Алимент түләү менән бәйле закон проекттары нигеҙле, ғәмәлгә ашырҙаймы?

Алимент түләү менән бәйле закон проекттары нигеҙле, ғәмәлгә ашырҙаймы? https://bash.news/yuldash/2593_aliment-tuleu-menen-bejle-zakon-proekttary-nigezle-hemelge-ashyrzajmy
30 ғин, 08:45

Студия ҡунаҡтары:  адвокат Гүзәл Фуат ҡыҙы Харрасова һәм Өфө ҡалаһының Ленин районы суд приставы Рәил Альфред улы Әҙиәтуллин.  

Алимент түләү менән бәйле закон проекттары нигеҙле, ғәмәлгә ашырҙаймы?
Алимент түләү менән бәйле закон проекттары нигеҙле, ғәмәлгә ашырҙаймы?


 
Гүзәл Харрасова: Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө  көндә 1 млн. 640 мең тирәһе кеше  алимент түләүҙән ҡасып йөрөй.  Был үҙе бер ҙур “мегаполис” тигәнде аңлата.  Һәм уларҙың бурысын аҡса иҫәбенә һалғанда – 3 млрд-тан артып китә.
Рәил Әҙиәтуллин: Үҙем эшләгән баш ҡаланың Ленин районы миҫалында әйткәндә, уларҙың һаны – 350-гә яҡын, үкенескә ҡаршы, шуларҙың 35-е ҡатын-ҡыҙ.
Гүзәл Харрасова: Был һандар закондарҙың тейешле кимәлдә эшләп еткермәүе арҡаһында шул.
Гүзәл Харрасова: Беренсенән, был осраҡта граждандарҙы хоҡуҡи яуаплылыҡҡа тартырыу ҡаралған; икенсенән, махсус яуаплылыҡ булырға тейеш: “мин – атай, мин- әсәй” тигән; өсөнсөнән, енәйәти яуаплылыҡҡа тартырыу ҡаралған. Әммә, әйтеп үтеүемсә,  улар тейешле кимәлдә эшләмәй.
Рәил Әҙиәтуллин: Суд приставтары көндәлек эш алып бара. Шулай ҙа ҡасып ҡалыусылар ҙа юҡ түгел.
Гүзәл Харрасова.  Сит илгә сығыуҙа бөгөн сикләү бар. Был һуңғы бер-ике йыл эсендә ҡабул ителгән яңы закон үҙ һөҙөмтәһен бирә, бик кәрәкле алым.  Хәҙер теләге булған һәр кем сит илгә сыға ала. Сәйәхәт ҡылырға теләүселәр араһында, кеҫәләре ҡалын, алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәр ҙә күпләп осрай. Ошо закон нигеҙендә уларҙың сәфәре бик ҡыҫҡа ваҡытта тамамлана.
 
Рәил Әҙиәтуллин: 2013 йылда  беҙҙең Ленин районынан шундай “данлыҡлы алимент түләмәүселәр”ҙән 34 кеше йылы ҡояш нурынан мәхрүм булды.
Гүзәл Харрасова. Кемдәр алимент түләмәй:
       1 категория – аҡсалары булып та түләргә теләмәүселәр.
       2 категория – нигеҙле сәбәп – эш эҙләп тә, эшкә урынлаша алмаусылар.
       3 категория – эскесе, наркомандар. Эшләргә лә, эш эҙләргә лә теләге юҡтар.
Яһалма эш хаҡын күрһәткән справкалар ярҙамында алимент күләмен кәметеүселәр бар. Бының шулай икәнлеген иҫабат итә алғанда, 159-сы  статья буйынса  ялған справка биреүселәргә енәйәт эше ҡуҙатырға була. Алимент иҫәбе минималь эш хаҡына ҡарап билдәләнә – 6 мең 408 һумдан бер балаға -25 %, 2-әү булғанда –  33%, 3 һәм унан күберәк балаға  50 % алимент күләме ҡаралған.    Һәр субъект үҙ алымын ҡулланырға тырыша. Беҙҙең Башҡортостанға килгәндә, 1-2 йыл тирәһе шырпы ҡабына алимант түләмәүселәрҙең фотолары ҡуйыла. Ул үҙ йәһәтендә ыңғай һөҙөмтәләрен бирә.
Рәил Әҙиәтуллин: Күпселек алимент түләмәүселәр – эскеселәр, наркомандар. Улар менән аңлатыу эше алып барабыҙ. 31 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылды.
 

Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна