Мифтахетдин Аҡмулла көндәре

Мифтахетдин Аҡмулла көндәре https://bash.news/yuldash/2419_miftahetdin-akmulla-kendere
12 дек, 08:44

Өфөлә Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре, Аҡмулла уҡыуҙары бара

Мифтахетдин Аҡмулла көндәре
Мифтахетдин Аҡмулла көндәре


 
 
8-се тапҡыр уҙғарылған ғалим-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла көндәре уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында башланды, артабан республикабыҙҙың барлыҡ ҡала-район мәктәптәрендә дауам итеп, Миәкә ерендә тамамлана. Һәр сара ғалим-мәғрифәтсенең тапҡыр һүҙенә нигеҙләнеп ойошторола. Ошо көндәрҙә Өфөлә Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре, Аҡмулла уҡыуҙары бара. Был мәртәбәле сара йыл да үткәрелеп килә. Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре – республиканың ғилми мөмкинлектәрен арттырыуға, халыҡ-ара майҙанда Башҡортостандың абруйын күтәрергә йүнәлтелгән, тип билдәләнгән Республика Президенты Указында. Был мәртәбәле сараға әҙерлек беҙҙең уҡыу йортонда йыл дауамында алып барыла. Республика ғалимдары менән берлектә план төҙөлә. Шулай уҡ сит тарафтарҙан ғалимдарҙы йәлеп итәбеҙ. Иң тәүгеләрҙән булып беҙгә Ҡаҙағстан  ғалимдары ҡушылды. Шулай уҡ башҡа туғандаш төрки халыҡтар йәшәгән төбәктәрҙән дә теләктәшлек белдерҙеләр.
 
 
 Быйылғы сараның төп үҙенсәлектәренең береһе – М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарының фәнни конференцияла ҡатнашыуы. Улар студенттар һәм ҡунаҡтар алдында лекциялар менән сығыш яһаны (ғалим Рәшит Шәкүр, шағирә Гөлфиә Юнысова, филология фәндәре кандидаты Нәркәс Хөбөтдинова һ.б.) Аҡмулла исемендәге музей директоры, ошо уҡ премия лауреаты Фәнис Янышывтың ,,Аҡмулланың мираҫы,, тигән китабының исем туйы үтте. Ул өс телдә - башҡорт, рус һәм ҡаҙаҡ телдәрендә донъя күрҙе.
 
 Кеше - үҙ еренең хужаһы
 
 
Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ икән, тимәк, уның тел һаҡсыһы ла, ил һаҡсыһы ла - беҙ. Әхлаҡи тәрбиә , белемгә ынтылыу кеүек төшөнсәләргә һис тә хыянат итергә тейеш түгелбеҙ. М.Аҡмулла ҡайҙа ғына йөрөмәһен, һәр саҡ үҙ еренең хужаһы – башҡорт халҡы исеменән мөрәжәғәт иткән. Әҙәбиәт аша тәрбиәләү тигәндә, Аҡмулла көндәре сиктәрендә барлыҡ республика мәктәп уҡыусылары араһында ,,Мифтахетдин Аҡмулла һәм уның замандаштары,, тигән тема буйынса интернет-олимпиада ойошторолдо. Бында мең ярымлап уҡыусы үҙ көсөн һәм белемен һынаны. Был бик ҡыуаныслы күренеш, уҡыусылар араһында һүҙҙең көсө юғары икәненә йәнә бер инандыҡ. Иртәгә еңеүселәрҙе тәбрикләү була. 5-11 синыфтар араһында үткән бәйгелә еңеүселәрҙең географияһы киң булыуы ҡыуандырҙы. Жюри ағзаларының иғтибарын Асҡын районынан 4-се синыф уҡыусыһының эше һоҡландырҙы. Улар ҙа махсус рәүештә саҡырыу алды.
 Ниндәйҙер йоғонтоға бирелмәҫ өсөн һәр саҡ үҙең булып ҡалыу мөһим. Милли идея бар ул, бала бишектән йыр тыңлап өндәрҙе һеңдереп үҫә. Үҫә төшә был эште халыҡ ижады – эпос-әкиәттәр аша дауам итеү зарур.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд