«Мисс Азия-Себер» конкурсында Башҡортостан өсөнсө тапҡыр ҡатнашты

«Мисс Азия-Себер» конкурсында Башҡортостан өсөнсө тапҡыр ҡатнашты https://bash.news/yuldash/2262_miss-aziya-seber-konkursynda-bashkortostan-esense-tapkyr-katnashty
15 ноя, 10:13

Гөлнур Зиннәтова. 16 ҡыҙ араһында 5-се урын яуланым. Бик ауыр ҙа,   артыҡ еңел дә булманы. Килеп еткәс, бер аҙна ҡыҙҙар менән йәшәнек, әҙерләндек. Китер алдынан 1 ай әҙерләндем. Ата-әсәйем, «Һылыуҡай» студияһы етәксеһе Ленара Таһирова әҙерләнергә һәм костюмдар менән ярҙам иттеләр. Бағыусылар булды. Был конкурста милләтеңде, йолаларыңды күрһәтәһең, тышҡы ҡиәфәтең дә шул яҡҡа тартым булырға тейеш. Һәр ҡыҙ үҙен матур, тип уйларға тейеш. Берәй һөҙөмтәгә килер өсөн эш эшләргә,  маҡсатыңа ынтылырға  тейешһең. Мин матурмын,  тип кенә диванда ултырып  булмай.  Файҙалы бәйләнештәр булдырыр кәрәк икәненә инандым. Башҡортостанда Модель бизнесы әле яңы үҫешә. Беҙҙә мода  милли үҙенсәлеккә таянып үҫеп килә. Конкурсҡа әҙерләнгәндә ауыр булды, шуға күрә бер-беребеҙҙең күңелен күтәреп,көлдөрөп, терәк булдыҡ. Параметрҙар  төп талап булмаһа ла,  диета тотоу кәрәк булды. Туфлиҙарҙың үксә бейеклеге 15 см булырға тейеш ине.

«Мисс Азия-Себер» конкурсында Башҡортостан өсөнсө тапҡыр ҡатнашты
«Мисс Азия-Себер» конкурсында Башҡортостан өсөнсө тапҡыр ҡатнашты


Шулай ҙа был ҡыҙҙарҙы ҡурҡытмаһын, һаулыҡ ,уңыштар һәм  үҙегеҙгә ышанығыҙ,  тик ятмағыҙ тип теләйем.
Сәмирә Әминева.  Мин  4-се урында булдым,  «Мисс  Лучезарность» титулын алдым. «Мисс Башҡортостан» студияһына йөрөнөм, Луиза Зәкирйәнова ҙур ярҙам күрһәтте, бағыусылар табып, костюмдар тектерҙек.
«Мисс Азия-Себер» конкурсында Башҡортостан өсөнсө тапҡыр ҡатнашты, беренсе йылда Луиза Зәкирйәнова икенсе вице-мисс булды  һәм ҡайтҡас, студия асты.  Был конкурста ҡатнашып,  үҙемде икенсе яҡтан астым, үҙемдең эмоциональ  яҡтан көслө икәнлегемде тойҙом.  Студияға бар теләүсе шөғөлләнергә килә ала, үҙеңде күрһәтһәң,  конкурстарҙа ла ҡатнашырға  мөмкин, буй-һынға артыҡ талаптар юҡ.
Конкурста ярым шәрә, купальниктарҙа сығармайҙар, Азия ҡыҙҙары тыйнаҡ булырға тейеш. Ҡатнашыусының эске донъяһы ла матур, китап уҡыған, рухи яҡтан үҫешкән булырға тейеш.  Нисек аралашыуына ла ҡарайҙар. Аҡыл кәрәк,  әлбиттә, тышҡы матурлыҡ ҡына матурламай кешене. Ғәҙеллеккә килгәндә, матурлыҡ конкурстарында ундай  төшөнсә юҡ,  тип уйлайым.

Афиши территория роста