Беҙҙе ниндәй күҙ ауырыуҙары һағалай? Бәләкәй экрандарҙың зыяны ҙурмы? Линзалар ниндәй хәүеф тыуҙыра?

Беҙҙе ниндәй күҙ ауырыуҙары һағалай? Бәләкәй экрандарҙың зыяны ҙурмы? Линзалар ниндәй хәүеф тыуҙыра? https://bash.news/yuldash/2149_bezze-nindej-kuz-auyryuzary-hahalaj-belekej-ekrandarzyn-zyyany-zurmy-linzalar-nindej-heuef-tyuzyra
14 окт, 11:09

Рәсәй халҡының 12 миллионында күҙ ауырыуҙары бар. 110 меңдән ашыу кеше күреү һәләтен бөтөнләй юғалтҡан. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда беренсе урында - рефракция аномалиялары, уның менән пациенттарҙың 40-50 проценты мөрәжәғәт итә. Икенсе урында - катаракта (13 процент), шеш ауырыуҙары (12 процент), глаукома (5 процент).
Табиптар “күҙҙәр – йыһан” тип билдәләй. Күҙгә, күҙҙең төбөнә ҡарап кешелә шәкәр сирен, юғары ҡан баҫымы булыуын һәм неврология ауырыуҙарын билдәләргә була.
Сит ил белгестәре һәм ғалимдары Башҡортостандағы офтальмологияны юғары баһалай.
Беҙ йыш ҡына сит илдәрҙә үткәрелгән конференция һәм ғилми осрашыуҙарҙа ҡатнашабыҙ. Был ошо өлкәләге маһир белгестәр менән аралашырға, яңы тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә. Яңырыҡ ҡына Германияла булдыҡ, ундағы клиникаларҙы ҡараныҡ, яңы технологиялар менән таныштыҡ. Сит ил белгестәре һәм ғалимдары Башҡортостандағы офтальмологияны юғары баһалай.
Хәҙер Германияла яңы дауалау алымы индерелгән, ул күҙгә компьютер чиптарын ҡуйыу. Саксония менән Башҡортостан араһында килешеү төҙөнөк, ошо чиптарҙы үҙебеҙҙә етештереү буйынса. Был дауалау алымы һуҡырайған кешеләрҙең күңелендә өмөт уята.
Хәҙер гаджеттар заманы. Әлбиттә, улар һәм мәктәптәге электрон китаптар, әсбаптар тураһында бәхәстәр артҡандан-арта бара. Был ҡорамалдар күреү һәләтен боҙоуға килтерә тигән объектив мәғлүмәт бармы?
Японияла технологиялар үҫеше 20—30 йыл элек башланған. Бөгөн иһә халыҡтың 70 проценты күҙлек кейә. Ҡағиҙә булараҡ, ундағы балалар 10—12 йәштән үк күҙлектә йөрөргә мәжбүр. Хәҙер бөтә донъяла ошондай уҡ күренеш. Шуға ла, гаджеттарҙы ҡулланғанда, сама белегеҙ. Ярты сәғәт һайын ял итегеҙ, йөрөп, атлап алығыҙ. Бигерәк тә балалар өсөн гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мөһим.
Офтальмология үҙәктәре күп. Уларҙы нисек һайларға? Шәхси клиникаларға барырғамы, дәүләт учреждениеларынамы?
Һәр кем үҙе һайлай. Әммә шуны әйтергә кәрәк: шәхси клиникаларҙа күберәк катаракта, миопия, шундай рефракция аномалияларын дауалайҙар. Сөнки был сирҙәргә операция яһау клиникаға файҙа килтерә. Ә беҙҙең институтта күҙҙе ентекләп тикшереп, ауырыуҙарҙы асыҡлап, дауаларға мөмкин.
Күҙҙәр – күңел көҙгөһө. Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Сәләмәт тормош рәүеше алып барығыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ. Телевизор, компьютер янында оҙаҡ ултырырға тырышмағыҙ, ял итеп алығыҙ. Дөйөм организмдың торошо мотлаҡ күҙҙәрҙә сағылыш таба, шуға ла һаулыҡты һаҡларға кәрәк. Витаминдар тураһында ла онотмағыҙ. Күҙ табиптарына йышыраҡ күренегеҙ. Оло кешеләр йылына бер тапҡыр мотлаҡ офтальмологҡа барырға тейеш. Күҙгә бәйле проблемаларығыҙ булһа, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты белгестәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ниндәй документтар кәрәклеге, ниндәй анализдар талап ителеүе, ҡыҫҡаһы, тулы мәғлүмәтте беҙҙең рәсми сайтта табырһығыҙ. Адресы http://www.ufaeyeinstitute.ru/

Когда отремонтирую ваш подъезд