Донъяның бер биҙәген һаҡлау юлы

Донъяның бер биҙәген һаҡлау юлы https://bash.news/yuldash/21011_donyanyn-ber-bizegen-haklau-yuly
28 фев, 14:20

      Рәсүл Сәғитов:

Донъяның бер биҙәген һаҡлау юлы
Донъяның бер биҙәген һаҡлау юлы

      - Һуңғы арала йәмғиәттә үҙәккә башҡорт ғаиләһе көнөн булдырыу мәсьәләһе даими сыға килә һәм бының нигеҙендә, бер ниндәй статистикаға таянмай ҙа белдереп булалыр - күпселектең, ҙур күпселектең уны хуплауы ята. Башланғыс көнкүреш ауырлыҡтарынан, иҡтисади һағайыу-хәүефләнеүҙәрҙән ялҡҡан, быйылғы ҡыштың яу булып яуған ҡарынан талған күңелдәрҙе һирпеп асып ебәрҙе шикелле.

      Көндө тап 1 мартҡа тәғәйенләргә тәҡдим ҡылыныуы ла үҙенекен итәлер - календарҙа ғына булһа ла яҙ яҡын бит, көҙҙән бирле йыйырылған донъя яҙыла башлар ҙа инде оҙаҡламай.

      Һүҙҙе артабан да ошолай - өҫтәрәк, нәҫерсә тиек микән, дауам да итке килә. Мәҫәлән, ана шул ғаиләгә бәйләп. Яҙҙың шытым биреүенә, үрсем килтереүенә ишаралап. Үрсемдең йылы хәстәр, йылы хистәр булғанда ғына камил үҫкәненә тоҫмаллап. Һәм һүҙ ыңғайында шулай булғылар ҙа, бәлки, әммә беҙгә ошо, юғарылағы тойғолар менән бер рәттә, түбәндәрәкке, донъя көтөү кимәлендәге, мәсьәләләр ҙә мөһим. Шуларҙы ҡарайыҡ әле.

      Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө тема - Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итеү тәҡдиме. 

      Тапшырыуға әҙибә һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апай Бураҡаеваны саҡырҙыҡ, сөнки иртәгә, 1 мартта, ошо мәсьәлә буйынса ултырышта, уның да сығыш яһары көтөлә. Сығыштың ҡайһы бер өлөштәрен, төп фекерҙәрҙе, моғайын, әле үк ишетербеҙ ҙә.

Афиши территория роста