Ни өсөн кәмейбеҙ?

Ни өсөн кәмейбеҙ? https://bash.news/yuldash/20659_ni-esen-kemejbez
13 фев, 19:00

    2016 йылда Башҡортостанда 55 мең 708 бала тыуған. 2015 йыл менән сағыштырғанда, был һан 5 ярым процентҡа аҙыраҡ.

Ни өсөн кәмейбеҙ?
Ни өсөн кәмейбеҙ?

- Ни өсөн балалар әҙ тыуа?

- Республикала бала тапҡан ҡатындарҙың уртаса йәше 27. Былтыр Өфө, Күмертау, Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ райондарында тыуым артҡан. Ә Йәрмәкәй, Федоровка, Борай, Краснокама райондарында ныҡ түбәнәйгән. Был күренеште нисек аңлатырға мөмкин?

- Ғаиләләрҙең бала табырға атлығып тормауын иҡтисади шарттарға япһара алабыҙмы?

- Ә миграцияның эҙе бармы? Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа ғына Сибай ҡалаһынан, Мәләүез, Иглин, Ҡыйғы, Мәсетле райондарынан кешеләр күпләп күсенгән.

- Йөҙ йыл элек медицина ул тиклем көслө булмаған, дәүләт тә әллә ни ярҙам күрһәтмәгән, һәр өйҙә кер йыуыу машиналары ла тормаған, әммә ҡатын-ҡыҙ өс, биш, ете бала тапҡан. Хәҙер иһә тотороҡло ғаиләләрҙә лә бер генә бала. Шуға ла дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ алып барғанда пособиеларҙы арттырыу мәсьәләһен күтәрергә  ғаиләгә социаль ярҙам системаһын булдырырға кәрәктер?

- Хәҙер мин бер һан әйтәм.  2,15. Был һанды белгестәр аңлай. Һәр ҡатын-ҡыҙ шунса бала табырға тейеш. Һәм шул саҡта халыҡ һанын һаҡлап ҡала алабыҙ, ти эксперттар.

- Бөгөн 30 йәшлек ҡатын-ҡыҙ икенсегә, өсөнсөгә бала табырға теләмәй икән, 5-10 йылдан һуң буласаҡ.

- Күп балалы ғаиләләргә ниндәй льготалар булырға тейеш?

- Әсәлек капиталы программаһы илебеҙҙә тыуымды арттырыуға этәргес булдымы? Ни генә тимә, үҫешкән илдәрҙең тарихына ҡарғанда, йомарт инвестициялар менән генә тыуым күрһәткесен үҙгәреүгә ирешә алған дәүләттәр юҡ тиерлек.

- Бөгөндән ниндәй саралар күрелмәһә, беҙ һуңланыҡ тигән һүҙ? 

Ошо һәм башҡа һорауҙарға студия ҡунаҡтары менән бергәләп яуап эҙләнек.  

GAUGA