Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан…

Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан… https://bash.news/yuldash/2354_bete-donya-spid-ka-karshy-keresh-kene-unajynan
28 ноя, 10:14

 

Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан…
Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан…


    ВИЧ инфекцияның таралыуы тулҡын менән бара тиһәк һис кенә лә хата булмаҫ. 2001 йылда кинәт кенә 2 меңдән ашыу кешелә ВИЧ инфекция теркәлде. Һәм беҙ етди саралар күрҙек. Көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Һәм унан һуң, сир кәмей башланы. Һуңғы йылдарҙа хәл тотороҡло тора тип әйтә алабыҙ. Әммә был күренеш беҙгә тынысланырға ирек бирмәй.
   Ауырыуҙы 1987 йылдан башлап күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Ошо йылдар эсендә республикала 17 меңгә яҡын ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡланды. Диспансер иҫәбендә 11 067 кеше тора, уларҙың бихисабы 21-50 йәшлектәр, йәғни хеҙмәт итер йәштәге кешеләр. 2013 йылдың 1 октябренә алынған мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда 2 мең тирәһе кешелә ошо ҡурҡыныс инфекция табылды. Уларҙың 63 проценты ир-егеттәр. Әлбиттә, ысынбарлыҡта был вирусты йөрөтөүселәрҙең һаны күберәктер ҙә. Сөнки күп осраҡта кеше ВИЧ менән зарарланыуы хаҡында табиптан йүнәлтмә алып, медицина учреждениеһына килгәс кенә белә. Үҙ теләге менән ВИЧ-ҡа тест тапшырырға килеүселәр бик әҙ. Шуға ла тыңлаусыларҙы һаулыҡтарына битараф булмаҫҡа, даими тикшерелеп торорға саҡырам.
Йәш категорияһы буйынса әйткәндә, яңы асыҡланған осраҡтар 31-40 йәшлек граждандарға тура килә. Балалар – 0,4 процент. Республикала ВИЧ-позитив әсәләрҙән 2 131 сабый тыуған. Әлеге ваҡытта перинаталь контакт буйынса 1 500 бала иҫәптә тора. 133 балаға “ВИЧ-инфекция” диагнозы ҡуйылған.
ВИЧ-вируслы кешеләр йылына 10-20-гә генә артып бара ине. Ә бына 2012 йылдан ауырыу йоҡтороусылар артып китте. Был наркотиктар ҡулланыу менән бәйле. Шулай уҡ, алкоголизм менән сирле ир-аттар араһында ла йыш ҡына ВИЧ вирусы булыуы асыҡлана.
 Башҡортостанды Рәсәйҙең бүтән төбәктәре менән сағыштырһаҡ, республикабыҙ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында уртала тора. Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Сыуашстан, Татарстан республикаларында СПИД менән ауырыусылар беҙгә ҡарағанда байтаҡҡа күп. Наркотик ҡулланыусылар башҡаларға ҡарағанда был сир менән йышыраҡ зарарлана, шулай уҡ, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар.
ВИЧ инфекциялы кешеләр беҙҙең үҙәккә килеп тикшерелеп, дауаланып тора, медицина препараттары ала. Барыһы ла үҙҙәре теләп, үҙ ирке менән килмәй. Беҙ шылтыратабыҙ, саҡырабыҙ, дарыуҙарҙы таратабыҙ. Медицина препараттары бушлай бирелә. СПИД иммунитетты ныҡ ҡаҡшата. Уға бүтән ауырыуҙар ҙа ҡушыла, мәҫәлән, туберкулез, яман шеш, тире сирҙәре. Шуға ла дауаланмаған осраҡта, вирус йөрөтөүсе үпкә шештереп тә үлеп китеүе ихтимал.
Республикабыҙҙа Анти ВИЧ/СПИД программаһы оҙаҡ йылдар эшләп килә. 2015 йылға тиклем Анти ВИЧ/СПИД программаһын ҡабул иттек. Уның буйынса байтаҡ ҡына аҡса бүленә. Миҫал өсөн, 2 миллион  аҡса ВИЧ вируслы әсәләр тыуҙырған балаларға һөт (смесь) алыу өсөн ҡулланыласаҡ. Сөнки сирле әсәнең күкрәк һөтө сабый өсөн зарарлы.
     1 декабрь – Бөтә Донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар әле үк башланды. Уҡыу йорттарында төрлө акциялар уҙғарабыҙ, лекциялар уҡыйбыҙ, осрашыуҙар ойошторабыҙ. “Ҡыҙыл таҫма” акцияһы үтә. Мәғлүмәти продукция – кеҫә календарҙары, визитка, ручкалар таратабыҙ.

Когда отремонтирую ваш подъезд