Йыл йомғаҡтары: Башҡортостан мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте.

Йыл йомғаҡтары: Башҡортостан мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте. https://bash.news/yuldash/2456_jyl-jomhaktary-bashkortostan-mezeniete-senhete-ezebiete
25 дек, 09:01

 Япондар «Гөлнәзирә» һәм «Ете ҡыҙ» бейеүен алҡыштарға күмде

Йыл йомғаҡтары Башҡортостан мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте.
Йыл йомғаҡтары Башҡортостан мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте.


2013 йылда ялҡынлы башҡорт бейеүҙәре менән алыҫ Япония тамашасыһы ла таныша алды. Бейеүҙәребеҙҙе ҡарап таң ҡалды, һоҡланды, алҡыштарға күмде. Донъя сәхнәләрен яулаған Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле был илдә даими уҙғарылған «Рәсәй мәҙәниәте» фестивалендә сығыш яһаны.Уның сиктәрендә Башҡортостан бейеүселәре 4 ҡалала: Токио, Мусасино, Мито һәм Сибала ике бүлектән торған концерт ҡуйған.  Япондар «Гөлнәзирә» һәм «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарыусыларға айырыуса оҙаҡ ҡул сапҡан. 2013 йыл Фәйзи Ғәскәров ансамбле өсөн үтә лә иҫтәлекле. Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында уҙған Башҡортостанды презентациялау мәлендә, коллектив 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы абруйлы бүләккә лайыҡ булды. Уға “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһы өсөн “Биш континент” тип исемләнгән алтын миҙал һәм “Донъя илсеһе” тигән диплом тапшырылды. Әлегә тиклем бындай ҡиммәтле бүләк бары тик бер генә Рәсәй коллективына - Игорь Моисеев исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бирелгән тип билдәләй сәнғәт әһелдәре.  Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев ижади коллективының бөгөнгөһө һәм  киләсәккә пландары менән бүлешә.
Бынан 75 йыл элек, 1938 йылдың 14 декабрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры асыла
Был көндө Аксаков халыҡ йортоноң сәхнәһендә итальян композиторы Паизиеллоның операһы башҡортса ҡуйыла. Икенсе көнгә ул рус телендә яңғырай...
Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музыка сәнғәтенең абруйлы үҙәге тип әйтһәк һис кенә лә хата булмаҫ. “Шаляпин кисәләре” халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Рудольф Нуриев исемендәге  халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале бар донъяға билдәле.  Бөйөк балет артисының тыуған ерендә булыу мөмкинлеге, ул сығыш яһаған сәхнәлә бейеү форсаты төрлө илдәрҙең бейеүселәрен баш ҡалабыҙ Өфөгә йәлеп итә.
 Дирежер, БХА Фәрит Иҙрисов: «Театр өсөн 2013 йыл ваҡиғаларға, ҙур ҡаҙаныштарға бай булды. Бөйөк балетмейстер Юрий Григорович беҙҙең балет  труппаһы менән Хачатурян музыкаһына яҙылған ,,Спартак,, балетын ҡуйҙы. Тамашасылар яратып ҡабул итте. Был беҙҙә генә түгел, Рәсәй кимәлендә лә ҙур ваҡиға булып тора. Моцарттың ,,Школа влюбленных,, тигән операһы ҡуйылды. Беҙҙең аранан иртә киткән арҙаҡлы шәхесебеҙ, бөйөк композиторыбыҙ Салауат Низамутдиновтың һуңғы ,,Мин һине яратам,, тигән операһының премьераһы үтә… 2014 йыл Салауат Юлаевтың 260 йыллыҡ юбилейы уңайынан тыуған ерендә Салауат операһын асыҡ һауала ҡуйырға уй бар һәм үҙемдең дә юбилейым була, шуға күрә концерттар, ижади кисәне үткәрергә ваҡыт етте тип уйлайым”.
Йыл кино сәнғәте өсөн дә емешле булды
Башҡорт киноһы ышаныслы аҙымдар менән яңы үрҙәр яулай бара. Башҡортостан кинематографистарының исеме  Рәсәй һәм донъя кимәлендә уҙғарылған мәртәбәле фестивалдәрҙә йыш яңғыраны. Декабрь башында Италияның Милан ҡалаһында Спорт киноһы һәм телевидение халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Башҡортостан киностудияһынан режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова унда үҙенең ,,Ирек Зарипов,,тураһындағы филмы менән   ҡатнашты, ошо саранан алған сәфәр тәьҫораттары  менән  уртаҡлаша...
2014 йыл Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде
Ошо уңайҙан дәүләт 50 грант бүлергә ниәтләй. Һәр грант 5 миллионға тиң һәм был сығымдар төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың проекттарына булышлыҡ итеү өсөн бүленәсәк. Киләһе йылда мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә 5 миллиард ярым һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Мәҙәниәт йылында үҙенсәлекле мәҙәни ваҡиғалар күп булыр, кешеләрҙең дә мәҙәнилек кимәле артыр тип ышанабыҙ. 

Минземимущество