"Асыҡ студия"

"Асыҡ студия" https://bash.news/yuldash/2128_asyk-studiya
02 окт, 16:53

Һуңғы ваҡытта беҙҙең республикала туризмды үҫтереү буйынса күп кенә пландар ҡоролған, киләсәккә өмөттәр бағланған. Уҙған йылда туризм буйынса дәүләт комитеты – агентлыҡ булдырылды.

Асыҡ студия
Асыҡ студия


Ошо көндәрҙә беҙ республика маршрутын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, ул бөтә Башҡортостандың мәҙәни, тарихи урындары аша үтергә тейеш. Ошо арала Мәҙәниәт министрлығының тәҡдиме булды, туристарҙы тарихи үҙәктәргә, музейҙарға алып барыу һоралды.
Беҙҙең республика социаль туризмды 2011 йылдан алып тергеҙҙе. Нишләп «тергеҙҙе» тип әйтәбеҙ, сөнки Советтар Союзы ваҡытында социаль туризм ныҡ үҫеш алғайны. Социаль туризм – дәүләт йә төрлө фондтарҙың путевка хаҡын өлөшләтә түләүе. Шуға беренсе йылда уҡ өс меңләп пенсионерҙы республика буйлап һәм сит илгә сығарыу мөмкинлеге тыуҙы. 2012 йылда уларҙың һаны 6 меңдән ашыу булһа, муниципалитеттар ҙа ҡушылып, 12 меңдән ашып китте.
Быйыл 11 сентябрҙә Хөкүмәт ҡарары ҡабул ителде, ул 2016 йылға тиклем эшләй. Әлбиттә, программаның көҙ айында ғына эшләй башлауы беҙҙе һәм ғөмүмән, туроператорҙарҙы ауыр хәлгә ҡуя, сөнки октябрь һәм ноябрь айында ғына пенсионерҙарға ял итеү мөмкинлеге биреү бик ауыр. Быйылғы программаның үҙенсәлеген дә әйтеп үтер инем, хәҙер беҙҙең шифаханаларға ял итеүселәрҙең  30 проценттан артығы ебәрелмәйәсәк. Сөнки ике йыл буйы беҙҙең пенсионерҙар ял итеү өсөн шифаханаларҙы һайланылар. Маҡсат – тәү сиратта дауаланыу тип уйлайҙар. Ә беҙ әйтер инек, ғөмүмән, социаль туризм – ул туризм өлкәһендә эшләгән төрлө туристик базаларға иң ауыр сезон ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыу. Сөнки биналарҙы тоторға, йылытырға кәрәк, унда эшләгән кешеләргә эш хаҡы бирергә кәрәк. Шул ваҡытта социаль путевканың да хаҡы түбәнерәк була.
Республикала мөмкинлектәр бихисап
Ял итеү мөмкинлеге буласаҡ, октябрь-ноябрь айында ла. Декабрь айын тулыһынса ҡулланып булмай. Тәбиғәттең иң матур сағын күрһәтә алмауыбыҙ ғына ҡыҙғаныс. Әммә был программа хәҙерҙән үк ҡабул ителгәс, яҙ айынан башлап әҙерләнә башлаясаҡбыҙ.
Республикала туризм үҫешмәйәсәк, тигән фекер менән ҡәтғи рәүештә килешмәйем, сөнки шунса мөмкинлектәре булған республика, күлдәре, шарлауыҡтары, мәмерйәләре, тәбиғәттең иң матур урынында урынлашып, туризм булмай, тигән фекер башҡа ла инеп сыҡмай.
Ошо көндә Башҡортостанда йәшәп тә, бөтә кеше лә шифаханаға барып ял итеү мөмкинлеге менән файҙалана алмай, тип әйтер инем. Сөнки беҙ хаҡтарға барып терәләбеҙ. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, беҙҙә ял итеү улай уҡ арзан түгел. Ләкин үҙ ҡарашым менән уртаҡлашып китер инем, минең өсөн Башҡортостанда ял итеү, ғөмүмән тәбиғәткә сығыу үҙе бер ял, тип уйлайым. Ғөмүмән, ял итеү ҡыҙынып ятыуға ғына ҡалмаһын ине ул. Ниңә һуң беҙ Башҡортостандың тарихын белмәйбеҙ, ниңә Урал батыр эпосының ҡайҙа тыуғанын, мифик геройҙарҙың булған урынын күреп китмәҫкә? Нишләп һуң Ирәмәлгә күтәрелмәҫкә. Талҡаҫ күленә бармаҫҡа, Яҡтыкүлде күрмәҫкә? Ғөмүмән, ял итеү өсөн мөмкинлектәр былай ҙа бар.
 
Мониторинг системаһы кәрәк
Туризмдың проблемалары күп, уларҙың береһе – килгән туристарҙың һанын белмәйбеҙ. Үткән йылда Хөкүмәт ултырышы булғанда ул һорауҙы мин президент алдында ла күтәрҙем. Айырым мониторинг системаһы уйларға, йөҙәрләгән мең кеше күрше өлкәләрҙән килә, уларҙың һанын белмәйбеҙ. Ғөмүмән, туризмды иҡтисад тармағы итеп ҡарайбыҙ икән, беҙ уларҙың һанын белергә, планлаштырырға тейешбеҙ. Күпме кеше килә, уларға күпме йәшәү урыны тәғәйенләргә кәрәк. Кемдер ҡырағай рәүештә ял итергә килә, улар ризыҡ һатып ала, ул мултипликатив эффект тип атала. Урындағы кибеттәргә килем килә.
Бөтә кеше лә ял итмәй, кемдәргәлер эш урыны ла кәрәк. Туристик базалар булһа, унда кемдер эшләргә тейеш, ситтән берәү ҙә килеп эшләмәйәсәк. Иң кәрәклеһе – урындағы бюджеттарға ниндәйҙер һалымдар килергә тейеш. Үҙидаралыҡҡа табан барабыҙ, уларҙың бюджетына ниндәйҙер һалым килһә, проблемалар хәл ителер ине.  Йә ауыл урамдары яҡтыртылмай, йә юл насар, йә берәй ҡоҙоҡ эшләнмәгән. Аҡсаларҙы шунда йүнәлтергә кәрәк. Шуның менән беҙ туризмдың файҙаһын күрергә тейешбеҙ.
Бөгөн ерҙең хужаһы кем?
Ерҙең федераль, муниципаль булыуы бар, ләкин шәхси түгел. Әгәр ҙә беҙ ошо ерҙәрҙе 49 йылға ҡуртымға алып ҡалмаһаҡ, инвесторҙар килер ул, ләкин һуңынан беҙ үҙебеҙҙе хужа итеп тоймаясаҡбыҙ. Әгәр ҙә ҡуртымға алаһығыҙ икән, ти, инвестор менән һөйләшеүе лә ҡыҙығыраҡ булыр, тип уйлайым.
Ниндәйҙер  льготалар, ташламалар бирер өсөн, туризмды дәүләт йә социаль яҡлау фондтары үҙ ҡулына алырға тейеш. Был тармаҡ менән әлеге көндә эшҡыуарҙар шөғөлләнә. Улар йәйҙең 2-3 айында ғына йыллыҡ үҫеш алыр өсөн эшләп ҡалырға тырыша. Уларҙың ташлама биреү мөмкинлектәре лә юҡ. Уларға ярҙам итеүҙе дәүләт үҙ ҡулына алырға тейеш. Субсидиялар ярҙамында туристик путевканың хаҡын да кәметергә мөмкинлек тыуасаҡ.
Нимә ул ял итеү?
Беҙ бала саҡтан әкиәттәр уҡып үҫтек. Ҡаф тау артынан килгән дейеүҙәрҙе хәтерләйһегеҙме. Шул Кавказ тауҙары булғандыр инде. Уның артына барып ҡарау теләге тәбиғи, әлбиттә, барып күрегеҙ, ҡарағыҙ, ләкин бер ваҡытта ла сағыштырырға ярамай. Әгәр ҙә ундағы диңгеҙҙең, ҡояштың, сүллектең, сервистың булыуы менән беҙҙең Башҡортостанды сағыштырғанда, 2-5 тапҡыр ҡатмарлы климатта йәшәйбеҙ.
Социаль путевка алыу өсөн хеҙмәт һәм социаль яҡлау бүлегенә барып ғариза яҙырға һәм сираттың номерын белергә кәрәк. Һәр районға уртаса 10-12 путевка тура килә. Сиратты күҙәтеп барабыҙ. Әгәр сиратҡа тормайһығыҙ икән, һеҙҙең путевка алырға ынтылышығыҙ бер ваҡытта ла барып сыҡмаясаҡ. Үҙегеҙгә аҙым эшләргә кәрәк.
Социаль путевкалар пенсионерҙарға бер генә тапҡыр бирелә. 11 сентябрҙә Хөкүмәт ҡарар ҡабул итте, 4 октябргә тиклем туроператорҙарға тәҡдимдәр бирәбеҙ, эксперт комиссияһы ун көн эсендә маршруттарҙы ҡарай, октябрҙең уртаһында иһә һәр районға лимит ебәреләсәк. Шулай уҡ каталог ебәрелә, ҡайҙа ниндәй мөмкинлектәр бар, һайлап алыу өсөн. Яҡынса октябрҙең  20-н һуң программа эшләй башлаясаҡ.
Төп йүнәлештәр
Туризм өлкәһендә проблемалар бихисап. Ошоғаса республикала туризмды үҫтереү буйынса концепция юҡ. Шуға эшҡыуарҙар үҙҙәренең бизнесын ҡайһы йүнәлештә үҫтерергә кәрәклеген белмәй.
Беҙ үҙебеҙ Башҡортостанда экологик туризмды үҫтереү кәрәк, тип һанайбыҙ. Тәбиғи мөмкинлектәрҙе файҙаланып, йәйәү, велосипедта, һыбай йөрөй торған йүнәлештәр булыр, тип уйлайым.
Икенсе йүнәлеш  - ул этнографик туризм. Донъя кимәлендә башҡа беҙҙең халыҡ һымаҡ ҡунаҡсыл, уникаль ҡурай тауышы, йырҙары булған халыҡ юҡ. Беҙгә генә килеп, улар беҙҙең ҡунаҡсыллыҡты күреп, аш-һыуҙы ауыҙ итеп, йырҙарыбыҙҙы ишетеп ҡайта ала.
Өсөнсө йүнәлеш – экстрим. Мәмерйәләргә төшөү, тауҙарға менеү, йылғаларҙына ағып төшөү.
Туризм өлкәһендә юғары белем алған кеше күп. Практика һәм урта звено юҡ. Ошо өлкәлә эшләргә кәрәк. Һәр бер турисҡа бер инвестор тип ҡарарға тейешбеҙ. Уларға сит кеше, тип ҡарарға кәрәкмәй. Әгәр ҙә беҙҙең ер-һыу, тип кенә ҡарайбыҙ икән, үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарҙы үҫтерәйек. Һыу баштарын, матур урындарҙы ҡуртымға алайыҡ. Үҙидаралыҡты үҫтерәйек. Шул ваҡытта беҙҙең ер тип әйтер инек. Урындағы үҙидаралыҡ ерҙе ҡуртымға алып, инвесторҙар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, үҙҙәренең шарттарын ҡуйып, талап итергә тейеш. Көтөргә ярамай. Еребеҙҙе үҙ ҡулыбыҙға алырға кәрәк.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд