Олимпиада - 80

Олимпиада - 80 https://bash.news/yuldash/2585_olimpiada-80
29 ғин, 08:51

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостан республикаһының юғары спорт оҫталығы үҙәге пресс-атташеһы Усман Йәмғуров, көрәшсе-тренер Ғәлим Лоҡманов һәм  спортсы, тарих фәндәре кандидаты Тимур Ильясов.

Олимпиада - 80
Олимпиада - 80


Тимур Ильясов: СССР өсөн "Олимпиада – 80" ҙур ҡаҙаныш. Донъяуи кимәлдә үҙенең уңыштарын күрһәтеү мөмкинлеге лә була. Сөнки быға тиклем бер генә социалистик илдә лә Олимпиада үткәрелгәне булманы. Ул заманда бөтә донъя икегә – социалистик һәм капиталистик лагерға бүленгәйне. Олимпиада -80-дең Мәскәүҙә үтеүе барлыҡ социалистик илдәр өсөн оло ҡаҙаныш булды.
Усман Йәмғуров: Был осраҡ та йәнә бер нәмәне әйтеп үтеү урынлы булыр, олимпиаданы сәйәси яҡлап ҡына ҡарау дөрөҫ булмаҫ. 1972, 1976-сы йылдарҙағы уйындар һөҙөмтәһе шуны күрһәтте, СССР-ҙа спорт ныҡ үҫешә.
Тимур Ильясов: Советтар Союзының спортсылар әҙерләү системаһы үҙенең үҫешен күрһәтә башлай. Брежневтың ниәтен аңларға була, сөнки ул ваҡытта нефть хаҡы түбәнәйә башлай һәм иҡтисад, бюджет ҡатмарлаша. Ә шулай булғас, ни өсөн СССР-ҙа олимпиада уҙғарыуҙан баш тартманылар тигәндә, был осраҡта капиталистик илдәр алдында статусы төшөр ине.
Ғәлим Лоҡманов: Ул заманда бөтә ил дәүләт өсөн эшләне. Бюджет аҡсалары ғына түгел, бына минең иҫтә ҡалған, ,,Дефицит,, осоронда ,,олимпиада,, символикалары менән тауарҙар һатыуға сыға башланы. Шулай итеп ҡаҙнаны тулыландырыуҙың бер юлы асылды. Төҙөлөш ҙур ҡолас алды, ,,Олимпийская деревня,, барлыҡҡа килде. Беҙҙең республиканан йәштәр путевкаһы менән төҙөлөшкә китеүселәр ҙә бихисап булды һәм уларҙың күптәре фатир алып, Мәскәүҙә төпләнде. Сочи – 2014-кә килгәндә ошондай ҙур форумдар ил өсөн бик кәрәк.
Усман Йәмғуров: Беҙҙең Киров исемендәге завод Олимпиада- 80-де тулыһынса элемтә менән тәъмин итте. Ҡоралға сарыф ителгән миллиард менән сағыштырғанда күпкә файҙалыраҡ тейер инем.
Тимур Ильясов: Телевидение, реклама контракттары буйынса килемдәр булған, шулай уҡ төрлө лотореялар һатып эске баҙар менән олимпиаданы тулыландырырға тырышҡандар.
Усман Йәмғуров: "Адидас" магазиндарҙа юҡ, уны ҡулдан ғына алып була ине. Спорт кейемдәренә СССР төрлө илдәргә заказ бирҙе. Адидастан тыш, Югославия, Чехсловакия спорт тауарҙары менән тәъмин итте.
Тимур Ильясов: Мәскәүҙә беҙҙең спортсылар ошо "адидас" кейемдәрен кейеп йөрөй. Ләкин Политбюро ҡәтғи талап ҡуя, ошо өс һыҙыҡ булмаҫҡа тейеш тип бер генә һыҙыҡ ҡалдырыла. Тик кроссовкаларҙа шул уҡ ҡала. Йәнәһе ,,м,, хәрефе ,,Мәскәү,, тигәнде аңлатыуыға ишаралай. Артабан халыҡ араһында был фирманың тауарына ихтыяж арта.
Усман Йәмғуров: Билеттар коллективтар аша таратылды. Шулай уҡ шәхсән теләге булған һәр кем юлын табырға тырышты. Ә минең үҙемә килгәндә, еңел атлеттар марафонын ҡарар өсөн Мәскәүгә Сочи аша осорға тура килде. Алдынғы эшселәргә партбюро аша путевкалар бирелде. Республиканан ике спортсы ҡатнашты – Игорь Соколов һәм Иглин егете Карнилаев.
Гүзәл Ситдиҡова: Айыу илағанда, уға ҡушылып иламағандар булдымы икән? Миңә 3 йәш ине, әммә айыу илағанға, уны йәлләп ҡушылып илағанымды мин яҡшы хәтерләйем. Ә айыуҙы йәшерен сер итеп тоталар. Уның хаҡында йыр яҙыусы Пахмутова һәм Добронравовтан башҡа кеше белмәй, хатта финал йырын башҡарыусы Лещенко ла белмәй, тик уға йырҙы бик моңһоу итеп йырларға ғына ҡушалар. Конспирация килеп сыҡмай. 28 метр оҙонлоғондағы айыу күккә күтәрелгәндә, тәржемәсәләр менән комментаторҙар ҙа күҙ йәштәрен тыя алмай илай…Ул айыу бөгөн юҡ инде. Тик быныһы бөтөнләй икенсе тарих. Ә ул йыл СССР-ға коммунизм килә, тик 5 ҡалаға - Мәскәү, Ленинград, Таллин, Минск һәм Киев, һәм ике аҙнаға. Ә айыу шул тиклем ҙур илдең тарҡаласағын, һуңғы тапҡыр бөйөк дәүләт өҫтөнән күтәрелеүен белеп иламанымы икән?!
 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий