Электрон китапхана мөмкинлектәре

Электрон китапхана мөмкинлектәре https://bash.news/yuldash/2218_elektron-kitaphana-memkinlektere
29 окт, 12:21

Электрон китапхана ябай ҡулланыусы өсөн ниндәй мөмкинлектәр тыуҙыра? Электрон форматҡа күсеүҙең маҡсаты нимәгә ҡайтып ҡала? Ҡулланыусы өсөн ниндәй талаптар ҡаралған?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Айгөл Буранғолова яуап бирә.
"Электрон китапхана" термины телмәребеҙҙә йыш ҡулланыла
Электрон китапхана мәғлүмәттәрҙең структуралы булыу, тәртиптә һалыныу, шулай уҡ навигацион эшмәкәрлеге һәм республикабыҙҙың мәҙәни, фәнни ҡомартҡыларын оҙайлы һаҡлау эшенән ғибәрәт. Мәғлүмәти заманда — электрон китаптың булыуы бик актуаль. Әйткәндәй, документтарҙың күсермәле булыуы ҡулланыусы өсөн генә түгел, ә китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн дә файҙалы.
Электрон китапхананың киләсәге өмөтлө
   Бөгөн китапхана фондының күсермәһен алыу — төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Электрон китапхананың киләсәге бар. Был баҫмала төрлө бүлектәр эшләй. Уларҙы яңы килгән китаптар тулыландырып торасаҡ.
Милли китапхананың штаты ла киңәйәсәк
    Электрон китапхана бер-нисә проекттан төҙөлә. Әлеге көндә  китапхана хеҙмәткәрҙәре тәүге этапта эштәр алып бара, йәғни документтарҙың электрон күсермәһен эшләү бурысы менән мәшғүл. Икенсе этапта - үҙәк типография күсермәһен булдырыу. Милли китапхана фондында булған китаптарҙың күсермәһен эшләүҙе төп бурыс итеп алдыҡ. Шуға ла эштәр арта, тимәк, уның штаты ла киңәйәсәк. Был китапхана эшенең киләсәге хаҡында ла әйтә.
Китап уҡыусы яуаплы булырға тейеш
Электрон китапханала материалдарҙың күсермәһен ҡуйыу авторҙар хоҡуғынан сығып ҡына күҙаллана. Бында китаптар, ваҡытлы матбуғат һәм аудио, видео яҙмаларҙың күсермәһе буласаҡ. Һирәк осрай торған ҡомартҡыларыбыҙҙың күсермәһен ҡулланыусылар һылтанмаһыҙ үҙҙәренә күсерергә тейеш түгел. Бының өсөн ҡанун да бар. Милли китапхана уҡыусылары үҙҙәренең пароле менән генә электрон китапханаға инә аласаҡ. Улар бары бер көндә мәғлүмәттең 10 проценттын үҙҙәренә күсерә ала.