Ҡышҡы имгәнеүҙәр.

Ҡышҡы имгәнеүҙәр. https://bash.news/yuldash/2652_kyshky-imgeneuzer
11 фев, 16:59

Беҙҙә ҡунаҡта - баш ҡаланың 21-се дауаханаһы травматология бүлеге етәксеһе, Өфөнөң баш травматологы Әхтәм Әнәс улы Фәйзуллин. 
Әхтәм Фәйзуллин. Беҙҙең стационарға көнөнә яҡынса 10 кеше мөрәжәғәт итә. 21-се дауахана травматология бүлегенә иһә 30-40, ял көндәрендә 70-80-гә тиклем кеше килә. 5-10 кеше дауаханаға ята. 
Күп осраҡта ололар травма ала.
Уларҙың һөйәктәре ныҡ түгел, сатнарға әҙер тора. Ололарға шуны әйтер инем: боҙлауыҡ булғанда, ҡараңғы ваҡытта, йә иртән хәрәкәт күп булғанда урамға сыҡмайыраҡ торһондар ине. Бик кәрәкһә, бер үҙҙәре йөрөмәһендәр, таймай торған аяҡ кейеме кейһендәр. Ауыл ерендә урам травмаһы әҙерәк, быйма кейәләр, артыҡ ҡабаланып йөрөмәйҙәр.
Травма алыуҙың төп сәбәптәренең береһе - кешенең ҡабаланыуы.
Быны табиптарҙан бигерәк статистика һөйләй. Кеше йөрөгән юлда боҙлауыҡ булырға тейеш түгел, магазин алдымы, йорт алдымы, бер квадрат метр боҙлауыҡ булһа ла, был ҡапҡан һымаҡ, берәйһе мотлаҡ килеп эләгә. Шуға кеше үҙе һаҡланыу сараларын күрергә тейеш. ЖЭУ-ға ла шылтыратып әйтеп торһондар.
Айырым категория - иҫеректәр, һуғышырға яратыусылар. Улар боҙлауыҡта йәрәхәт ала, йә үҙҙәре бәйләнеп, туҡмалып, беҙгә килеп эләгәләр. Иҫерек килеш тышҡа сыҡҡандар өшөгәнен һиҙмәй. Һыуыҡта эсеп йылынып булмай, кеше киреһенсә өшөй генә. Ата-әсәләр балалар өсөн яуап бирергә тейеш.
Балаларға таймай торған аяҡ кейеме алырға кәрәк.
Өйҙә таш иҙән булһа, балаҫ түшәһендәр, баҫҡыстарҙың ҡырҙары осло булмаһын, быяла һауыт-һабаны һирәгерәк тотонорға, көҙгөләр, быялалы шкафтар булһа, иғтибарлыраҡ булырға. Балалар хәүефһеҙлеге ата-әсә контроленән, күҙәтеүенән тора.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд