Рәсәй матбуғаты көнө.

Рәсәй матбуғаты көнө. https://bash.news/yuldash/2511_resej-matbuhaty-kene
14 ғин, 08:41

     Хәйерле кис, хөрмәтле тыңлаусылар. Кис һайын ,,Юлдаш,, каналында ошо ваҡытта барған, тормош-йәшәйешебеҙҙең төрлө яҡтарын сағылдырыуҙы һәм шул өлкәләрҙә килеп тыуған проблема-мәсьәләләрҙе хәл итергә ынтылыуҙы маҡсат итеп алған тапшырыуҙы асыҡ, тип иғлан итәбеҙ. Бөгөн уны әҙерләп алып барыусы мин, Айгөл Хисамова , һеҙҙе ихлас сәләмләйем һәм ,,Асыҡ студия,,ға фекерҙәр ҡорон ойоштороуға, һүҙ йөрөтөүгә сәбәпсе булған тема менән таныштырам.
         Бөгөн, 13 ғинуар, Рәсәй матбуғаты көнө. Башҡортостан матбуғатын Рәсәйҙекенән һис айырып булмай. Әгәр ҙә Рәсәй матбуғаты 13 ғинуар һөнәри байрамын билдәләй икән, республика гәзит-журналдарына ла был ныҡлы ҡағыла. Студиябыҙға ихлас саҡырылған, матбуғат һәм журналистика өлкәһендә айырым уңыштарға ҡаҙанған ҡунағыбыҙҙы ошо һөнәри байрамы менән ҡотларҙан алда уның менән таныштырып үтәйек.
         Артур Хәсән улы Дәүләтбәков журналистикала 1993 йылдан бирле. Үҙенең эшмәкәрлеген Башҡорт Дәүләт Университетын тамамлағандан һуң, ,,Йәшлек,, газетаһында башлай. Матбуғатта хеҙмәт итеү дәүерендә ул профессиональ үҫештең бөтә баҫҡыстарын үтә. Ябай хәбәрсенән алып ,,Аманат,, балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәрриренә, ,,Йәшлек,, йәштәр газетаһының баш етәксеһенә һәм 2010 йылдың сентябренән – Башҡортостан Республикаһының журналистар союзы идарылығы рәйесенә тиклем. Бөгөн ,,Асыҡ студия,,ның абруйлы ҡунағы – ысын мәғәнәһендә ҙур хәрефтән Журналист, үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы етәксе – Артур Хәсән улы Дәүләтбәков. Хәйерле кис, Артур Хәсәнович. Бөгөнгө һеҙҙең һәм минең һәм бик күп журналистар өсөн уртаҡ булған темаға һөйләшеүҙе башлар алдынан һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Хәҙер мөрәжәғәт ителәсәк тәҡдим радиотыңлаусылар өсөн булыр – ошо минуттан алып тапшырыуҙың аҙағына 5 минут ҡала тигәнгә, йәғни 18 сәғәт 40 минутҡа тиклем беҙ һеҙҙең өсөн интерактив һорау алыу ойошторабыҙ. Уны беҙ СМС-портал аша, 4345 һандарына ҡабул итәбеҙ. СМС юлларҙан башта ,,Студия,, һүҙен теркәү мөһим һәм ул тик ,,Эйе,, йәки ,,Юҡ,, һүҙенән торорға тейеш. Шулай уҡ студия телефондары – 273-88-66 һәм 273-68-47 һандары аша ла шылтыратып, заманса журналистика темаһына, беҙҙең һөйләшеүгә ҡарата фекерҙәрегеҙ, бирер һорауҙарығыҙ менән мөрәжәғәт итегеҙ. Ә мин Артур Хәсән улына тәғәйенләнгән тәүге һорауҙы биргем килә.
Һеҙ ике эште бергә алып бараһығыҙ. Журналистар союзының рәйесе вазифаһында – өс ярым йыл. Ошо ваҡыт арауығында башҡорт журналистикаһында һиҙелерлек үҙгәрештәр булдымы һәм уның әлеге хәлен нисек баһалайһығыҙ.
 
Артур  Дәүләтбәков. Рәсәй күләмендә семинарҙарҙа ҡатнашҡанда күп төбәктәрҙә урындағы матбуғаттың  ҡыҫҡарыуы хаҡында ишетергә тура килә.  Беҙҙең Башҡортостанда хәлдәр ярайһы уҡ яҡшы. Айырым баҫмаларҙың тиражы кәмегән хәлдә лә уҡыусылар һанын юғалттыҡ, тип әйтмәҫ инем. Сөнки яңынан-яңы газета-журналдар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Аҙна,, газетаһының тиражы бөгөнгә 20 меңгә етһә,  ,,Киске Өфө,,нө 5 мең уҡыусы алдыра.
Беҙҙең журналистика ,,дүртенсе власть,, төшөнсәһен тап килтереп буламы? Булһа, үҙенең ролен ул нисек үтәй.
Артур  Дәүләтбәков. ,,Дүртенсе власть,, тигән төшөнсә бөгөнгө заманға тап килеп үк бөтмәй. Шулай ҙа баҫма биттәрендә киҫкен мәҡәләләр донъя күрә икән, улар эҙһеҙ үтмәй.  Ул яҙмалар буйынса тикшереү ойошторолоп, сара күрелә. Был күҙлектән сығып ҡарағанда, журналистиканы ,,дүртенсе власть,, тиергә була.
Союз идарылығының һеҙгә тиклемге етәксеһе – Фәрит Әхмәҙиев – ,,Беҙҙең республика матбуғатында ,,һары баҫмалар,, юҡ,, тип әйткән. Был һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
Артур  Дәүләтбәков.   Яуапты .,,Аҙна,, газетаһы миҫалында бирер инем. Ул дәүләт ҡарамағына ҡарамаған, шәхси баҫма. Шулай булыуға ҡарамаҫтан унда эшләүсе журналистарһөнәри этиканы һаҡлай. Беҙҙә бер ниндәй ҙә ,,һары баҫма юҡ,, тип әйтә алам.
Яуабығыҙ өсөн рәхмәт. Ә хәҙер әҙ генә матбуғат тарихына күҙ һалайыҡ. Республика матбуғаты 20-се быуаттың 90-сы йылдары аҙаҡтарында ныҡлы үҫеш ала. Ун йыл эсендә генә әллә күпме газета-журналдар пәйҙә булды. 1990 йылда ,,Йәшлек,, , ике йылдан - ,,Аҡбуҙат,, журналы, тағы ике йылдан - ,,Тамаша,, , ,,Шоңҡар,, журналдары, 95-96-сы йылдарҙа ,,Толап,, һәм ,,Ватандаш,, һәм 1999 йылда - ,,Бельские просторы,, журналдары. Быға әлбиттә, республика суверинет алыуыуы менән бәйле. 90-сы йылдар урталарында йәмғеһе – 235 республика, район һәм тармаҡ баҫмалары иҫәпләнһә, бөгөнгө көндә - меңдән артыҡ, шул иҫәптән был һанға электрон мәғлүмәт саралары ла инә. Райондарҙа ла был йәһәттән беҙҙең журналистар йоҡламай. Мәләүездә, мәҫәлән, бынан теүәл 12 йыл элек, тап йылҡы йылы башланып торған ваҡытта ,,Көнгәк,, газетаһының тәүге һаны донъя күрә. Бөгөн Сәйфулла Һаҙый улы Әмиров етәкселегендәге коллектив айырыуса уңыштар менән маҡтана ала. Башҡортостан көнъяғындағы журналистарҙың ижади берекмәһендә тиә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы номинацияһында икенсе урын яулай, эшҡыуарлыҡ темаһын әүҙем яҡтыртҡаны өсөн Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса Башҡортостан вәкиллегенән рәхмәт хатын ала. Ҡайһы бер район баҫмаларының тиражы ҡайһылыр сәбәптәр арҡаһында кәмей бара, әммә был Мәләүез ҡалаһы һәм районы газетаһы ,,Көнгәк,,кә һис тә ҡағылмай. Бер мең дана тиражын һаҡлап алып ҡала ул. Әйҙәгеҙ, Мәләүездәге баҫманың баш мөхәррире Сәйфулла Һаҙый улы Әмировты тыңлайыҡ.
Сәйфулла Әмировтың һүҙҙәре менән килешәһегеҙме. Техника камиллашҡан ваҡытта матбуғат баҫмаһы барыбер үҙ көсөнә эйә булып ҡалып, үҙ мәғәнәһен юғалтмаймы?
Артур  Дәүләтбәков.  Хәҙер техника заманында йәшәйбеҙ, тиергә яратабыҙ. Ә шулай ҙа нисек кенә булмаһын иң дөрөҫ мәғлүмәтте баҫма матбуғаттан алырға була. Ниндәйҙер бер ,,блогер,, биргән мәғлүмәте өсөн тулыһынса яуаплылыҡ  алмай. Иң ҙур көс – ул журналист һүҙе.
Һеҙҙең фекерегеҙсә, башҡорт журналистикаһының  иң ,,маҡтана алырлыҡ һыҙаты,, һәм иң төп ,,бәләһе,,?
Артур  Дәүләтбәков.   Журналистың иң маҡтана торған һыҙаты – ябай халыҡтан айырылмауы.  
Йәнә хеҙҙең төп эшегеҙ – бәпләп сығарылған ,,Йәшлек,, газетаһына ҡайтайыҡ. Донъя күргәндән алып бик күп үҙгәрештәр кисерелгән, кадрҙар алмашынған, газетаның йөҙө лә үҙгәрҙе. Хәҙер хеҙ 24 битлек баҫма булып сығаһығыҙ, төҫлө, матур, сағыу газета. Йәштәр менән күп эшләйһегеҙ. Журналисттың төп сифаттары?
Артур  Дәүләтбәков. ,,Йәшлек,, газетаһына коллективын  элек-электән илем, телем, халыҡым, тип янып эшләгән журналистар тәшкил итә. Барлыҡ республика журналистарын берләштереп әйткәндә  журналист  һәр яҡлап универсаль булырға тейеш. / диктофон һәр саҡ көйлө, кәрәк икән үҙе водитель, видеоператор ролен дә башҡарырға бурыслы/.
Беҙҙең матбуғатта шундайҙар, өлгө алырлыҡ оҫталар күпме? Һеҙҙең эталон Рәсәйҙә, республика журналистикаһында?
Журналист ғәҙел, намыҫлы, үткер һүҙле, оҫта ҡәләмле, стилле генә түгел, тура мәғәнәһендә етез булырға тейештер. Ошондай етегҙлеге арҡаһында ҡайһы берәүҙәр хатта үҙ ерендә радио ла аса алған. Һүҙ беҙҙең коллега – Гөлнур  Ишбулатова хаҡында. Башҡортостан ,,Юлдаш,, телевидениеһында, артабан ,,Юлдаш,, каналында эшләп күп тәжрибә туплаған, хәҙер иһә - ,,Юлдаш,, мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының Баймаҡтағы радиоһы директоры ул. Яңы йылға тиклем 20 көн тирәһе ҡалғанда ул һәм уның коллетивы тәүге эфирын үткәрә. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе уға бирәйек.
Хөрмәтле тыңлаусылар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн ,,Асыҡ студия,,ла беҙ башҡорт матбуғаты, башҡорт журналистикаһы хаҡында һөйләшәбеҙ. Интерактив һорау тураһында ла онотмағыҙ. ,,Республика матбуғатында баҫылғандарға ышанаһығыҙмы,, тигән һорауға һеҙҙән ,,Эйе,, йәки ,,Юҡ,, тигән яуаптарҙы 4345 һанлы СМС-порталға көтәбеҙ. СМС юллар алдынан мотлаҡ ,,Студия,, һүҙен ҡулланығыҙ. Ә беҙ ,,Асыҡ студия,,ның ҡунағы – Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзы идарылығы рәйесе, ,,Йәшлек,, йәштәр газетаһының баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәков менән әңгәмәне дауам итәбеҙ.
Бер нисә минут элек кадрҙар мәсьәләһенә туҡталып үткәйнек. Журналистикаға ниндәй кешеләр кәрәк?
Рәхмәт, Артур Хәсәнович. Ысынлап та, журналистикала эрудициялы, грамоталы, яуаплы кешеләрҙең эшләүе мөһим. Был айырыуса телевидение һәм радио тармағында асыҡ күренә. Оператив, етеҙ эшләй белеү – айырыуса бында талап ителә. Әйткәндәй, һуңғы ун йыл - ,,Башҡортостан,, ,,Юлдаш,, телевидениеһы һәм радиоһы өсөн бик тә уңышлы булды. Телевидениела ,,Ҡурай,, йыр-моң каналы асылһа, бынан 4 йыл элек ,,Ашҡаҙар,, радиоһы барлыҡҡа килде. Тағы ла бынан ул йыллап элек ,,Телевидение һәм радио сәнғәте мәктәбе,, асылды. Уның ҡаҙаныштары һәм уңыштары менән ысынында маҡтанырлыҡ. Һүҙҙе уның директоры Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилмановаға бирәйек.
Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы яңыраҡ Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара форумда эксперт рәүешендә ҡатнашып та ҡайтты. Тимәк, фекерҙәр ашылыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу тик үҙ-ара ғына бармай, сит яҡтарҙы ла белеп, үҙебеҙҙе лә күрһәтә беләбеҙ. Үҙебеҙҙе күрһәтеү, тигәндәй. Бөгөн беҙҙең коллегалар, ,,Юлдаш,, мәғлүмәт һәм йы-моң каналы журналистары ла дәүләт наградаларына лайыҡ булды. ,,Телевидение һәм радиола Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм дәүләт телдәр проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыусы,, номинацияһында Венера Ситдиҡова беренсе урын алды. ,,тернет баҫмаларҙа донъя күргән республикала тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған иң уңышлы радиотапшырыуҙар,, номинацияһында Гүзәл Ситдиҡова икенсе урынға эйә булды, ә ,,Сифат,, номинацияһында призлы урын ,,Яңылыҡтар,, хеҙмәте журналистары – Илнар Әхмәтгәрәев менән Вадим Лаврентьевҡа бирелде. Хеҙмәттәштәребеҙҙе дәүләт наградаларына лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.
,,Асыҡ студия,,ла һөйләшеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Журналистар сюозы үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарҙың береһе – ғәҙел һәм азат журналистика мәҙәниәтен булдырыу, һүҙ азатлығын яҡлау һәм башҡа рухи төшөнсәләр менән бер рәттән матбуғат йә иһә киң мәғлүмәт сараларын финанс яҡтан ҡайғыртыу тигән маҡсат та билдәләнгән. Был йәһәттән проблемалар хәл ителәме.
Сит ил журналистикаһы менән танышһығыҙмы. Эйе икән, уларҙан беҙгә, беҙҙән уларға нимәгә өйрәнергә кәрәк, һеҙҙеңсә.
Хөрмәтле дуҫтар, беҙҙең тапшырыу аҙағына яҡынлаша. Программа башында мин һеҙгә 4345 һанлы СМС-порталға интерактив һорауға ,,эйе,, йәки ,,юҡ,, тигән яуаптар юлларға тәҡдим иткәйнем. Һорауға яуап алыу тамамланды. Уға килгәндәрен һанап, асыҡлыҡ индерергә ваҡыт. Тимәк, ,,Республика матбуғатында баҫылғандарға ышанаһығыҙмы,, тигән һорауға  "эйе" һәм "юҡ" тигән яуап юлланды. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Ә хәҙер ошо һорауҙы мин беҙҙең ҡунағыбыҙға, Артур Хәсәнович, һеҙгә биргем килә. Һеҙ үҙегеҙ, журналист ҡына түгел, ябай газета-журнал уҡыусы булараҡ – матбуғаттың һүҙенә ышанаһығыҙмы? Әйткәндәй, беҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙың ҡайһыларын ихлас уҡыйһығыҙ, ябай уҡыусы булараҡ.
Хөрмәтле дуҫтар, бөгөн беҙ ысын журналист ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға күп һүҙҙәр әйттек. Бер талант эйәһе таланттың үҙе тураһында һөйләгәндә - талант һатыла белергә тейеш, тигән. Журналист та ниндәйҙер кимәлдә үҙ эшен һатыуға сығара. Әммә шул уҡ ваҡытта – күңелеңде һатылмаҫлыҡ булһын. Журналистың төп профессиональ һыҙаты – үҙ-үҙең алдында намыҫлы, ғәҙел булып ҡалыуҙыр. Үҙеңә, һөнәреңә тоғро булған журналист бур ҡасан да алдатҡыс мәҡәлә яҙмаҫ, дөрөҫлөктө сағылдырмаған тапшырыу эшләмәҫ. Барығыҙға ла иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, ә һеҙгә, Артур Хәсәнович, айырым рәхмәт. Осрашҡанға тиклем.

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд