Агрессив фильмдарҙы һәм компьютер уйындарын сикләү кәрәкме?

Агрессив фильмдарҙы һәм компьютер уйындарын сикләү кәрәкме? https://bash.news/yuldash/2657_agressiv-filmdarzy-hem-kompyuter-ujyndaryn-sikleu-kerekme
12 фев, 16:37

Студия ҡунаҡтары - журналист Азамат Юлдашбаев, Өфө ҡалаһы педагогия колледжының педагог-психологы Фая Мөхәммәтвәғизова. 
Азамат Юлдашбаев. Сәбәптәрен эҙләмәй, закон ҡабул итеү күпкә ҡулайлыраҡ. Мәктәп проблемаларынан, уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләренән сәбәптәр эҙләгәнсе, әлбиттә, уны өҫтән генә эҙләп, кемдер хәл иттем тип уйлай икән, был төптө яңылыш. Икенсенән, беҙҙә ,,пиар,, тигән нәмә бар.
- Бөгөн балаларҙың психикаһы ниндәй?
Фая Мөхәммәтвәғизова. Балалар төрлө булған кеүек, уларҙың психикалары ла төрлө. Шуға һәр бала менән эш алып барылырға  тейеш.  Бөгөнгө көндә уҡытыусыларҙың эш хаҡы күтәрелде, тип әйтәбеҙ. Уйлап ҡараһаң, 36 сәғәт, йәиһә 1,5 ставка өсөн 20-22 мең эш хаҡы бик түбән. Балалар менән кластан тыш эшләргә уның ваҡыты ла ҡалмай. 
Азамат Юлдашбаев. Мәктәптә тәрбиә беренсе урында торамы, әллә белем биреүме? Шулай бер саҡ Төркиәнән килгән ҡунаҡтар менән ошо мәсьәлә буйынса әңгәмәләшкәндә, улар миңә һеҙҙең илдә белем биреү юғары кимәлдә алып барылыуына ҡарамаҫтан, тәрбиә аҡһай, тигәйнеләр. Уҡытыусыларҙың эш хаҡына килгәндә, Хөкүмәт хәрбиҙәргә, именлек системаһында эшләүселәргә 50-60 мең эш хаҡы түләп, үҙенең бөгөнгө көнөн тәъмин итә. Әгәр уҡытыусыға шул хаҡты түләй икән, ул иленең иртәгәһен хәстәрләйәсәк.
- Бөгөн ниндәй фильмдарҙы ҡарау тыйылырға тейеш, тип иҫәпләйһегеҙ? 
Азамат Юлдашбаев. Чеховтың шундай һүҙе бар ,,Стенала мылтыҡ һөйәүле тора икән, ул мотлаҡ атырға тейеш,,. Балаға тәрбиә бирмәйһең икән, кешенең "Тормош" тигән тамашаһы барышында ул мотлаҡ атасаҡ. Гордеевҡа ғаиләлә уҡыу буйынса талап көслө була…
Уйындарға килгәндә, бөгөнгө көндә уларҙың береһе лә CD алып уйнамай. Онлайн режимында уйнайҙар.
Фая Мөхәммәтвәғизова. Тәү сиратта баланы шәхес итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Интеллектуаль яҡтан ғына түгел. Һәр баланың һәләте үҙенсә, бөтәһе лә "отличник"булып бөтә алмай.  Бала үҙен-үҙе баһалай белергә тейеш. 
Толерантлыҡ, тип әйтәбеҙ.  Кешене баһалау, кешене яратыу, хөрмәт итеү кеүек хистәр  булырға тейеш. Уны һәр балала үҫтерергә бурыслыбыҙ. Ә беҙҙең телевидение, ҡайһы ваҡытта радио ла киреһен эшләп ҡуя.  Үлтереш-ҡырышҡа бәйле мәғлүмәттәр еткерә.
- Бөгөн балалар енәйәтселеге Рәсәй хәүефһеҙлегенә янай тигән фекер йөрөй?
Фая Мөхәммәтвәғизова. Балаларҙың психикаһына бөгөн ҙур ҡараш ташларға кәрәк.  80-се,90-сы 2000 йылдарҙа күпләп коррекцион мәктәптәр астыҡ. Эшкә күпләп махсус белемле психологтар йәлеп ителде, бөгөн иһә ул психологтар бер кемгә лә кәрәк түгел.
Азамат Юлдашбаев. Бөгөн йәмғиәттең психикаһы нисек, баланыҡы ла шулай. Әгәр ҙә бөгөн беҙ кемделер ғәйепләргә уйлайбыҙ икән, иң һуңғы сиктә генә Гордеевты ғәйепләргә тейешбеҙ.
Гордеев тикшереү изоляторында, һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә 5 миллион аҡса түләнгән, ә депутаттар закон сығара. Закондар тип... Америкала көн дә аталар ҙа, беҙҙең закондар ундағы сәйер закондарҙы хәтерләтә башланы… Ҡыҫҡаһы, уйланырға урын бар. Гүзәл Ситдиҡова. 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий