"XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары.

"XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары. https://bash.news/yuldash/2636_xxii-kyshky-olimpiya-ujyndary
07 фев, 19:04

Бөгөн 7 февраль. Өфө ваҡыты 18 сәғәт 14 минут. Рәсәй йылъяҙмаһына мотлаҡ теркәлер тарихи ваҡиға башланырға теүәл дүрт сәғәт ваҡыт ҡалды.
 Сочи ҡалаһы халыҡ-ара кимәлдәге оло сараны ҡабул итергә әҙер. Айырым ил тарихында быуат ваҡиғаһы булырҙай Олимпиаданы Рәсәйҙең һәр төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла күләмле саралары менән ҡаршы алдылар. Беҙ Өфө ҡала хакимәтенең спорт комитеты рәйесе урынбаҫары Руслан Бикембәтовты сәләмләйбеҙ.
Руслан Бикембәтов. Бөгөн Өфө ҡалаһында байтаҡ саралар үтә. Улар барыһы ла Олимпия уйындарына бәйле уҙғарыла. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында ,,Алтын шайба,,  һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ,,Лыжня России,, Өфөлә старт алды.  ,,Биатлон” һауыҡтырыу комплексында өс район – Совет, Орджоникидзе, Калинин райондары уҙғара. Иртәнсәк был күркәм сарала Киров районы спортсылары ҡатнашты.   Ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан индивидуаль ярышта 8 спортсы ҡатнаша, Рәсәй йыйылма командаһында 6 ҡыҙ сәкән уйнаясаҡ. Башҡа төр спортына килгәндә, 2 спортсы - Васильев Дмитрий менән Хәйретдинов Илмир саңғынан һикереүҙә, Яхин Эрнест ике алыш саңғыһында ҡатнаша. Семен Елистратов  менән Руслан Захаров, Дмитрий Микуновтар  - шорт-трек буйынса билдәле спортсылар. Команда ярышында уларға ҙур өмөт бағалайбыҙ. Копривица Антон – сноубордсы, Хузин Илвир бобслей буйынса ярышасаҡ.
- Һуңғы Олимпиадалар Рәсәй Йыйылма командаһы өсөн әллә ни шәптән булманы. Был уйындарға һеҙҙең фараздар.
Руслан Бикембәтов.   Советтар Союзы тарҡалғандан һуң  был бер ни тиклем һиҙелде. Һуңғы олимпиадаларға әҙерлекте генә алып, үҙебеҙҙең Башҡортостанға күҙ һалһаҡ,  спортты үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр атҡарылды. Биатлон комплексы, Боҙ һарайы төҙөлдө, спорт залдары асылды.
- Рәсәйгә Олимпиаданың әйләнеп ҡайтыуы һуңғы арала ҡаҡшай биргән ватансылыҡ тойғоһон үҫтерерме.
Руслан Бикембәтов. Әле күптән түгел генә ,,Чемпион,, тигән фильм сыҡты. Уны ҡараған спортсылар,  ата-әсә, балалар  күңелендә  спортты  үҙ итеүселәр араһында ышаныс уяныр тип уйлайым. Зәңгәр экрандар аша   Олимпия уйындарын ҡарау ҙа ватансылыҡ тойғоларын үҫтерер.
Һиҙиәтулла Кәлимулла улы Мәскәү Олимпиадаһының тере шаһиты. Спорттағы уңыштары өсөн ул махсус саҡырыу менән бүләкләнә. Ябай ауыл спортсыһына Мәскәү Олимпиадаһына саҡырыу ҡағыҙы бирелеү тарихы нисек булды?
Һиҙиәтулла Исмәғилев. Беҙҙең райондан ике кешегә ошондай бәхет йылмайҙы. Путевка беҙгә спорт һәм комсомол эшендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн бирелде. Армияла спортротала хеҙмәт итттем. Хәрби хеҙмәттән һуң районыбыҙҙың спорт бүлегенә эшкә саҡырҙылар.
- Халыҡ-ара әһәмиәттәге спорт сараһы ватансылыҡ тойғоһон арттырасаҡмы тигән һорауҙы һеҙгә лә төбәйем.
Һиҙиәтулла Исмәғилев. Спорт -  халыҡ-ара тыныслыҡ булдырған төп сара. Ул халыҡта ватансылыҡ тойоғоһо уятып ҡына ҡалмай, үҙенә яҡыныраҡ тарта. Танылған спортсылар үрнәгендә донъяға күпме спортсы тыуҙы, был үҙ йәһәтендә үҙең йәшәгән төбәкте данлауға ҡайтып ҡала.
- Мәскәү Олимпиадаһынан ниндәй тәъҫораттар һаҡлайһығыҙ. Күреүебеҙсә, һеҙ үҙегеҙ менән тарихи әйберҙәр ҙә алып килгәнһегеҙ.
Һиҙиәтулла Исмәғилев. Саңғысы булһам да, һуңынан футболға өҫтөнлөк бирҙем. Яҡташтарыбыҙ ат спортына билеттарын бирҙе. Уның хаҡы 14 һум ине, стадионға барып еткәс, 100 һумға һатып алырға теләүселәр бихисап булһа ла һатманыҡ. Еңел атлеттар ярышын күрҙем һәм тағы ла баскетболды ҡараным. Бына шулар минең өсөн иң иҫтәлекле ваҡиға.
- Бөгөн Рәсәй ниндәй спорт төрҙәре буйынса көслө тип иҫәпләйһегеҙ?
Һиҙиәтулла Исмәғилев. Шорт-трек, хоккей, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биатлон командаларын атап үтер инем.
- Башҡортостанда тағы ла ниндәй спорт төрҙәрен үҫтереү мөмкинлектәре бар? Ғөмүмән, спортты үҫтереүгә иғтибар етерлек кимәлдә бүленә тип иҫәпләйһегеҙме. Беҙҙең тыңлаусыларға, Олимпия көйәрмәндәренә һеҙҙең теләктәр.
Һиҙиәтулла Исмәғилев. Донъяла XXII Ҡышҡы Олимпиа уйындарын 3 миллиардтан артыҡ кеше ҡараясаҡ.  Был көндәрҙә беҙҙең арала спортҡа битараф бер генә лә кеше булмаҫ. Саңғыға баҫмаған саңғыға баҫыр, коньки кеймәгән коньки һатып алыр.
Рәсәй алға! Сочи олимпиадаһы үҙебеҙҙең көслө, берҙәм һәм ҡеүәтле ил икәнебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр дәлилләр шәп сара. Үҙ спортсыларыбыҙға ысын күңелдән уңыштар теләйбеҙ. Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий