Пенсия нисек туплана?

Пенсия нисек туплана? https://bash.news/yuldash/2457_pensiya-nisek-tuplana
25 дек, 11:06

Күптәрҙең әле даими эше бар, көс-ғәйрәте  ташып  тора, һәм, әлбиттә,  хаҡлы  ялды  күҙ алдына ла  килтермәй, бөгөнгө  проблемаларҙы  хәл итергә, аҡса эшләргә, ғаиләңде, үҙеңде ҡарарға кәрәк бит. Пенсияға  сыҡҡандан һуң йәшәү рәүеше бик  томанлы  итеп күҙ  алдына килә. Хөрмәтле  дуҫтар, бөгөн беҙ пенсияның нисек  билдәләнеүе тураһында һәм пенсияларҙың тупланма өлөшөнә бәйле ҡайһы бер һорауҙарға яуап табырға  тырышырбыҙ.
Пенсия нисек туплана? Ошо һорау менән Пенсия фондының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Фоат Хантимеровҡа  мөрәжәғәт иттек.
 
Буласаҡ пенсия кеше эшләй башлағас формалаша башлай.
Эш биреүсе мотлаҡ эш хаҡы түләргә һәм пенсия фондына иғәнә индерергә тейеш. Был – уның бурысы. Эш хаҡынан сығып, пенсия фондына 22 процент түләнә бара. Уның 16 проценты страховка һәм тупланма өлөшкә китә. 6 проценты фиксацияланған база өлөшө. Ошо индерелгән взнос һәр кемдең лицевой иҫәбендә йыйылып бара. Һәр кемгә иҫәп асылған. Һәр квартал индерелгән сумма индексациялана. Шунан сығып, йыллыҡ сумма билдәләнә. Ошо взностар йыйылып бара һәм пенсия тәғәйенләнгәс, шул сумманы формула буйынса бүлеп иҫәпләйҙәр. Ошо суммаға ҡарап, пенсия тәғәйенләнә. 
 1967 йылдан һуң тыуғандар өсөн пенсия икенсе төрлө иҫәпләнә.
 
1967 йылдан һуң тыуғандарҙың пенсияһы 2 өлөшкә (страховой һәм тупланма) бүленгән.
Бөтә кешеләрҙең дә лицевой иҫәптәрендәге сумма индексациялана. 16 проценттың 6 проценты тупланма өлөшкә ебәрелһә, 10 проценты мотлаҡ страховойҙа ҡала. Страховойҙы хөкүмәт ҡарары нигеҙендә индексациялайҙар, 6 процентын кеше дәүләт ҡарамағында булмаған /НПФ/ пенсия фондына йәки  идарасы компанияға бирә ала. Улар үҙҙәре күпме процент бирә ала, шунса өҫтәй. Хөкүмәткә ҡалған 10 проценты киләсәктәге, бөгөнгө пенсияларҙы түләү өсөн тотонола. Ҡиммәте юғалмаһын өсөн индексациялана. Үткән йыл индексация 10,1 процент булды. Мин эшләгән дәүерҙә индексация банктағы депозиттарҙан кәм булманы. Хөкүмәт индексация эшләгәндә барыһын да ҡарап, иҫәпләй. Ә бына дәүләт ҡарамағында булмаған /НПФ/ пенсия фондтарына килгәндә, һәйбәт фондтар күберәк түләй. Быныһын инде һәр кем үҙе хәл итә. Пенсияның фиксацияланған база өлөшө - 3600 һум, хөкүмәт барыһына ла бер төрлө түләй, уны, страховой һәм накопительный өлөштәрен бергә ҡушһаҡ, пенсия килеп сыға.
 
Әйтеп  үтелеүенсә,  пенсияның бер өлөшөн дәүләт ҡарамағында  ҡалдырыу йә дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарына, шәхси идарасы  компанияларға  күсереү һәр кемдең шәхси  эше. Ошо темаға  ентекләберәк туҡталабыҙ.
 
Фиксацияланған йыйылма өлөш - 6 процент - уныһы иғәнән, хөкүмәттеке, 10 процентын пенсия фонды түләүҙәргә тотона, ә бына 6 процентты пенсия фондында ҡалдырып, «Внешэкономбанк»та тоторға йә дәүләт ҡарамағында  булмаған фондҡа күсерергә була. Йәғни, кеше ошо 6 процентын ғына ҡуллана ала. Ул 1967 йылдан һуң тыуғандарҙа ғына була. 46 йәштән олораҡ кешеләрҙең йыйылма өлөшө  бөтөнләй юҡ. Кем ошо тупланма өлөш менән үҙе идара итергә теләй, уйлап, 2015 йылдың 31 декабренә тиклем хәл итергә тейеш. Йә ул тупланма итеп ҡалдыра, йә ошо 6 процентты страховка өлөшөнә ҡушып, хөкүмәт индексациялаған суммаға риза булып ҡала.
Буласаҡ  пенсияның тупланма өлөшөн дәүләт ҡарамағында  булмаған фондҡа  күсереү өсөн пенсия  фондының урындағы бүлексәһендә ғариза  яҙырға кәрәк.
Был ғаризаны 2015 йылдың 31 декабренә тиклем бирергә була. Ҡайһы бер ерҙә быйыл ғариза  яҙмаһаң, тупланма элементһыҙ ҡалаһың, тип хәбәр һөйләйҙәр, был дөрөҫ түгел. Ошо 6 процентты НПФ-ҡы бирергә теләгән кешегә 2015 йылдың 31 декабренә тиклем ваҡыт бирелә. Ошо ваҡытҡа тиклем ғариза бирһә, пенсия фонды ошо 6 процентты НПФ иҫәбенә күсереп барасаҡ. Кеше кире уйлаған осраҡта, яңынан күсә ала. 
Пенсия  фондының Башҡортостандағы  идаралығы етәксеһе  Фоат Хантимеров  әйтеүенсә, дәүләт ҡарамағында  булмаған пенсия  фондтарын һайлаусыларға артыҡ борсолорға кәрәкмәй. Фондтарҙың барыһы  ла  мотлаҡ  рәүештә  лицензия аласаҡ. Ә буласаҡ  пенсиялар тәү сиратта  Пенсия  фонды  аша  үтәсәк.
 
Гарантия бар, 2014-2015 йылда бөтә НПФтар ҙа лицензия аласаҡ. Шунан һуң ғына Пенсия фонды сумманы ошо фондҡа күсерә. Эш хаҡының 22 проценты башта Пенсия фондына килә.
Хөрмәтле  дуҫтар, күптәр ошондай  юл сатында тора. Шулай  ҙа  был өлкәлә ниндәй  ҙә булһа ҡарар ҡабул итер алдынан пенсия  реформаһына бәйле ҡағиҙәләрҙе  һәр кемгә йәнә бер ҡат ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ.
Ильнар Әхмәтгәрәев.

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд