“Башҡорт Уралы” тарихи-мәҙәни резерваты

“Башҡорт Уралы” тарихи-мәҙәни резерваты https://bash.news/yuldash/2373_bashkort-uraly-tarihi-mezeni-rezervaty
03 дек, 08:36

2012 йылда Башҡортостандың таулы-урманлы көньяҡ төбәгендә айырыуса һаҡланған бер нисә тәбиғәт биләмәһен үҙ эсенә алған “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты төҙөлдө. Башҡорт Уралы. Ошо ерҙәге тарихи, тәбиғи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм уларҙы Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе.
 
Шәрифулла Шәрипов: Биорезерват – ул тәбиғи ҡурсаулыҡ. Тәбиғәтте һаҡлау, йәнлектәрҙе ҡурсалау төп маҡсат. ,,Башҡорт Уралы,,н мәҙәни һәм тәбиғи объект тип атайбыҙ. Уға Шүлгән-таш мәмерйәһе, уның тирә-яғы , солоҡсолоҡ, ,,Урал батыр,, эпосына бәйле урындар инә. Уны Бөтә Донъя Ҡомартҡы объекты исемелегенә индерергә тырышабыҙ. ЮНЕСКО тарафынан 10 критерий ҡуйыла. Шуларҙың алтыһы мәҙәни критерий булһа, дүртеһе — тәбиғи.  Өсөһө буйынса ,,Шүлгән-таш,, ты индерергә уйлайбыҙ.
1. Кеше ҡулының аңлатып бөткөһөҙ мөғжизә тыуҙырыуы., 2. Боронғо мәҙәни традицияларҙы бөгөнгө көнгә килеп етеүе,. 3. Тотош бер тәбиғәт ҡатламын   саф килеш һаҡлау.
 
Фирҙәүес Хисаметдинова: Тарихи-мәҙәни ҡомартҡы итеп ,,Башҡорт Уралы,, тигән объекты беҙҙең республика тәҡдим итте. Тәү сиратта, Башҡортостанбыҙҙа элек-электән ата-бабаларыбыҙ тарафынан ижад ителгән Шүлгән-таштағы һүрәттәрҙең шул тиклем ҡиммәтле икәнен иҫәпкә алып, икенсенән, ошо һүрәттәрҙең сюжеты менән бәйле ,,Урал-батыр,, эпосының да мөһимлеге күҙ уңында тотолдо. Донъяға ҡиммәтле, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ  ҡомартҡы булыуы менән был объекттар тәҡдим ителә.
 
 Париждағы Башҡортостан көндәре...
 Шәрифулла Шәрипов: Кисә генә Париждан ҡайттыҡ.  Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫының Рәсәй милли комитеты рәйесе Игорь Маковецкий беҙҙең был эшкә бик ҙур ярҙам итә.  Алда башҡараһы эштәр күп.  Май-июнь айҙарында эксперттар саҡырасаҡбыҙ. Белгестәргә был эштең донъяуи кимәлдә мөһим роль тотоуын иҫбатларлыҡ дәлилдәр килтерергә тейешбеҙ. 2014 йылда ул тормошҡа ашыр, тип уйлайбыҙ.
 
Фирҙәүес Хисаметдинова: Сит тарафтарҙа, Европа илдәрендә беҙҙең балды, солоҡсолоҡто белмәгән кеүек, шулай уҡ ,,Шүлгән-таш,, мәмерйәһендәге донъялағы берҙән-бер сюжетлы һүрәттәр барлығын бер кем дә белмәй. Беҙ шуны танытырға тейешбеҙ. Беҙҙең институт ЮНЕСКО-ға “Урал-батыр”ҙы “Шүлгән-таш”ыбыҙҙы индереү   тигән тәҡдим менән күптән сығыш яһай. Парижға беҙ Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан киностудияһы һәм үҙебеҙҙең институт менән берлектә төшөрөлгән кинофильм алып барҙыҡ. Ул Урал-батыр, Шүлгән-таш менән бәйле, халҡыбыҙҙың алтын мираҫын нисек итеп һаҡларға һәм киләһе быуынға тапшырырға, тигән юҫыҡта әҙерләнде.
 
     “Башҡорт Уралы” мәҙәни резерватын булдырыу һәм уны танытыу –төбәккә туристар ағымын күбәйтеүҙең бер юлы.
 
    Шәрифулла Шәрипов: Бер ике-өс  ай эсендә Шүлгән-Таш мәмерйәһендә  45 меңгә яҡын турист булһа, әгәр инфрастурктура булдырһаҡ, тәбиғәткә зыян килтермәй, туристарҙың һанын ике-өс тапҡырға арттырып, 75 меңгә еткерергә була. Урындағы халыҡ та ризыҡ етештереп, һатып та үҙенә файҙа килтерә ала. Тәү сиратта, быны башҡорт халҡының милли ризығын пропогандалау, халыҡтың матди хәлен нығытыу тип ҡабул итергә кәрәк.
 
         Киләсәктә бында музей-заповедник буласаҡ. Яңы объекттар барлыҡҡа килер, ошо өлкәлә үҙебеҙҙең белгестәр булыр. Беҙҙең уйыбыҙса, ул киләсәктә ,,Бөтә Рәсәй ҡаяташ һүрәте үҙәге,, булыраҡ донъяуи кимәлдә танылыу яуларға тейеш.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд