ЭКО - экстрокорпораль аталандырыу.

ЭКО - экстрокорпораль аталандырыу. https://bash.news/yuldash/2227_eko-ekstrokorporal-atalandyryu
01 ноя, 08:51

Бушлай медицина ярҙамына барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар дәғүә итә ала

ЭКО - экстрокорпораль аталандырыу.
ЭКО - экстрокорпораль аталандырыу.


2013 йылда ЭКО мотлаҡ медицина страховкалау фондына индерелде.  Дәүләт тарафынан 1 млрд 200 млн һум аҡса бүленгән. Бушлай медицина ярҙамына барлыҡ  ҡатын-ҡыҙҙар дәғүә итә ала.
Республикала бөгөн 1,5 мең  кеше сиратта тора. Бушлай  ярҙам күрһәтеү өсөн беҙгә 300 квота бүленгән.  Түләүле ҡабул итеүгә сират юҡ,  тиһәк тә була. Түләүле ярҙам алырға теләүселәр өсөн процедураның  хаҡы  - 100 мең. Башҡа ҡала, райондан килгән пациент юл, йәшәү, ашау мәсъәләләрен үҙе хәл итергә тейеш. Медицина тикшеренеүе 1 ай самаһы ваҡытты ала.
Түлһеҙлек менән яфаланыусылар  Мәскәү, Санкт-Петебургта урынлашҡан перинаталь  үҙәктәргә беҙҙән йүнәлтмә алып  мөрәжәғәт иткән хәлдә, дауаланыу бушлай була. Әгәр үҙаллы баралар икән,  был,  әлбиттә,  ҡиммәткә төшә.
Демографик мәсъәләгә килгәндә. хәл Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре менән бер төрлө,  тип әйтһәк, хаталанмаҫбыҙ.  Мәҫәлән, Израилдә ЭКО буйынса махсус закон ҡабул ителгән, бер ғаилә ике тапҡыр бушлай ярҙам ала ала.  Швеция, Дания һәм башҡа Европа илдәре менән сағыштырғанда Рәсәйҙә бындай  процедуралар үткәреү ике тапҡырға  аҙыраҡ.  
Ғаиләлә бала булмауҙың сәбәптәре төрлө
Гармональ үҙгәрештәр, полип, миома, төрлө шеш арҡаһында ла түлһеҙлек проблемалары килеп сығыуы бар. Шуның өсөн тәү сиратта  тейешле медицина тикшеренеүҙәрен үтеү мотлаҡ. Ике аналыҡ торбаһы булмағанда бала табыуҙың тик бер генә юлы  – эко, яһалма аталандырыу ғына ҡала.
Әгәр ғаиләлә бала юҡ икән, ни сәбәптәндер элек-электән бары ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына ғәйепләү ҡаралған. Ысынбарлыҡта, күп осраҡта ир-егеттәр ғәйепле булып сыға. Улар теләр-теләмәҫ кенә медицина тикшеренеүе үтә, бик дауаланып та бармайҙар. Әгәр ҙә бер йыл енси мөнәсәбәттә йәшәп тә,  бала юҡ икән, бында уйланырға урын бар. Сөнки бала бағыу - ул ирҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да төп бурысы.
Машинаның йылытылған ултырғысында, ҡыҙыу мунса, сауналарҙа оҙаҡ ултырыу организмға кире йоғонто яһамай ҡалмай, орлоҡтарҙың пассивлығына алып килә.  Былар менән артыҡ мауығырға ярамай
ЭКО тикшереүе үткән ҡатын-ҡыҙҙың 30-40 процентының балаға уҙыу өмөтө барКлассик юл менән бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда,  уларға баланы йөрөтөү күпкә ауырыраҡ.
Аталыҡ орлоғон тапшырырға теләүсе ир-егеттәребеҙ ҙә юҡ түгел. Быйыл, мәҫәлән, 16 ир-егет мөрәжәғәт итеп, ентекле медицина тикшеренеүе үткәндән һуң, уларҙың икеһенең түлһеҙ булыуы асыҡланды.  Бер тапҡыр аталыҡ орлоғон тапшырыу 12 мең һум тора. Минең практикала шундай хәл булды, бер ир егет йыл дауамында аталыҡ оролғо тапшырып,  95 мең һум аҡса эшләне. Төп талап – әлбиттә,  һәр яҡтан һау-сәләмәт булырға тейеш.
 Түлһеҙлек мәсьәләһе һеҙҙең ғаиләне урап үтһен, был һеҙгә ҡағыла ҡала икән,  беҙҙең Республика перинаталь үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Телефоны -  276-30-25.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий