Әбүс шиғырҙары.

Әбүс шиғырҙары. https://bash.news/yuldash/2577_ebus-shihyrzary

Сабит Суфиянов 20-30-сы йылдарҙа иң әүҙем ижад иткән шағирҙарҙың береһе. Шуныһы үкенесле: уның әҫәрҙәре ҡулдан ҡулға ғына йөрөй, матбуғатта баҫылмай. Әбүстең шиғырҙары тыуған төйәккә, башҡорт халҡына ҡайнар һөйөү, яҙмышы өсөн уйланыуҙар һәм һыҙланыу мотивтары менән һуғарылған. Яҙыусының "Яһил", "салауат", "Дауыл йыры","Ахмаҡ", "Сөмбөл", "Кәкүккәй" тигән поэмалары бар. "Урал мөхәбәте" исемле тәүге китабы, үҙе вафат булғандан һуң, 1998 йылда донъя күрҙе. 2007 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте Сабит Суфияновтың “Яҙмалар. (Хикәйәләр, көндәлектәр, хаттар)” китабын баҫып сығара.

Минземимущество