша, урамдарға сыға. Конгрессмендар һәм танылған йырсылар тантанала ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Был демократия күрһәткесеме?

- Барак Обама Рәсәй менән Америка Ҡушма Штаттары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара яҙҙы. Ә Трамп Рәсәй менән диалог ҡорорға һәм хеҙмәттәшлеккә әҙерме? Ул мөнәсәбәттәрҙе көйләй аламы һәм быны теләйме?

- Трамп Рәсәй өсөн уңайлы партнермы?

- Трамп Конгресс менән килешеп эшләргә тейеш. Билдәле булыуынса, Конгресс Трамптың күп кенә революцион фекерҙәрен уртаҡлашмай, ҡабул итмәй. Ә Рәсәйгә ҡағылышлылары тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. 

- Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Европа парламентында Трамптың президент булыуы Европа берлеге дәүләттәре өсөн бик хәүефле ваҡиғалар алып килеүе ихтимал тип борсолалар. Һеҙҙең фараздар?

- Трамптың Ҡытай менән конфронтацияға инеүе ихтималмы?

- Инаугурациянан һуң импичмент булыуы мөмкинме? Был турала ла күп һөйләйҙәр? 

- Америка донъяны үҙгәртергә, донъяға ниндәйҙер идеялар сығарырға тейеш түгел, ул ҡәтғи рәүештә үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы, тип иҫәпләй Дональд Трамп. Ул килеү менән Американың донъя аренаһындағы урыны үҙгәрерме?

- Шулай итеп, Трамп президент. Ваҡиғалар үҫешен күҙаллау ҡатмарлы. Шулай ҙа күп кенә әйберҙәр Рәсәй һайлаған йүнәлешкә лә бәйле буласаҡ. Мәскәүгә лә үҙ позицияһын үҙгәртеү кәрәк буласаҡтыр?

 

 

    Ошо һәм башҡа һорауҙарға иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты юридик факультеты деканы, сәйәсәт фәндәре кандидаты Әхтәр Боҫҡонов яуап бирҙе. 

 

 

 

Афиши территория роста