Адреслы социаль түләүҙәр.

Адреслы социаль түләүҙәр. https://bash.news/yuldash/2614_adresly-social-tuleuzer
04 фев, 09:20

Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итер өсөн студияға, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең Өфө районы филиалы етәксеһе Миләүшә Мырҙағәлинаны саҡырҙыҡ.
         Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың 1 июленән 31 декабренә тиклем барыбыҙ ҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация алдыҡ. Дәүләттең бындай ярҙамы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 15 июлендәге ҡарарына ярашлы, граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүен арттырыуға юл ҡуймау маҡсатынан сығып эшләнде. Бөгөн документ ғәмәлдән сығыуы сәбәпле, республика Хөкүмәтенең 2014 йылдың 14 ғинуарындағы 7-се  ҡарары ҡабул ителде. Был ҡарар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн компенсацияны туҡтатмай, әммә уларҙы тәғәйенләүҙе адреслы итә.
Миләүшә Мырҙағәлина.
Адреслы социаль түләүҙәр тәғәйенләү өсөн:
- Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ тураһында ғариза;
- Паспорт күсермәһе (1-се бите һәм йәшәү урыны буйынса теркәлгән бит, әгәр күсермә нотариаль рәүештә раҫланмаһа, паспорттың төп нөсхәһе лә кәрәк буласаҡ);
- Торлаҡҡа эйә булыу йәки ҡулланыу хоҡуғын раҫлаусы документтар күсермәһе (әгәр улар нотариаль раҫланмаһа, үҙең менән төп нөхсәһен алыу мотлаҡ);
- Шәхси иҫәп йәки банк картаһы иҫәбен асыу тураһында килешеү күсермәһе;
- Ғариза биргән мәлдән алдағы айға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһында квитанциялар күсермәһе.
Кеше 2014 йылдың 30 июненә тиклем мөрәжәғәт итһә, беҙ ул адреслы социаль түләүҙәрҙе  1 ғинуарҙан алып түләйәсәкбеҙ. Ҡасан мөрәжәғәт итеүеңә ҡарамаҫтан, алты ай өсөн дә түләнәсәк.
Адреслы социаль түләүҙәр тәғәйенләүгә нигеҙ булып коммуналь хеҙмәттәр өсөн уртаса хаҡтың 2013 йылдың июне менән сағыштырғанда 12 проценттан артып китеүе тора. Ҡайһы бер райондарҙа тарифтар былтырғыға ҡарағанда артмаған, шуға ла уларға адреслы социаль ярҙам ҡаралмаған. Беҙҙең муниципаль районда 2014 йылдың ғинуарынан эҫе һыуға һәм йылылыҡҡа билдәләнгән күрһәткестәргә ҡарағанда хаҡ артҡан. Шуға күрә  адреслы социаль түләүҙәргә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр һәм үҙәктән йылы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин ителгән шәхси йорттар хужалары хоҡуҡлы. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, түләүҙәр коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн шәхси иҫәп асылған кешегә генә биреләсәк.
Адреслы социаль түләүҙәр тәғәйенләүҙең тағы ла бер мөһим шарты - торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә бурыстарҙың булмауы. Бер нисә торлағы булғандарға даими теркәлгән фатирға йәки йортҡа ғына адреслы социаль түләүҙәр тәғәйенләнәсәк. Түләүҙәрҙе күсерер өсөн банкта иҫәп асыу мөһим.
Дәүләт субсидияһы  алыу өсөн Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалдарына ғариза менән мөрәжәғәт итергә генә кәрәк. Шулай уҡ документтарҙы Күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул итәләр. Өфөлә ошондай ике учреждение бар. Филиалдары Күмертауҙа, Туймазыла, Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә, Октябрскийҙа урынлашҡан. Бынан тыш баш ҡалала Берҙәм иҫәп-касса үҙәктәренә барып ғариза яҙырға була. 
         Адреслы социаль ярҙам алыуға ғаризаны тәүге ярты йыл дауамында тапшырырға мөмкин. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ташлама бирелгән алты ай өсөн ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Вадим Лаврентьев.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд