Студия ҡунаҡтары - психолог Гөлшат Үзбәкова һәм телефон аша бәйләнештә - журналист, яҙыусы Әхмәр Үтәбай.

Студия ҡунаҡтары - психолог Гөлшат Үзбәкова һәм телефон аша бәйләнештә - журналист, яҙыусы Әхмәр Үтәбай. https://bash.news/yuldash/2252_studiya-kunaktary-psiholog-gelshat-uzbekova-hem-telefon-asha-bejleneshte-zhurnalist-yazyusy-ehmer-utebaj
06 ноя, 11:31

Гөлшат   Үзбәкова. Һәр осраҡтың үҙ сәбәбе  этәргес булып тора. Тормош ҡанундарын дөрөҫ  хәл итә белмәү һәм башҡалар. Ғөмүмән, төплө анализ кәрәк. Салауат ҡалаһына килгәндә, тормошҡа аңһыҙ  ҡараш  менән бәйләргә мөмкин. Потребителдәр   араһында суицид осраҡтары йыш осрай. Күпләп кредит алып, түләй алмау арҡаһында үҙ ғүмерен ҡыйыусылар йыш осрай. Был, әлбиттә, йәмғиәт  сире. Бөгөнгө  әңгәмә тыңлаусыларыбыҙҙы тормош, йәшәйеш хаҡында уйландырырға тейеш. Һәр кем үҙ тормошон дөрөҫ итеп ҡорһон ине.
Әхмәт Үтәбай. “Суицид”ҡа минең ҡараш башҡасараҡ. Күптән түгел тамамлаған  ,,Тыштағы зыярат,,, романымды яҙыуҙың сәбәбе лә ошо. Һеҙ әле һанап үткән сәбәптәр аргумент була алмай. Яҡындан аралашҡан ике кешемдең был донъя менән шул юл аша хушлашыуы роман яҙырға этәргес булды тип,  әйтә алам. Икеһенең дә ғаиләһе, балалары,  көйлө тормоштары, эштәре бар ине. Ҡыҫҡаһы, социаль факторға бер нисек тә бәйләп булмаған күренеш…Әҫәремдә был һорауға яуапты тарихи-психологик юҫыҡтан сығып бирергә тырыштым. Төрлө илдәрҙәге суицид хәлдәрен тикшереп ҡараным. Мәҫәлән, Америкала суицид  шәхес статусын күтәреү тигәнде аңлата. Сөнки был ил һәр яҡтан камил, үҫешкән. Ә Японияла үлем – бәхет… Туймазы,Стәрлетамаҡ, Иҫәнғолда китап уҡыусылар менән осрашҡанда  миңә  ,, Һеҙ ни өсөн суицидты аҡлайһығыҙ?,, тигән һорау бирҙеләр.
Диндә ,,тәҡдир,, тигән төшөнсә бар.  Был тема хаҡында олатайым менән әңгәмәләшергә тура килде һәм үҙем өсөн байтаҡ нәмә асыҡланым. Ата-бабаларыбыҙ ғүмере буйына һыбай йөрөгән, хәрәкәт ярҙамында ҡандары уйнап торған, күсмә тормош алып барған, ултыраҡ тормошҡа күскәс, улар яйлап-яйлап онотолоуға барҙы,тине ул. Шул рәүешле  кешенең мейеһендә ,,Аҫ,, тигән төйөн барлыҡҡа килә (аҫ - аҫтыртын, йәшерен тигән төшөнсә) , кешелектең йәшәү рәүеше юғала, мейеһе томалана. Йәғни йәшәү рәүешеңде юғалтыу үҙеңде үлтереүгә этәреүе мөмкин.  Суицидтың төп сәбәбе  динһеҙлектән килә.

Здоровье и долголетия
Минземимущество