Наркомания.

Наркомания. https://bash.news/yuldash/2737_narkomaniya
05 мар, 09:00

Бөгөн наркотиктар менән бәйле яңынан-яңы закондар сығып торған кеүек. Мәктәптәрҙә тикшереү-тест үткәрәләр, айырыуса Гордеев мәсьәләһенән һуң уҡыу йорттарында тикшереү бер аҙ көсәйгән һымаҡ булды, быйыл наркомандарҙы мәжбүри рәүештә дауалау кеүек әйбер ҙә ғәмәлгә инергә тейеш тип иҫәпләнә.  Украинала ул, ғөмүмән, эпидемия төҫөн  алған. Ә был ғауғала, һәр төрлө наркотиктар менән аңы томаланған үҫмерҙәрҙе (майҙанды ҡораллы наркомандар бандаһы, тип әйтеүселәр ҙә бар) ҡырырға-емерергә ебәрәләр.  Әйткәндәй, Киевҡа улар бер бөгөн һөжүм итмәй. Һәм был мәсьәлә беҙҙең өсөн дә ят һәм сит түгел.
Беҙҙә ҡунаҡта - Наркомандар менән эшләү үҙәге белгесе, психолог Зәйнәп Назарова.
Зәйнәп Назарова.
Көндәр йылыныу менән улар күпләп урамдарҙа күренә башлай. Был улар ҡыш көнө юҡ, тигәнде аңлатмай. Улар подвалдарҙа, притондарҙа осраша. Наркомафия тарафынан эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Наркотик балаларға, йәштәргә бушлай таратыла. Өфөләге барлыҡ наркомандарҙы бер майҙанға йыйһаҡ, ул Киевтағыларға ҡарағанда ла артығыраҡ булыр ине.
Наркомандар менән эшләгәндә профилактиканың төп сараһы булып бына ошо матдәләрҙең исемдәрен атамау тора. Ниндәй фактор һине наркотик ҡабул итергә этәрә, тигән һорауға наркомандар бына нисек яуап бирә. Мәҫәлән, “Нет наркомании”, тигән акциялар булғанда  плакатҡа  шприцтар  төшөрәләр икән, ул уларҙа бары кайф ҡына тыуҙыра. Рәхәтләнеп уларҙы төшөрә торғайныҡ, тиҙәр. СМИ-ларҙа, йә булһа ниндәй ҙә булһа акция ойошторғанда наркотик исемдәрен атамау яҡлымын.
Бөгөнгө наркоман бик йәш, уртаса 10-12 йәшлектәр. Үҙәктә эшләй башлағас,  аптыраным, 10 йәштә ошо балалар эсә башлай. Эскән саҡта бушлай наркотиктар таратыусыларға юлығалар. Был -  уйлап эшләнелгән бизнес. Ата-әсәнән аҡса һорай алмай, урлашыу юлына баҫалар. Был балаларҙың насар ғаиләнән икәнлегенә ишараламай, киреһенсә, күптәре етеш ғаиләнән булып сыға.  Европала был мәсъәләне өйрәнеү 20-се быуат уртаһынан бара. Психоаналитиктар фекеренсә, ғаиләлә әсә кеше үҙен баш итеп, атаһын юҡҡа сығара икән, ул кире һөҙөмтә бирә. Бала күңелендә үс алыу тойғоһо уяна.
Әгәр шундай бәләгә тарыған уҡыусы дәрескә йөрөмәй икән, уҡытыусы быны баланың уҡығыһы килмәй тип аңлата.  Ата-әсәләр ҙә аңлап етмәй. Сөнки элек араҡы эсһәләр, еҫе булған, ә хәҙерге наркотиктарҙың еҫе юҡ. Шуныһы менән ҡурҡыныс. Үҫмерҙәр һөйләүенсә, иртәнсәк дәрескә китәләр ҙә, ата-әсәһе эшкә киткәс, ҡайҙандыр алып ҡулланып, улар ҡайтыуына йоҡлап ятҡан булалар. Ата-әсә, әлбиттә, балам арыған, ял итә тип уйлай.
Үҙәккә эләккәндә үҙҙәрен бик тәккәбер тоталар. Мин үҙемде контролдә тота алам, йомаға тиклем эсмәйем тиҙәр.   Психиатрик дауаханаға барһалар, уларҙы шунда уҡ иҫәпкә ҡуялар. Закон буйынса ла шулай ҡаралған.  Күберәк етеш ғаиләнән сыҡҡандар. Уларҙың үҙен әллә кемгә ҡуйған ата-әсәләре исеме сығыуынан ҡурҡа. Беренсе рәткә баланың һаулығын түгел, ә үҙ  исемен ҡуя. 
Улар үҙҙәрен бер ҡасан да һауыҡҡанмын тип әйтмәй. Төҙәләмен ти. Улар тикшереү барышында теләһә ниндәй психоаналитиктан көслөрәк.  Һәр һорауға яуап  алдан әҙер. Алдан уҡ бихисап алгоритм яҙалар. Былай, тегеләй булһа нимә эшләргә… шуның менән хайран ҡалдыралар.
Улар  күпләп енәйәткә баҫа. Сөнки аҡса кәрәк, урлаша башлайҙар. Бер ҡатын һөйләгәйне, ире менән икәүләп фатирҙар талай башлайҙар. Үҙәктә  беҙгә уларҙың һөйләгәнен тыңлап ултырыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Сөнки бының менән икенсе органдар шөғөлләнергә тейеш. Һөйләгеләре килгән осраҡта ла тыңламайбыҙ.
Наркотик ҡулланғандар оҙаҡ йәшәмәй, ағзалары серей. Шуныһы иң ҡурҡынысы. Шул ваҡытта ла улар туҡтай алмай. Сирҙе бары  Хоҙайға ышаныу, әхлаҡи аҙымдар менән генә еңеп була.
Беҙ наркотиктарға ҡаршы. Ҡоро пропаганда, яңғырауылыҡлы аггитация, сағыу плакаттар - уларға ҡарата беҙҙең халыҡта, йәштәрҙә имуунитет. Йә уйландырыу, йә ҡурҡытыу һөҙөмтәле ысул, ти белгестәр. Дөрөҫ уйландырыу ваҡыт талап итә. Мәжбүр итеү - ҡаты яза. Ә наркобизнес сәскә ата, наркомандар ҡырылыуын дауам итә. “Асыҡ студия”. Мәсьәлә асыҡ ҡала. Гүзәл Ситдиҡова.

Минземимущество
26 мая