Болансы Мәргән

Болансы Мәргән https://bash.news/yuldash/20839_bolansy-mergen
21 фев, 07:55

Ә беләһегеҙме, бәләкәс дуҫтарым, элекке замандарҙа ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай тотоп башҡорт атлылары меңәр саҡрымлыҡ поход юлдары үткән.

Болансы Мәргән
Болансы Мәргән

Башҡорттар борон-борондан хәрби хеҙмәткә үҙенең ҡоралы, кейеме һәм аты менән барған. Уларҙан берҙәм униформа талап итмәгәндәр, һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып ҡоралланған. 1812 йылда Франция императоры Напалеон ғәскәрҙәре баҫып ингәс, батша хөкүмәте башҡорттарҙан полктар ойоштороу хаҡында фарман сығара. Француз яуына барған башҡорт яугирҙәре мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө һәм, әлбиттә, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, Ватан һағына баҫа.

1812 йылғы Ватан һуғышында француздар башҡорт яугирҙәрен “Төньяҡ амурҙары” тип атай. Сөнки ҡулына уҡ-һаҙаҡ тотҡан бәләкәй малай фәрештәләрҙе француздар амур тип йөрөткән. Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорт һалдаттарын күргәс, уларҙы ла  төньяҡ амурҙары тип атағандар. Уҡ-һаҙаҡ ябай ғына күренһә лә, башҡорт яугире ҡулында үлемесле ҡоралға әүерелгән. Башҡорттар уҡтан бик мәргән атҡан. Хатта 100 метрҙан турғайҙы атып төшөрә алған. 1814 йылда Германиялағы Шварца ауылында башҡорт яугире  сиркәүҙең  тимер көмбәҙен тишә атҡан. Хайран ҡалған немецтар уҡты шунда ҡалдырған. Ул  сереп төшкәс, урынына яңыһын эшләп ҡуйғандар.   Ә башҡорт уғы шул сиркәүҙә һаҡлана тиҙәр.

Хәрби ҡоралдар ҙа иҫкерә.  1812 йылғы Ватан һуғышында ғәскәри ҡорал хеҙмәтен үтәгән уҡ-һаҙаҡ музейҙарҙа урын алған.  Шулай уҡ хәҙер уҡтан атыу спорттың бер төрө булып һанала.

Элек башҡорттар уҡ-һаҙаҡ менән һунарға  ла йөрөгән. Беҙ бөгөн тыңлаясаҡ “Болансы Мәргән” тигән башҡорт халыҡ әкиәтенең төп геройына ла исемде  мәргән  атҡаны өсөн биргәндәр. Әйҙәгеҙ, бергәләп тыңлайыҡ.

Минземимущество
10:55, 27 фев
12:55, 15 фев