Иман нуры һәр бер йортҡа.

Иман нуры һәр бер йортҡа. https://bash.news/yuldash/24814_iman-nury-her-ber-jortka

Байрам көндәрен дә оҙаттыҡ. Һәр кем уны үҙенсә ололап, хөрмәтләп билдәләргә тырышты. Ғөсөлләнеп, таҙарынып, матур кейемдәр кейеп, мәсеткә - ғәйет намаҙына барҙыҡ. Аллаһ йортонда дин ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашып бер-беребеҙҙе ҡотлаштыҡ, саҙаҡалар тараттыҡ, ҡайтҡас йортобоҙҙа тәмле ҡоймаҡ еҫтәре сығарып, сәй эстек. Дуҫтарҙы ла сәйгә саҡырып алдыҡ. Бүләктәр бирештек. Эйе, дин ул - тәртип, әҙәп, матурлыҡ, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәт, мәрхәмәтлек, тыныслыҡ.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа