Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығы.

Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығы. https://bash.news/yuldash/2506_berense-donya-huhyshynyn-100-jyllyhy
13 ғин, 10:50

Рәсүл Сәғитов.  Йыл башы – уның дауамында булыр хәл-ваҡиғаларға, нишләһәк тә,  үҙенсә байҡау ҙа ул һәм бөгөнгө тапшырыу шуның бер сағылышы булыр ҙа. Әле бына 20-се быуаттың бөтә ер шарындағы тигәндәй ҙур, фажиғәле, донъялағы дөйөм тәртипте, хатта ижтимағи-сәйәси ҡоролошто һиҙелерлек үҙгәрткән ваҡиға – Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығын үҙәккә ҡуябыҙ. Үҙгәрткән тибеҙ, сөнки, уның арҡаһында, мәҫәлән, дүрт империя юҡҡа сыға: Рәсәй, Германия, Ғосман һәм Австро-Венгрия империялары.
     Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығын үткәреүгә әҙерлек тураһында телефон аша һөйләй.
    «Хәрби-тарихи ойошма империалистик һуғышҡа бәйле бөтә сараларҙың ойоштороусыһы һәм етәксеһе буласаҡ. Мәғлүмәт әҙ булды. Хәҙер асыҡлау бара. Беҙҙең олатайҙарҙың батырлығы тураһында йәштәргә еткерелергә тейеш»
   - Һәм бында төп ысулдарҙың береһе – музейҙарҙа махсус экспозициялар ойоштороу, әлбиттә.
    «Милли музейҙа был эш башланған, күсмә күргәҙмә әҙерләйбеҙ»
   - Ә тотош Рәсәй күләмендә алғанда яңы музей – Беренсе донъя һуғышы музейы ойоштороласаҡ, тип хәбәр ителә.
    «Әҙ өйрәнелгән, әммә үҙебеҙҙең яҡташтарҙың батырлығы тураһында шулай ҙа ишетелә башланы. Мәғлүмәттәр туплана. 2014 йыл Рәсәйҙә – мәҙәниәт йылы. Тарих өсөн ғорурлыҡ йылы булыр, тип уйлайым»
   - Азат Шәкирйән улы, тапшырыуҙың инеш өлөшөндә әйтеп үтеүебеҙсә, Беренсе донъя һуғышы башланыуҙың 100 йыллығы алдынан тороуыбыҙға ҡарамаҫтан был турала әллә ни һүҙ юҡ. Һеҙгә, хәрби тарих белгесенә лә, шулай тойоламы, әллә беҙгә генәме?
  «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының  генераль директоры урынбаҫары Азат Ярмуллин.
1914-1918 йылдарҙа барған һуғыш -  Империалистик һуғыш, Беренсе донъя һуғышы, йәки, ул ваҡытта аталыуынса, Бөйөк һуғыш, Икенсе Ватан һуғышын беҙ билдәләмәйбеҙ.  Ул хәтер көнө тип атала.
Был - тарих, хәтер булырға тейеш. Тарихтан белеүебеҙсә,  Рәсәйҙең яҙмышында бик аяныслы роль уйнаған дәһшәтле ваҡиғаларҙың береһе бит инде. Рәсәй иҡтисади көрсөккә килеп терәлә…
Тарих беҙҙе өйрәтә, беҙгә һабаҡ бирә. Тарих шәхестәр яҙмышы аша өйрәнелә... Совет осоронда Беренсе донъя һуғышы, Империалистик һуғышҡа   тарих фәне тарафынан  артыҡ иғтибар бирелмәне. Беҙ эшләгән нәшриәттә былтыр «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» тигән энциклопедия сыҡты. Башҡортостанда ла Беренсе донъя һуғышы тураһында  берәү ҙә өйрәнмәгән икән… Үҙебеҙ архивҡа барып, аҙмы-күпмелер материалдар табып, үҙебеҙҙең көс менән яҙырға тура килде…  Ошо энциклопедияны эшләгәндә бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡтым һәм мине ике шәхес тетрәндерҙе, аптыратты. Улар һуғышта ҡатнашҡан башҡорт батырҙары Генерал Рауил Сыртланов, штабс-капитан Ҡазыхан Низаметдинов хаҡында.

Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа